Лилит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лилит (йәһ. לילית‎)
«Әҙәм, Һауа һәм Лилит»

миниатюра XV века

Заты: ҡатын-ҡыҙ
Төбәк: Эдем

Телгә алына:

Ис. 34:14
Атаһы: булмаған
Әсәһе: булмаған
Ҡатыны (ире): Әҙәм
Бәйле төшөнсәләр: Эдем баҡсаһы

Самаэль
Иблис
Тәү гонаһ

Бәйле ваҡиғалар: Әҙәм яралыуы

Гонаһҡа төшөү

Лилит (йәһ. לילית‎) — йәһүд мифологияһында Әҙәмдең беренсе ҡатыны. Христиандарҙың ҡайһы бер апокриф (библияға инмәгән) китаптарында телгә алына, мәҫәлән, Ҡумран ҡулъяҙмаларында.

Риүәйәт буйынса, Әҙәм менән айырылышҡас, Лилит сабыйҙарҙы үлтереүсе иблискә әйләнә. Был персонаж ғәрәп мифтарында ла бар.

Лилит исеме Гилгәмеш эпосында ла осрай.

Лилиттың килеп сығышы тураһында легендалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәм һымаҡ үҙен дә Аллаһтың ижад емеше тип иҫәпләгәнгә Лилит иренә буйһонорға теләмәй.

Ягве Аллаһының йәшерен исемен әйтеп, Лилит һауаға күтәрелә һәм Әҙәмдән китә. Әҙәм Ягваға мөрәжәғәт итә. Ягве Лилит артынан өс фәрештәне ебәрә: Сена, Самангелоф, Сансена (Snvi, Snsvi, һәм Smnglof) .[1]

Фәрештәләр уны Ҡыҙыл диңгеҙ янында ҡыуып етәләр, ләкин Лилит ире янына ҡайтыуҙан баш тарта.

Фәрештәләр уға үлем менән янай, Лилит уларға, алла тарафынан сабыйҙарҙы үлтерергә ебәрелгәнмен, тип алдай, ләкин үҙенең йәки берәй фәрештәнең исеме яҙылған бетеүе булған балаларға теймәйәсәген әйтә. Фәрештәләр уға яза бирә. Был язаның өс версияһы бар: һәр төн уның йөҙҙәрсә сабыйы вафат була; ул иблистәрҙе генә тыуҙыра ала; йә алла уны түлһеҙ итәсәк.

Йәһүдтәрҙә Лилитты сабый балаларҙы урлаусы йә уларҙы алмаштырыусы, йәиһә тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙы зәхмәтләндереүсе, түлһеҙлеккә килтереүсе булып иҫәпләнә.

Лилит тураһындағы легендалар йәһүдтәрҙең сабый бишегенә фәрештәләр исеме яҙылған бетеү элеү йолаһын аңлата. Лилит зыян килтермәһен өсөн бәпесләүсе ҡатындарға уҡылған өшкөрөүсе доғаларҙа уны туҡтатырға тырышҡан өс фәрештәнең исемен генә түгел, Лилиттың ҡайһы бер исемдәре лә булырға тейеш: Батный (ҡарын), Одем (ҡыҙыллыҡ) йәки Аморфо (формаһы юҡ). Ошо уҡ риүәйәт сабыйҙарҙың ҡулына ҡыҙыл еп бәйләү йолаһын да аңлата, сөнки Лилит ҡыҙыл төҫтән ҡурҡа тип иҫәпләнә. Айырыуса, малайҙарҙы сөннәтләү алдынан булған төн ҡурҡыныс тип һанала, сабыйҙы Лилиттан һаҡлап алып ҡалыу өсөн атаһы төн буйы доғалар уҡырға тейеш булған.

Исеме ҡулланыла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лилит исеме әрмән ҡатын-ҡыҙҙары араһында популяр. Әрмәнстанда был исем үҙенең эйәһенә гүзәллек, хужалыҡсыллыҡ, түллелек килтерә тип иҫәпләнә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Liber Azerate, TOTBL Орден Чёрного Пламени, офиц. перевод E.T. [1]
  • A.M.S.G., автор V.Scavr, The Black Press, 2009.
  • The Complete Book of Demonolatry, S.Connoly, ISBN 978-0-9669788-6-5
  • Liber HVHI, Форд М, Succubus Publishing, 2005
  • Luciferian Witchcraft, Форд М, Succubus Publishing, MMV
  • Сатанинская Библия, Антон Шандор ЛаВей
  • Шарль Фоссе. Ассирийская магия (с предисловием В. В. Емельянова)
  • Борхес Х. Л.. Бестиарий: Книга вымышленных существ. М., 2000.
  • Женщина в мифах и легендах: Энциклопедический справочник. Ташкент, 1992.
  • Энциклопедия символов, знаков, эмблем. М., 1999.
  • Руслан Хазарзар. Лилит и другие
  • Рыбалка А. «Энциклопедия еврейской демонологии»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Лилит // Символы, знаки, эмблемы: Энциклопедия / авт.-сост. В. Э. Багдасарян, И. Б. Орлов, В. Л. Телицын; под общ. ред. В. Л. Телицына — 2-е изд. — М.: ЛОКИД-ПРЕСС, 2005. — 495 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]