Эстәлеккә күсергә

Лисицына Анна Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лисицына Анна Михайловна
рус. Анна Лисицына
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Карелия (тарихи өлкә)
Вафат булған көнө 3 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Свирь, Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем сәбәбе батып үлеү[d]
Һөнәр төрө партизан
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Изображение памятной доски
 Лисицына Анна Михайловна Викимилектә

Анна Михайловна Лисицына (вепс. Lisicina анда, tütär Mihailan; 14 февраль 1922 йыл, Житноручей ауылы, Карелия Хеҙмәт Коммунаһы, РСФСР3 август 1942 йыл, Свирь йылғаһы) — партизан, Карелия-Фин Совет Социалистик Республикаһының Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының элемтәсеһе. Советтар Союзы Геройы. Ленин ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.

Анна Михйловна Лисицына 1922 йылда Житноручей ауылында  (хәҙер Карелияның Прионежский районы Рыбрек ауылы составында) тыуған. Милләте буйынса — вепс.

Рыбрек ауылында урта мәктәпте тамамлай. 19381940 йылдарҙа Ленинград китапхана техникумында уҡый (йәки Карел мәҙәниәт училищеһы), уны тамамлау менән Сегеж ауылы клубында китапханасы булып эшләй.

1942 йылдың июнендә Анна Лисицына һәм Мария Мелентьева финдар Шелтозерский районына ебәрелә. Улар унда йәшерен комитеттарҙың осрашыуын ойоштора, оккупация режимы, ут нөктәләренең урынлашыуы һәм дошмандың оборона ҡоролмалары тураһында мәғлүмәттәр йыя, халыҡ менән бәйләнеш урынлаштыра.

Заданиенан ҡайтып килешләй Лисицына Cвирь йылғаһы аша кисеүҙә батып үлә, хеҙмәттәше Мария Мелентьеваға асыҡланған мәғлүмәттәрҙе тапшырып өлгөрә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 25 сентябрендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Лисицына Анна Михайловнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Подпорожье ҡалаһында, ҡала тибындағы Никольский ҡасабаһында һәм Рыбрек ҡасабаһында Геройға һәйкәл ҡуйылған.

Уның исемен Петрозаводск ҡалаһында, Рыбрек ауылында, ҡала тибындағы Никольский ҡасабаһында урамдар, балыҡ тотоу траулеры, Петрозаводск мәҙәниәт училищеһы һәм Диңгеҙ флоты министрлығы йөрөтә.

Анна Лисицына һәм Мария Мелентьеваға А.А. Ивановтың «Это было в Карелии» пьесаһы һәм Геннадий Фиштың очеркы «Подруги» арнала.

Анна Лисицынаның портреты Советтар Союзы Геройҙарының - Карелияла тыуғандарҙың Монументаль портрет галереяһында ҡуйылған, ул 1977 йылда Петрозаводскта Антикайнен һәм Ҡыҙыл урамдарында асыла.

  • Памятник Анне Лисицыной
Петрозаводскта А.Лисицына урамында иҫтәлекле тамға Петрозаводск ҡалаһының А.Лисицына урамындағы 2-се йортта рус һәм фин телендә мемориаль таҡтаташ Никольский ҡасабаһында һәйкәле

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои земли советской. — Петрозаводск: Карельское книжное издательство, 1968. — С. 169-186. — 367 с. — 20 000 экз.
  • Г. Фиш. Карельские девушки (о А. М. Лисицыной и М. В. Мелентьевой) // Героини. Очерки о женщинах — Героях Советского Союза. / ред.-сост. Л. Ф. Торопов. вып.1. М., Политиздат, 1969. стр. 327—345.
  • Гордиенко А. А. На пути к рассвету: повесть о Героях Советского Союза А. Лисициной и М. Мелентьевой. — Петрозаводск, 1990. — 295 с.