Көркәк (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көркәк
Характеристики
Оҙонлоғо16 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеКөркәк 
Абсолют бейеклеге1008 м
Урынлашыуы
53°47′57″ с. ш. 58°42′11″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Көркәк
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Көркәк

Көркәк (рус. Куркак) — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Учалы, Белорет, Әбйәлил райондары буйлап Маҙар йылғаһы тамағы киңлегенән Кесе Ҡыҙыл йылғаһына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 16 км, киңлеге 4—5 км тирәһе, абсолют бейеклеге 1008 м Көркәк (тау). Текә битләүле уҡмашҡан массивтарға ҡушылып буйға һуҙылған тау теҙемдәренән тора; 0,5—1,5 м бейеклектәге ҡалдыҡ тауҙар осрай.

Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан һәм лавабрекчияларынан, туфтарынан тора. Тау һыртында Миндәк һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш битләүҙәрендә Оҙонгүл, Өскүл (Урал йылғаһы бассейны) һ.б. күлдәр бар; күлдәр янындағы тигеҙлектәр һәм уйһыулыҡтар һаҙлы.

Төньяҡ һәм көнбайыш ландшафтары күбеһенсә аҡһыл һоро урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм ҡыяҡлы төрлө үлән үҫкән урман аҡландарынан ғибәрәт. Көньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрен көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үлән үҫкән далалар биләй. Теҙемдәрендә аҡһыл һоро өлгөрөп етмәгән урман тупрағы формалашҡан. Көркәк тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]