Лена Андерссон
Лена Андерссон | |
швед. Lena Marianne Andersson | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 11 апрель 1955[1][2] (69 йәш) |
Тыуған урыны | Fritsla[d], Марк[d], Швеция |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | госпел[d], баллада[d], фолк[d] һәм кантри[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Polar[d] |
Рәсми сайт | lena-anderssonhubbard.blogspot.co.uk |
Лена Андерссон (швед. Lena Marianne Andersson); 11 апрель 1955 йыл) — швед йырсыһы. Балладалар, халыҡ музыкаһы һәм кантри стилендәге йырҙар башҡара. 1970-се йылдарҙа ҙур билдәлелеккә өлгәшә. Уның репертуарына ABBA ҡатнашыусылары Бьёрн Ульвеус һәм Бенни Андерссон яҙған йырҙар инә. Шулай уҡ бэк-вокалист сифатында АВВА-ның донъя буйлап турнеһында һәм уларҙың Австралияла барған сығышы тураһындағы «ABBA: The Movie» фильмында ҡатнаша.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лена Андерссон 1955 йылдың 11 апрелендә Вестергётланд Фритсала тыуған, ете йәшендә ата-әсәһе менән Хальмстадҡа күсә, һәм бында 1-2-се кластарҙа уҡый. 12 йәшендә ул гитарала уйнап ҡарай, һәм үҙенең тауышы Джоан Баэз һәм Джуди Коллинз стилендәге фолк-музыканы башҡарыуға тура килә тип хәл итә. Ул музыка яҙа башлай һәм 1970 йылдың декабрендә үҙенең гитара аккомпанементы оҙатҡан ете яҙмаһын радиолағы Янна Форселланың «Så kan bli det» программаһына ебәрә. Лена Андерссондың йырҙарын Стиг Андерсон радио тапшырыуҙар аша ишетеп ҡала. Ғинуарҙа Лена үҙенең атаһы менән Стокгольмға бара һәм йома көндө төнгә яҡын ваҡытта «Midnight hour» программаһының тура эфирында йырлай, һәм шунда Стиг Андерсон менән осраша һәм унан LP яҙҙырыу тәҡдимен ала. 1971 йылда спорт каникулы аҙнаһында гитарасы Янне Шаффер һәм пианист Яна Боквист ҡатнашыуында «Lena 15» пластинкаһы сыға.
Лена 1971 йылдың апрелендә 15 йәшендә ТВ-ла «Hylands hörna» программаһында «Är det konstigt att man längtar bort nån gång» (Баффи Сент-Мариҙың «I’m gonna be a country girl again» йырына Стиг Андерссон швед тексын яҙған) йыры менән тәүләп күренә. Йыр Svensktoppens-та беренсе урын биләй һәм шулай итеп бөтә илдә билдәлелек ала.
Шул уҡ йылда 79 концерт бирә һәм парктарҙа сығыш яһап, ул Швецияла турне үткәрә. 1970-се йылдар башында ул Melodifestivalen (Евровидениела ҡатнашыуға рөхсәт биргән швед һайлау конкурсы) ҡатнашып, 1972 йылда «Säg det med en sång» йыры менән 3-сө урын яулап, башҡа ҡатнашыусылар араһында популярлыҡтың юғары нөктәһенә ирешә. Башҡа телдәр араһында япон һәм ике йыл унда булып сыға. 1972 йылда, башҡа йырҙар менән бергә япон телендә ике йыр менән LP сыға, һәм шул уҡ йылда Bjorn & Benny менән бергә (ул ваҡытта буласаҡ АББА шулай аталған) «Tokyo musik festival» конкурсында «Better to have loved» йыры менән ҡатнаша һәм беренсе бүләкте приз ала. Бер ни тиклем ваҡыт ул бэк-вокалист сифатында АББА төркөмө менән, атап әйткәндә, «ABBA — The Movie» (1977) фильмында сығыш яһай. Шул уҡ йылда ул яңынан Melodifestivalen-да «Det bästa som finns» мелодияһы (Тед һәм Кеннет Гердестад яҙған) менән ҡатнаша һәм 8-се урын биләй.
1980-се йылдар аҙағында гитарасы Ларс Финберг менән бергә яҙылған («Tonight», «Lay Baby Lay», «Build me up» (икенсе исеме «Inspiration») бер-ике поп-сингл сығара. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә ныҡ популяр булып китә алмай. Иң һуңғы дискы (1991 һәм 2002 йылдарҙа сыҡҡан йыйынтыҡтарын иҫәпкә алмағанда) 1983 йылда сыҡҡан «Tonight»/«Coming Through» булған. 1985 йылдың авгусында Мальоркала Андерссон христианлыҡ ҡабул итә. 1997 йылда ул Уппсаланан Унда Смоландҡа күсә. Һәм пианист Магнус Эклёф менән бергә эшләп, артабанғы 4 йыл эсендә күп көй яҙҙырып сығара. 2001 йылда (ғүмеренең һуңғы йылында) Лена Андерссон Nizzan Jazzband менән бергә үҙенең тыуған ҡалаһы Хальмстадта сығыш яһай.
2001 йылдың 26 майында Лена Поскаллавик сиркәүендә американлы Тобе Хуббардҡа кейәүгә сыға, һәм шул ваҡыттан алып Андерссон Хуббард фамилияһын йөрөтә. 2001 йылдың 22 авгусында АҠШ-ҡа, Калифорниялағы Сан-Диегонан бер нисә миль алыҫлыҡта урынлашҡан урынға күсә. Был осорҙа Лена госпел, дини текслы балладалар йәки джаз йырлай, бынан тыш, хор йырсыһы ла, яңғыҙ башҡарыусы сифатында ла, христиан ғибәҙәттәрендә ҡатнаша. 2007 йылдың апрелендә ул ире, пастор вазифаһфна тәғәйенләнгәндән һуң, уның менән бергә Турлок ҡалаһына күсә.
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Синглдары:
- 1971 Är det konstigt att man längtar bort nån gång?
- 1971 Scarborough Fair
- 1971 Jag kommer
- 1971 Tom Tom käre vän
- 1972 Säg det med en sång
- 1972 Better to Have Loved (Than Never Loved at All)
- 1972 Sol, vind och vatten
- 1972 Söderjäntans söndag
- 1973 Hej du glada sommar
- 1974 — Hasta Mañana (на шведском)
- 1974 — SOS (на немецком)
- 1975 — Jag har väntat på dig
- 1976 — Fernando (на немецком)
- 1983 Tonight/Coming Through
Альбомдары:
- 1971 Lena, 15
- 1971 Lena
- 1972 12 nya visor
- 1977 Det bästa som finns
- 1991 Spotlight (samlings-CD)
- 2003 Musik vi minns (samlings-CD)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Lena Andersson // Discogs (ингл.) — 2000.
Һылтанмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лена Андерссон (инг.) Internet Movie Database сайтта(инг.) Internet Movie Database сайтта
- Интервью Лены Андерссон (2011) 2013 йыл 12 март архивланған. (инг.)(инг.)