Эстәлеккә күсергә

Лагарькова Мария Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лагарькова Мария Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 ноябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Лагарьков, Андрей Николаевич[d]
Әсәһе Ольга Валерьевна Чкалова[d]
Эшмәкәрлек төрө молекулярная генетика[d] һәм иммунология[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Q13206016? һәм Мәскәү физика-техник институты[d]

Лагарькова Мария Андреевна (26 ноябрь 1966 йыл, Мәскәү) — Рәсәйҙең ғалим-биохимигы, молекуляр генетика һәм иммунология өлкәһендәге белгес. Биология фәндәре докторы (2010), профессор (2013), Рәсәй фәндәр академияһы профессоры һәм Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016).

Мария Андреевна Лагарькова 1966 йылда Мәскәүҙә тыуған, атаһы — физик, РФА академигы А. Н. Лагарьков.

1990 йылда Мәскәү дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. 1995 йылда «Новые подходы к изучению петельной организации хромосом» темаһына кандидатлыҡ диссертация яҡлай. 2010 йылда «Молекулярная характеристика и генетические особенности плюрипотентных клеток человека и их производных» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2013 йылда ғилми профессор исеме бирелә.

2010 йылдан РФА Н. И. Вавилов исемендәге дөйөм генетика институтының күҙәнәктәр технологияларының генетик нигеҙҙәре бүлегенең үҫеш генетикаһы лабораторияһы мөдире[1]. 2017 йылдан Рәсәй ФМБА физика-химия ФГБУ ФНКЦ күҙәнәктәр биологияһы лабораторияһының мөдире[2].

2013 йылдан Мәскәү дәүләт университетының биология факультеты иммунология кафедраһының профессоры, беренсел күҙнәктең эпигенетикаһы буйынса секциялар курсы уҡый.. Шулай уҡ молекуляр һәм трансляция медицинаһы кафедраһы[3] һәм Мәскәү физика-техник институтының системалы биология һәм биоинформатикаһы кафедраһы профессоры, күҙәнәктәр биологияһы буйынса лекциялар курсы уҡый[4][5]. Саҡырылған ғалим сифатында Ҡазан федераль университетында «Репрограммирование соматических клеток» программаһы менән шөғөлләнә[6].

2016 йылдың 15 ғинуарынан М. А. Лагарьковаға Рәсәй Фәндәре академияһының профессоры исеме бирелә, ә 2016 йылдың 28 октябрендә Рәсәй Фәндәре академияһының ағза-корреспонденты һәм РФА медицина бүлеге бюроһының ағзаһы итеп һайлана[7]. Лагарькова Рәсәй Фәндәре академияһының Н. И. Вавилов исемендәге дөйөм генетика институтының ғалимдар советы һәм Рәсәй ФМБА физика-химия медицинаһының ФГБУ ФНКЦ ағзаһы. 2018 йылдан Мәскәү дәүләт университетының диссертация советы ағзаһы.

  1. Сотрудники института общей генетики РАН. Дата обращения: 8 март 2020.
  2. Лаборатория клеточной биологии. Дата обращения: 8 март 2020.
  3. Лагарькова Мария Андреевна. Дата обращения: 8 март 2020.
  4. Сотрудники МФТИ избраны академиками и членами-корреспондентами РАН. Дата обращения: 8 март 2020. 2020 йыл 23 март архивланған.
  5. Сотрудники МФТИ избраны академиками и членами-корреспондентами РАН. МФТИ. Дата обращения 8 марта 2020.
  6. Репрограммирование соматических клеток. Дата обращения: 8 март 2020. 2020 йыл 23 март архивланған.
  7. Профиль Мария Андреевна Лагарькова РФА рәсми сайтында
  8. Лагарькова Мария Андреевна. ИСТИНА. Дата обращения: 8 март 2020.
  • Профиль Мария Андреевна Лагарькова РФА рәсми сайтында
  • Лагарькова Мария Андреевна: направление деятельности (неопр.). РАН. Дата обращения 8 марта 2020.
  • Лагарькова Мария Андреевна: Летопись Московского университета (неопр.). МГУ. Дата обращения 8 марта 2020.
  • В ННГУ прошла лекция, посвящённая новым возможностям в изучении стволовых клеток (неопр.). ННГУ . Дата обращения 8 марта 2020.