Көҙгө ллойдия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ллодия — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда көҙгө үҫә. Белорет районында Машаҡ һыртында, Ирәмәл һәм Ямантау тауҙарында үләнле‑мүкле тундрала үҫә.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япраҡтары күп һанлы ҡоро еңсәләр м‑н ҡапланған оҙонса‑конус формаһындағы һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, 5—40 см бейеклектә; 2 тар оҙонса ер яны япрағы һабаҡтан оҙонораҡ, 3—5 һабаҡ япрағы ҡыҫҡараҡ һәм киңерәк, сиратлы. Сәскәләре аҡ төҫтә, буранка формаһында, ғәҙәттә яңғыҙар. Тажы ирекле 6 япраҡсанан тора, тышҡы 3‑һөнөң төбөндә һары таптар бар, эскеләре (емеш янында ҡалалар) 3 ҡыҙыл һыҙатлы. Июнь башында сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, июлдә өлгөрә.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Декоратив үҫемлек. Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Көҙгө ллойдия // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.