Эстәлеккә күсергә

Ливенцовка ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәлғә
Ливенцовка ҡәлғәһе
Азовская крепость

Азовская крепость (Ростов өлкәһе)
Точка
Азовская крепость
Ил Рәсәй
Урыны Дондағы Ростов
Нигеҙләнгән беҙҙең эраға тиклем ХV-ХIV быуаттар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100002000№ 6100002000
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек түгел

Ливенцовка (Левенцовка) ҡәлғәһе — беҙҙең дәүергә тиклем XVII быуатта Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләре тарафынан төҙөлгән нығытма. Дондағы Ростовтың Совет районында, Үле Донец йылғаһының уң ярында, Каратаево һәм Ливенцовка ҡасабалары араһында урынлашҡан археологик комплекстың бер өлөшө булып тора[1]. Бронза быуаының фортификация нығытмаһын археологтар 1950 йылдарҙа таба. 1977 йылда Көнсығыш Европаның боронғо ҡәлғәләренең береһенең ҡалдыҡтары Ростов башҡарма комитеты тарафынан урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныла[2].

Дон ярҙарындағы күп һанлы археологик табылдыҡтар был ерҙәрҙә кешеләр еҙ быуатында уҡ йәшәй башлағанын раҫлай. Бында электән климат йомшаҡ була, географик урынлашыуы ла уңайлы — ит һәм балыҡ күп, Донда элек-электән бизондар, йөнлө мөгөҙморондар һәм мамонттар йәшәй. Ул ваҡытта әле һуңғы боҙлоҡ осоро таммаланмаған була. Кешеләр был территорияла ҙур ҡәбиләләр булып йәшәй, шулай үҙеңдең тамағыңды туйҙырыу күпкә еңел була. Эш ҡоралдарын улар кремнийҙың йоҡа пластиналарынан эшләй. Артабан пластиналар ағас йәки һөйәк ҡоралдар менән эшкәртелә — итеп энәләр, һөңгө, кинжал һәм бысаҡтар эшләнә[3].

Бронза быуат осоронда (беҙҙең дәүергә тиклем XXXIII—XIII/XI быуаттар) хәҙерге Дондағы Ростов ситендә беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡ менән билдәләнгән ҡәлғә ҡоролмалары урынлаша. Унда йәшәүселәрҙең мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт бик әҙ, бары тик бер нисә аморф ҡына табыла. Күҙаллауҙар буйынса, бында арийҙар йәшәй, әммә ҡәлғә дошмандарҙың баҫҡынсылығына сыҙамай һәм халыҡ Урта Азияға күсенә[4].

Археология комплексы 1920 йылдарҙа, А. А. Миллер етәкселегендә Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһының Төньяк Кавказ археология экспедицияһы эштәре барышында табыла. Комплексты тикшереү күп тиҫтә йылдар дауамында бара һәм бөгөн дә туҡтамай. Ливенцовка нығытмаһы үҙе һуңыраҡ, 1950 йылдарҙа табылаһәм донъяның фәнни-тарихи даирәләрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был архитектура һәйкәле Троянан бер нисә йөҙ йыл алдараҡ төҙөлгән, тип күҙаллана. Шулай итеп, Ливенцовка ҡәлғәһе бөтөн Көнсығыш Европала боронғо нығытма булып тора.

Археология ҡомартҡыһы территорияһында аҡ таштан һалынған диуарҙар ҡалдығы, соҡорҙар һәм ҡәлғәнең эске ҡоролошо ҡалдыҡтары һаҡланған. Шулай уҡ йөҙләгән уҡ башы, улар табыла. Нығытмала ҡурғандар һәм ҡәберлектәр бар. Ливенцовка ҡәлғәһенең оҙонлоғо периметр буйынса 280 метр тшкил итә[5]. Комплекс территорияһы ни бары 25 процентҡа ғына тикшерелгән[6].

Матбуғатта уны «Европаның боронғо ҡәлғәһе», «Дон Торяһы» тип атайҙар.

Әлеге ваҡытта территория ҡыҙғаныс хәлдә. Ростовтың крайҙы өйрәнеүселәре һәм тарихсылары Ливенцовка нығытмаһын тергеҙеү проектын эшләгән. Уға ярашлы бында асыҡ һауалағы археологик парк тәҙәләргә һәм уға туристар йәлеп ителергә тейеш. Бының өсөн башта Ливенцовка археология комплексы территорияһының сиген билдәләргә кәрәк. Был территорияны хужалыҡ эштәре алып барыу һәм урындағы халыҡ тарафынан рөхсәт ителмәгән сүп-сар түгеү урыны итеү, археология һәйкәлдәренә зян килтереүсе юлдар һалырға тырышыуға бәйле. Комплекстың бер өлөшө әлеге ваҡытта сүплеккә әйләндергән[7]. Шулай уҡ ҡоролмаларҙың ҡалдыҡтарын кешеләр дача ихтыяждары өсөн алыу ихтималлығы кү:ҙаллана, сөнки барлыҡ фрагменттарҙы совет археологтары кире күмә[6].

Археология комплексы федераль милектә булғанлыҡтан, Дондағы Ростов властары уны тотоуға аҡса бүлә, ә федераль властар, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, уны финанслай алмай.

2012 йылда ҡәлғә территорияһы коттедж ҡасабаһы төҙөлөшөнә бирелә. Йәмәғәтселектең төрлө инстанцияларға мөрәжәғәтенән һуң шул уҡ йылда Совет районы прокуратураһы 37 участкаға милек хоҡуғы теркәүҙе - законһыҙ, ә һытау-һатып алыу килешеүен ғәмәлдә түгел тип таныуҙы талап итеп судҡа мөрәжәғәт итәй[8]. 2013 йылдың яҙында суд ерҙең законһыҙ бирелеүен таный[9][10].

  1. Донские зори.
  2. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100002000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  3. Древнейшая в Восточной Европе Ливенцовская крепость на грани уничтожения. Славянская культура. Дата обращения: 6 февраль 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  4. Донская Троя готова сдаться. НТВ. Дата обращения: 6 февраль 2017.
  5. Древнейшая в Восточной Европе Ливенцовская крепость на грани уничтожения — Славянская культура. slavyanskaya-kultura.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.(урыҫ.). slavyanskaya-kultura.ru. 23 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Древняя крепость в Левенцовском микрорайоне | Кладоискатель. donovedenie.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.
  7. Super User. Ливенцовская-Каратаевская крепость, «Донская Троя» (билдәһеҙ). donskaya-troya.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017. 2017 йыл 31 ғинуар архивланған.
  8. Коттеджей на Донской Трое не будет?
  9. Газета «Аргументы и факты» на Дону, № 10 (1687), март 2013 года
  10. Прописка в «Донской Трое» отменяется? 2013 йыл 13 май архивланған.. // Наше Время 26.04.2013

Ҡалып:Rostov-obl-stub