К. К. Грот һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
К. К. Грот һәйкәле
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Commons-logo.svg К. К. Грот һәйкәле Викимилектә

К. К. Грот һәйкәле — скульптуралы һәйкәл. Был һәйкәл рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙә һуҡырҙарҙы бағыу системаһын ойоштороусы К. К. Гротҡа ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл Санкт-Петербург ҡалаһының Шаумян проспектындағы К. К. Грот исемендәге һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн мәктәп-интернаттың скверында урынлашҡан. Һәйкәл 1906 йылда скульптор М. М. Антокольский һәм архитектор В. П. Цейдлер тарафынан эшләнгән. Һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт ойошмалары вазифаһынан отставкаға киткәндән һуң, К. К. Грот Рәсәйҙә һуҡырҙарҙы бағыусылыҡты ойоштороу менән шөғөлләнә. 1881 йылда ул император ҡатыны Мария Александровнаның һуҡырҙарҙы бағыусылыҡ ойошмаһын булдыра, һәм 1895 йылға тиклем уны етәкләй. Ул һуҡырҙар өсөн Александро-Мариинский училищеһына нигеҙ һала, бындаһуҡырлыҡтан зәғиф балалар уҡый.

К. К. Грот вафат булғандан һуң, Һуҡырҙар йәмғиәте уға һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһай. 1898 йылда император II Николайҙың юғары рөхсәте менән һәйкәл төҙөү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителә. 1900 йылда һәйкәлдең скульптураһы өҫтөндәге эш скульптор М. М. Антокольскийға йөкмәтелә. Был скульптура Антокольскийҙың Париждағы оҫтаханаһында әҙерләнә һәм ҡойола. Эш башланғандан һуң, күп тә үтмәй, Антокольский вафат була, ул үҙенең үлеменә тиклем бары тик һәйкәлдәге ҡыҙҙың һынын ғына (ҡыҙ һыныныың моделе һуҡырҙар мәктәбе уҡыусыһы Елена Супсе була) эшләп өлгөрә. К. К. Гроттың бюсын Антокольскийҙың уҡыусыларыы башҡарып сыға. Һәйкәлдең архитектура өлөшөн архитектура академигы В. П. Цейдлер биҙәй. Һәйкәлдең гранит постаменты Житомирҙағы С Оляшкевичтың таш йышыу фабрикаһында башҡарыла. 1906 йылдың 18 октябрендә һәйкәл асыу тантанаһы уҙа[2].

Башта һәйкәл Песочный проспектында (хәҙер Профессор Попов урамы) Александро-Мариинский һуҡырҙар училищеһы бинаһы алдында ҡуйыла. 1963 йылда һәйкәл хәҙерге урынға һуҡыр балалар өсөн мәктәп-интернат менән бергә күсерелә[2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуҡыр ҡыҙ скульптураһы

Коринф капителе менән тамамланған бейек булмаған гранит колоннала К. К. Гроттың бюсы ҡуйылған. Аҫта, колоннаға терәлеп, һуҡыр ҡыҙ ултыра. Уның тубығында һуҡырҙар өсөн китап ята, ә ҡыҙыҡай уң ҡулы менән хәрефтәрҙе һәрмәй[3]. Был тормошта реаль булған китап — К. Д. Ушинскийҙың «Детский мир» тигән хикәйәләр йыйынтығы. Китаптың 95-се бите асылған,һәм уның тексы һүҙмә-һүҙ һүрәтләнгән[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. 2,0 2,1 2,2 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Гроту К. К., памятник
  3. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры, выполненные в конце XIX начале XX века // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.