Кәүҫәров Роберт Дамир улы
Кәүҫәров Роберт Дамир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 апрель 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Ҡайынлыҡ, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Кәүҫәров Роберт Дамир улы (рус. Каусаров Роберт Дамирович; 16 апрель 1941 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1976 йылдан Өфө ҡалаһындағы 17-се клиник дауаханының баш табибы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роберт Дамир улы Кәүҫәров 1941 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1960 йылда Бөрө медицина училищеһын тамамлағас, Яңауыл район дауаханаһында башлай. 1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. 1969 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлағас, нейрохирург булып эшләй.
1976 йылдан Өфө ҡалаһында 17-се клиник дауаханының (хәҙерге 17-се балалар клиник ҡала дауаханаһы) баш табибы. 26 йыл дауамында 670 урынлы дауахананың баш табибы булып эшләй, был ваҡытта дауаханала үҙәк һәм периферик нерв системасының ауырыуҙары һәм йәрәхәттәре ваҡытында операцияларҙең барлыҡ төрҙәре эшләнә. Уның инициативаһы буйынса 1978 йылда 17-се дауаханала 45 урынға иҫәпләнгән балалар нейрохирургия бүлеге асыла. Бүлек заманса дауалау-диагностика аппаратураһы менән йиһазландырыла: «Оптон» операция микроскобы, микрохирургия ҡоролмаһы, 1995 йылда «Соматон» компьютер томографы алына. [1]
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 54-се Строитель һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1980 йылда «СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе бирелә
- 1991 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» исеме бирелә
- 1996 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» исеме бирелә.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Министерство здравоохранения Республики Башкортостан 2021 йыл 30 июль архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104