Эстәлеккә күсергә

Латипов Наил Миңнеәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Латыпов Наил Миңлеәхмәт улы битенән йүнәлтелде)
Латипов Наил Миңнеәхмәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Латипов Наил Миңнеәхмәт улы (рус. Латипов Наиль Миниахметович) (28 октябрь 1963 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1989—1992 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Латипов Наил Миңнеәхмәт улы 1963 йылдың 28 октябры Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1986 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1986 йылда Өфө нефть институтын тамамлағас, Ишембай нефть эшкәртеү заводында слесарь булып башлай. 1989—1992 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана, «Башҡортостан» консорциумының производство начальнигы вазифаһында эшләй. 1992 йылдан Благовещен ҡалаһында «Батекс» акционерҙар йәмҡиәтенең генераль директоры урынбаҫары [1].

Благовещен ҡалаһы 83-сө Седов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы[2].


  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34