Липовандар
Липовандар | |
Байраҡ | |
Туған тел | урыҫ теле, Румын теле, Болгар теле һәм украин теле |
---|---|
Липовандар Викимилектә |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 37 000 (офиц.) | |
Тел | |
Дин |
Старообрядсылыҡ (поповсылар) |
Халыҡ | |
Килеп сығышы |
Липовандар (румын. Lipoveni, филипповсылар, филиппондар, дунактар) — поплыҡ йүнәлешендәге старообрядсылар һәм урыҫтарҙың этнографик төркөмө.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Никондың сиркәү реформаларынан һуң улар Молдаван кенәзлегенә, буласаҡ Буковинаға, күсенәләр. Версияларҙың береһе буйынса «липовандар» атамаһы боҙоп әйтелгән «филиповсылар» һүҙенән алынған, икенсе версия буйынса — липовандар йәшенеп йөрөгән йүкә(липа) сауҡалыҡтарынан. Тәүге тапҡыр әлеге һүҙ 1733 йылғы Австрия документарында телгә алына. Һуңғараҡ липовандарға Румынияла тороп ҡалған уларҙың диндәштәре — игнат-казактар ҡушыла.
Ваҡытында идара Чаушеску хакимлыҡ иткән осорҙа липовандарҙы мәжбүри ассимиляциялау дәүләт сәйәсәте үткәрелә — уларға румын фамилиялары бирелә, мәктәптә уҡытыу тик румын телендә алып барыла һәм башҡалар[1].
Әлеге ваҡытта липовандарҙың күпселеге Румынияла (төньяҡ-көнбайыш Добруджала, Ботошани, Сучава, Яссы, Васлуй, Нямц, Бакэу, Галац, Брэила һәм башлыса Тулча жудецтарында) көн күрә. Румыниялағы липован халҡы йәшәгән эре тораҡ пункттары: Гиндерешть, Журиловка, Бретешть, Маноля, Липовень, Климеуц, Каркалиу, Сарикей, Слава-Черкезе (Слава Черкесская), Слава-Русэ, Периправа, Сфиштофка (Свистовка), Мила 23. Украинала — (Килия, Вилково, Измаил һәм тирә-яҡ ауылдар (Иҫке Некрасовка, Яңы Некрасовка). Шулай уҡ липовандар общиналары Молдованың ҡайһы бер ҡалаларында (Кишинев, Кагул, Оргеев, Бельцы) йәшәйҙәр, башлыса липован ауылдары бар (Кунич, Покровка)[2]. Молдавские и многие румынские липоване двуязычны, свободно владеют русским и румынским языками[3][4], Молдова һәм күп кенә румын липовандары ике телле, урыҫ һәм румын телдәрендә иркен һөйләшәләр[5], шулай уҡ Украинала — украин телендә. Болгарияла өлөшләтә липован ауылдары бар (Казашко һәм Татарица ауылдары).
Әлеге ваҡытта Румынияла липовандарҙың һаны рәсми мәғлүмәттәр буйынса 37 мең кеше һәм рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса — 100 мең кеше иҫәпләнә. 1990 йылда Бухарестта «Урыҫ липовандары общинаһы» ойошторола, община ике телле «Зори-Zorile» гәзитен һәм «Китеж-град» журналын сығара.
Репатриация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң эш көсө етмәү сәбәпле совет хөкүмәте сит илдә йәшәгән үҙенең элекке граждандарына тыуған илгә ҡайтырға тәҡдим итә. 1947 йылдың көҙөндә Рәсәйҙән Румынияға Никон сиркәү реформалары осоронда күсенеп киткән урыҫ липовандары ике румын ауылынан (Каменка һәм Серикей) «Карл Маркс» пароходында Одесса аша Әстерханға тиклем юлланалар. Күскенселәр депортацияланған ҡалмыҡтар меннән бергә Тюменевкала йәшәй башлайҙар. 1947 йылдың 2 ноябрендә күскенселәрҙең дөйөм йыйылышында «Яңы тормош» колхозын ойошторорға һәм Тюменевка ауылы исемен Речное тип үҙгәртергә ҡарар итәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белая Криница (Украина, Черновцы өлкәһе)
- Пилип-Хребтиевский — Украиналағы Хмельницк өлкәһендә старообрядсылар ауылы, исеме «пилипоны» һүҙенән барлыҡҡа килгән.
- Айдемир — Болгарияла липовандар нигеҙ һалған ауыл.
- Иван Пацайкин — билдәле ишкәксе (каноэ буйынса), 4 тапҡыр Олимпия чемпионы, липован.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Старообрядческие поселения Бессарабии и Белая Криница: к истории возникновения и развития
- ↑ Старообрядцы в Молдавии: живая традиция . www.russkiymir.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2017.
- ↑ Стойкость не бреющих бороды — Booknik.ru . booknik.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2017.
- ↑ Русская вера. Липоване. Кто такие «липовани» . ruvera.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2017.
- ↑ Липоване в Молдавии и Буковине (рус.), КУЛЬТУРНЫЙ ЛАНДШАФТ (2 октябрь 2012). 27 октябрь 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Липованы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Официальный сайт общины липован в Румынии (инг.) (рум.) (рус.)
- Яценко Е. Русский язык в дальнем зарубежье. Способны ли русскоязычные сохранить великий и могучий?
- Газета «Зори»
- Москетти-Соколова А. «Историко-культурные связи казаков-некрасовцев и липован»
- Русские липоване в Румынии — история и современность (радиопередачи русской службы Интеррадио (Румыния)
- В гостях у липован