Лаврик Ольга Ивановна
Лаврик Ольга Ивановна | |
рус. Ольга Ивановна Лаврик | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 август 1943 (81 йәш) |
Һөнәр төрө | химик, тикшеренеүсе |
Эш урыны |
Новосибирский институт органической химии им. Н. Н. Ворожцова СО РАН[d][1] Новосибирский институт органической химии им. Н. Н. Ворожцова СО РАН[d][1] Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе химик биология һәм фундаменталь медицина институты[d][1] Новосибирск дәүләт университеты[1] |
Уҡыу йорто | Новосибирск дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d][1] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы[1] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лаврик Ольга Ивановна (7 август 1943 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-химигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2019).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1966 йылда Новосибирск дәүләт университетын тамамлай, 1972 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Новосибирск биоорганик химия институтының (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе химик биология һәм фундаменталь медицина институты) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан алып ферменттар биоорганик химияһы лабораторияһы мөдире. Химия фәндәре докторы, профессор. Новосибирск дәүләт университетында тәбиғәт фәндәре факультетының химия бүлеге студенттарына «Биополимерҙарҙың физик химияһы» курсын уҡый. Фәнни журналдарҙа баҫылып сыҡҡан 320 мәҡәлә, 11 монография һәм дәреслектәр авторы.
О. И. Лаврик етәкселегендә НДУ студенттары тарафынан алтмыштан ашыу диплом эштәре эшләнгән, аспиранттар тарафынан өс докторлыҡ һәм 27 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.[2] 1991 йылдан Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 2008 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1996 йылдан «[|Молекуляр биология]]» журналының редколлегия ағзаһы, Халыҡ-ара биохимик-ҡатын-ҡыҙҙар союзы ағзаһы, Париж Университеты 6-ның (Пьер һәм Мария Кюри исемендәге) сит ил профессоры, 2019 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана[3].
Наградалары һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Дәүләт премияһы лауреаты 1984 йылда «Биологик катализдың химик нигеҙҙәре» эштәр циклы өсөн , 1964—1982 йылдар[4][5].
- Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе премияһы лауреаты, 1985, 1986, 1988, 1990 йылдарҙа
- Соросов профессоры, 2001 йыл.
- Академик пальмалар Ордены кавалеры 2016, Францияның иң юғары академик наградаһы[6]
- «Академина-2016» профессиональ һәм йәмәғәт таныуы конкурсы лауреаты[7].
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә Орден миҙалы (29 июнь 2018 йыл) — фәнде үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[8].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаврик Ольга Ивановнаның ире, Николай Львович Лаврик — химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының химик кинетика һәм яныу институты хеҙмәткәре.
Ҡайһы бер баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабкина Г. Т., Кнорре В. Л., Кнорре Д. Г., Лаврик О. И. Ингибирующее действие -анилида АТФ в реакциях катализируемых аминокислот: тРНК-лигазами и ДНК-зависимой РНК-полимеразой // Докл. АН СССР. — 1974. — Т.216, N 5. — С.1165-1167.
- Невинский Г. А., Фаворова О. О., Лаврик О. И. и др. Фторзамещенные триптофаны как субстраты и ингибиторы реакции обмена АТР-Р32 -пирофосфат, катализируемой триптофанил-т РНК-ситетазой // Биохимия. — 1975. — Т.40, Вып.2. — С.368-376.
- Киселев Л. Л., Фаворова О. О., Лаврик О. И. Биосинтез белков от аминокислот до аминоацил-т РНК. — М.: Наука, 1984. — 408 с.
- Lavrik O.I., Prasad R., Sobol R.W., Horton J.K., Ackerman E.J., Wilson S.H. Photoaffinity labeling of mouse fibroblast enzymes by a base excision repair intermediate. Evidence for the role of poly(ADP-ribose) polymerase-1 in DNA repair (2001) J. Biol. Chem. 276, 25541-25548.
- Lavrik O.I., Khodyreva S.N. Photoaffinity probes in molecular biology of DNA replication and DNA repair, in: Chemical probes in Biology., Ed. Schneider M., Kluwer Academic Press, 2003, p. 193—205.
- Prasad R., Liu Y., Deterding L.J., Poltoratsky V.P., Kedar P.S., Horton J.K., Kanno S., Asagoshi K., Hou E.W., Khodyreva S.N., Lavrik O.I, Wilson S.H. HMGB1 is a cofactor in mammalian base excision repair. (2007) Mol. Cell. 27, 829—841.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль чл.-корр. О. И. Лаврик РФА рәсми сайтында
- Лауреаты Госпремий СО РАН
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Шалимов С. В. Советско-французские научные связи в области молекулярной биологии и биохимии: интервью с академиком РАН О.И. Лаврик, Soviet-French scientific links in the field of molecular biology and biochemistry: Interview with Academician Olga I. Lavrik (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2021. — Т. 13, вып. 3. — С. 136—149. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24412/2076-8176-2021-3-136-149
- ↑ Лаврик Ольга Ивановна на портале Университетская Информационная Система 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Выборы в Российскую академию наук – 2019 .
- ↑ Ученые Сибирского отделения Академии наук — лауреаты Государственной премии (1983—1993)
- ↑ СПИСОК
- ↑ Профессор НГУ стала кавалером французского ордена за исследования ДНК (18 февраль 2016). 2020 йыл 20 март архивланған.
- ↑ Академинами стали и студентки, и академики (7 март 2017).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 июня 2018 года № 377 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»