Абашидзе Лейла Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лейла Абашидзе битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абашидзе Лейла Михайловна
груз. ლეილა მიხეილის ასული აბაშიძე
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Georgia official.svg Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ლეილა აბაშიძე
Тыуған көнө 1 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны СССР, Грузия ССР-ы[d], Тбилиси
Вафат булыу көнө 8 апрель 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Грузия, Тбилиси
Причина смерти Инсульт
Ерләнгән урыны кладбище Сабуртало[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, актёр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Тбилисский театральный институт им. Ш. Руставели[d]

Абашидзе Лейла Михайловна (груз. ლეილა მიხეილის ასული აბაშიძე; 1 август 19298 апрель 2018) — совет һәм грузин  киноактёры һәм йырсыһы.  Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1965)[2]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лейла Михайловна Абашидзе  1929 йылдың 1 авгусында Тифлиста тыуа. 

Режиссёр Константин  Пипинашвили кинематографта Лейла Михайловнаның атаһы кеүек була. 1941 йылда  «Грузия-фильм»  киностудияһында  «Каджана» фильмында Като ролен башҡарыусыны һайлап алыу үтә.  Лейланы унда атаһының һеңлеһе алып килә (Лейланың ата-әсәһе репрессияланған була). Күренергә килгән балалар араһында Лейла уңып бөткән иҫке күлдәге, өйҙә генә ҡырҡылған сәсе, үксәһе тапалған туфлийы менән айырылып тора. Һайлап алыуҙа үҙ  ғәйебе менән ир ҡәрҙәшенең телһеҙ ҡалыуынан шаңҡыған Катоның үкһеп илауы һәм Алланан уға тауышын ҡайтарыуын ялбарыуы күренеше уйнала.  Лейла был эпизодты иҫ киткес тәбиғи, бик тормошсан итеп уйнай, ҡәрҙәшенә булған ихлас һөйөүен күрһәтә, хатта  павильондағылар бер аҙға өнһөҙ ҡала. Шулай итеп, ҡыҙҙы төп ролгә алалар.

1951 йылда Шота Руставели исемендәге Тбилиси театр институтының  актёрлыҡ факультетын (Додо Алексидзе курсы) тамамлай[3].

Комедияларҙа ла,  драматик фильмдарҙа ла төшә.

1981 йылда режиссёр сифатында үҙ  сценарийы буйынса (Леван Челидзе менән берлектә) «Тифлис—Париж  и обратно» комедияһын ҡуя һәм  төп Тен Шервашидзе ролен үҙе башҡара.

Киноактёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941 — Каджана — Като
  • 1945 — Золотая тропа — эпизодик  Юта роле
  • 1947 — Колыбель поэта — етем ҡыҙ Назиброла
  • 1951 — Весна в Сакене — Нина
  • 1953 — Кето и Котэ
  • 1954 — Стрекоза — Маринэ
  • 1955 — Они спустились с гор — Лела
  • 1956 — Наш двор — Манана
  • 1957 — Заноза — Лиа
  • 1958 — Майя из Цхнети — Майя
  • 1959 — Где твоё счастье — Мзия
  • 1961 — На пороге жизни
  • 1962 — Я буду танцевать — Догмара
  • 1965 — Закон гор — Дзидзия
  • 1965 — Авария
  • 1966 — Встреча в горах — актриса Лали / Мзевинар
  • 1966 — Встреча с прошлым — Нино
  • 1969 — Десница великого мастера
  • 1970 — Ожидание
  • 1976 — Настоящий тбилисец и другие
  • 1978 — Синема
  • 1981 — Тифлис—Париж и обратно
  • 1982 — Не все кометы гаснут
  • 1984 — Легенда о Сурамской крепости
  • 1985 — Путешествие молодого композитора
  • 1986 — Круговорот

Режиссёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1981 — Тифлис—Париж и обратно

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1964 — Чечен-Ингуш АССР-ының халыҡ артисы[4]
  • 1965 — Грузин ССР-ының халыҡ артисы 
  • 1968 — «Актёрлыҡ эше өсөн премиялар» номинацияһында Бөтә Союз кинофестивале лауреаты
  • 1972 —  «Режиссура өсөн премиялар» номинацияһында Бөтә Союз кинофестивале лауреаты
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены [5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  2. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
  3. День Лейлы Абашидзе
  4. Абашидзе Лейла Михайловна на сайте «Актеры советского и российского кино»
  5. Лейла Абашидзе в БСЭ