Эстәлеккә күсергә

Лапҡан (һаҙлыҡ)

Координаттар: оҙонлоҡ күрһәтелмәгән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лапҡан һаҙлығы
Координаттар: оҙонлоҡ күрһәтелмәгән
Ил
РегионБашҡортостан
Майҙаны150 га км²

Лапҡан һаҙлығы— Ҡармасан йылғаһы бассейнындағы һаҙлыҡ. Кушнаренко районы Гуровка ауылынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 365 мең м³. Башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Аҡ ҡайын, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, күрән, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны, һаҙ яраны һ.б. үҫә. Үр ҡуяны, мышы, урман эте, һыуһар, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.