Лиана Хайд
Лиана Хайд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған көнө | 16 август 1895[2][1][3][…] |
Тыуған урыны | Вена, Австро-Венгрия[2] |
Вафат булған көнө | 28 ноябрь 2000[2][1][3][…] (105 йәш) |
Вафат булған урыны | Ваберн-Берн[d], Кёниц[d], Берн[d], Швейцария |
Һөнәр төрө | театр актёры, кино актёры, йырсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][4] |
Лиана Хайд Викимилектә |
Лиана Хайд (нем. Liane (Juliane) Haid; 1895—2000) — Австрия актёры һәм йырсыһы; уны йыш ҡына тәүе Австрия кинойондоҙо тип атайҙар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1895 йылдың 16 авгусында Австро-Венгрияның баш ҡалаһы Венала тыуған һәм Баварияның затлы ғаиләһенән сыҡҡан. Һеңлеһе Грит Хайд шулай уҡ билдәлн киноактёр булып китә.
Лиананың сәхнә карьераһы театрҙа балетта сығыш яһауҙар менән башланған. Ул шулай уҡ төрлө яҡлы вокаль белем алған. 1915 йылда ул Якоб Флектең фильмында кинола тәүге роль башҡарған. Уның тураһында режиссёр Рихард Освальд белеп ҡалғас 1921 йылда уға «Леди Гамильтон[en]» тауышһыҙ фильмында төп ролде тәҡдим иткән. Ошо уҡ режиссёрҙың «Лукреция Борджиа» (1922) фильмында мөһим роль уйнағандан һуң уны Голливудҡа саҡыралар. Әммә барон Фридрих Хеймерлегә (Friedrich Haymerle, 1881—1969) кейәүгә сыҡҡас был тәҡдимдән баш тарта.
«Der unsterbliche Lump» — Лиана төшкән тәүге тауышлы фильм булған, уның артынса башҡалары килгән. Уның партнёрҙары араһында Ханс Альберс, Вилли Форст һәм Густав Фрёлих булған. Фильмдәрҙең күптәрендә ул йырлаған, быға уның вокаль белеме булышлыҡ иткән.
1937 йылда Лиананың Берлин актёры һәм режиссёры Ханс Сомборн менән икенсе никахы тарҡала. Бынан һуң ул әҙерәк рольдәр ала башлай, Швейцария докторы Карл Шпихерға кейәүгә сыға һәм уның менән бергә тропиктарҙы өйрәнеүгә бәйле сәйәхәттәрҙә ҡатнаша. Швейцарияла йәшәй, әммә 30 йыл никахтан һуң өсөнсө ире менән дә айырылыша. Бынан һуң Лиана үҙенең улы Пьер менән Ваберн-Берндә йәшәй.
Икенсе донъя һуғышынан һуң Лиана Хайд тик бер генә фильмдә — 1953 йылда «Im Krug zum grünen Kranze» тигән фильмда роль башҡарған һәм рәсми рәүештә үҙенең карьераһын тамамлаған.
2000 йылдың 28 ноябрендә Ваберн-Бернела вафат булған. Дорнбахер зыяратында ғаилә төрбәһендә ерләнгән.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1969 йылда немец киноһында ҡаҙаныштары өсөн Лиана Хайдҡа Filmband in Gold премияһы тапшырылған.
- 2008 йылда Венаның Хернальс районының урамдарының береһе уның хөрмәтенә Liane-Haid-Weg тип аталған.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #13544697X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Liane Haid // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/1ed5b855-e53b-4530-853f-7bdd094015df / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kay Weniger. Das große Personenlexikon des Films. Die Schauspieler, Regisseure, Kameraleute, Produzenten, Komponisten, Drehbuchautoren, Filmarchitekten, Ausstatter, Kostümbildner, Cutter, Tontechniker, Maskenbildner und Special Effects Designer des 20. Jahrhunderts. Band 3: F – H. John Barry Fitzgerald – Ernst Hofbauer. Schwarzkopf & Schwarzkopf, Berlin 2001, ISBN 3-89602-340-3.