Эстәлеккә күсергә

Ленинград өсөн һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленинград өсөн һуғыш
Рәсем
Башланыу датаһы 10 июль 1941
Тамамланыу датаһы 9 август 1944

Ленинград өсөн һуғыш — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ленинградты обороналау буйынса Германия һәм Финляндия ҡораллы көстәренә ҡаршы СССР ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре. 1941 йылдың 10 июленән 1944 йылдың 9 авгусына тиклем дауам итә[1]. Алыштар Ленинград өлкәһендә, Эстон ССР-ында, Калинин өлкәһенең көнбайышында, Карел-Фин ССР-ының көньяғында бара. Германия һәм Финляндия ғәскәрҙәре менән бер рәттән СССР-ға ҡаршы зәңгәр дивизия составында Испания хәрбиҙәре һәм Ладога күлендә хәрәкәт иткән итальян хәрби-диңгеҙ көстәре ҡатнаша[2].

Һуғыш башланғанда Балтика флотының Төньяҡ һәм Төньяҡ-көнбайыш фронттары ғәскәрҙәрендә 540 мең кеше, 5000 орудие һәм миномет, 700 самаһы танкы (уларҙың 646-һы — еңел), төп класлы 235 хәрби самолет һәм 19 хәрби карап була. Дошмандың — 810 мең кешеһе, 5300 орудие һәм минометы, 440 танкыһы, 1200 хәрби самолеты була.

«Төньяҡ» армиялар төркөмө Ленинградҡа һөжүме башлағанда Төньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәренән пехота буйынса — 2,4, ҡорал буйынса — 4, минометтар буйынса — 5,8, танкылар буйынса — 1,2, самолеттар буйынса 9,8 тапҡырға өҫтөнлөрәк була.

В подготовленных в ставке Гитлера тезисах доклада «О блокаде Ленинграда» от 21 сентября указывалось: «...б) сначала мы блокируем Ленинград (герметически) и разрушаем город, если возможно, артиллерией и авиацией... г) остатки «гарнизона крепости» останутся там на зиму. Весной мы проникнем в город... вывезем все, что осталось живое, в глубь России или возьмём в плен, сровняем Ленинград с землей и передадим район севернее Невы Финляндии». Выполняя свой план, гитлеровское командование осуществляло бомбардировки и обстрелы города (за период битвы за Ленинград по городу было выпущено около 150 тыс. снарядов и сброшено 102 520 зажигательных и 4653 фугас, авиабомб).

— «Советская военная энциклопедия Том 1» М.: Воениздат, 1976

1941 йылдың сентябре аҙағында Ленниградтың көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ территорияһында фронтта яйға һалына. Дошмандың Ленинградты яулап алыу планы барып сыҡмай, ә был уның «Төньяҡ» армиялар төркөмөнөң төп көсөн Мәскәүгә һөжүм итеү өсөн бороу ниәтен юҡҡа сығара.

  1. Советская военная энциклопедия. — М.: Воениздат, 1976. — Т. 1.
  2. Ковальчук В. М. Ленинград и Большая Земля. — Л.: Наука, 1975. — С. 274—275. — 328 с.
  • Гланц Д. М. Блокада Ленинграда 1941—1944 = Leningrad city under siege 1941—1944 / пер. с англ. Е. В. Ламановой. — М: Центрполиграф, 2009. — 221 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9524-4170-5.
  • Коллектив авторов. Битва за Ленинград 1941—1944. Альбом схем. — М: Издательство Министерства обороны СССР, 1964.
  • Коллектив авторов. Краснознамённый Балтийский флот в битве за Ленинград. 1941—1944. — М: Наука, 1973. — 448 с. — 20 000 экз.
  • Коллектив авторов. Оборона Ленинграда. 1941—1944. Воспоминания и дневники участников. — Л: Наука, 1968.