Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты
Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | юургау.рф |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Южно-Уральского государственного аграрного университета[d] |
Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты Викимилектә |
Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты — рус. Южно-Ура́льский госуда́рственный агра́рный университе́т - Силәбе һәм Троицк ҡалаларындағы юғары уҡыу йорто. 1930 йылдың май айында ойошторолған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдың май айында Урал сәнәғәт ауыл хужалығы институты булараҡ ойошторолған һәм ул ҡалалағы беренсе юғары уҡыу йорто булып торған.
1941 йылда Силәбе ауыл хужалығын механикалаштырыу институты тип атала, СССР Ауыл хужалығы халыҡ комиссариатының юғары уҡыу йорто була. Почта адресы: Силәбе, Красная урамы, 38-се йорт.
1946 йылда уҡыу-уҡытыу процесы тулыландырылыу сәбәпле Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институты тип үҙгәртелгән.
1980 йылда юғары уҡыу йорто асылыуға ярты быуат тулыу айҡанлы, шулай уҡ ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү һәм ауыл хужалығы фәне үҫеше өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1991 йылдың ғинуарынан Силәбе дәүләт агроинженерия университеты тип атала башлай (СДАУ).
2009 йылда Силәбе дәүләт агроинженерия университеты йәнә Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы тигән исем ала (СДАА).[3]
2015 йылдың 1 июлендә Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы һәм уның 1992 йылдың сентябрендә асылған Ҡыҙыл Армия районы Мейәс ауылындағы филиалы Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы менән ҡушыла. Һуңғыһы Троицк ҡалаһында, Пермь дәүләт университетының ветеринария факультетын үҙгәртеп, Урал ветеринария институты итеп асылған була[4]. Ҡушылыу һөҙөмтәһендә, СДAA Көньяҡ Урал дәүләт аграр университетының аграр инженерия институты, уның филиалы - Агроэкология институты (АЭИ), һәм Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы - Көньяҡ Урал дәүләт аграр университетының ветеринария медицинаһы институты тигән исемдәр менән йөрөтөлә башлай[5]
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың филиалы һәм ике институты, ун биш уҡыу корпусы, 7 200 урынлыҡ ун дүрт студенттар ятағы, 52 компьютер класы һәм бер нисә мең компьютеры бар, шуларҙың бер өлөшө Интернетҡа сыға. Университеттың китапхана фонды 1 500 000 дана китап тәшкил итә.
Институттары[6]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Агроинженерия институтына түбәндәге факультеттар инә
- Инженерия-технология
- Энергетика
- Агросәнәғәт комплексында техник сервис
- Ветеринария медицина институтының 2020 йыл 21 март архивланған. факультеттары
- Ветеринария медицинаһы
- Биотехнологиялар
- Троицк аграр техникумы
- Агроэкология институтындағы факультет
- Агрономия
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Ефименко Я. Челябинский агроуниверситет стал академией // Chelyabinsk.ru, 23.10.2009
- ↑ Постановление СНК РСФСР от 01.04.1929
- ↑ В Челябинской области создан ЮУрГАУ 2018 йыл 13 август архивланған. // Пресс-центр Минсельхоза Челябинской области
- ↑ Структура ЮУрГАУ . ФГБОУ ВО Южно-Уральский ГАУ. Дата обращения: 25 февраль 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт университета
- В Челябинской области создан ЮУрГАУ 2018 йыл 13 август архивланған.
- Челябинский агроуниверситет стал академией — Агентство новостей Челябинск.ру