Любляница
Любляница | |
Һыу башы | Retovje Springs[d] |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Сава[d] |
Ҡушылдыҡ | Iška[d], Gradaščica[d], Besnica[d], Bistra[d], Borovniščica[d], Mala Ljubljanica[d] һәм Unica[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Савы[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Словения[1] |
Һыу сығымы | 25 м³/с |
Бассейн майҙаны | 1890 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Словения[1] |
Административ-территориаль берәмек | Любляна[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Люблянская котловина[d] |
Мираҫ статусы | Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][2] |
Оҙонлоҡ | 85 km |
Любляница Викимилектә |
Любляница (слов. Ljubljanica) — Словенияла йылға, Сава йылғаһы ҡушылдығы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға исеменең килеп сығышында аныҡ аңлатма юҡ. Версияларҙың береһе буйынса йылға исеме немец теленән нем. Laibach(«әкрен һыу») тигәнде аңлата, башҡа фекерҙәр буйынса йылға исеме шәхси Любовид исеменән, йылға ярҙарында ауылдарға нигеҙ һалыусы кеше исеменән барлыҡҡа килгән. Ә инде баш ҡала Любляна атамаһы йылға исеменән сыҡҡан[3][4].
Рим империяһы дәүерендә йылға һәм ауыл хәҙерге Врхника урынында Навпорт (лат. Nauportus) тип аталған[5]. Урта быуат сығанаҡтарында йылға латин һәм немец Leybach атамалары менән (1254 йыл), Laibacus (1260 йыл), Leybach (1265 йыл), Laybach (1314, 1443 йылдар) йөрөтөлә. Словен исемен беренсе тапҡыр Вальвазор ҡуллана[6].
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға үҙенең дауамында ете тапҡыр карст йырындарында юҡҡа сыға һәм ҡабаттан өҫкә сыға һәм шул уҡ ваҡытта исемен үҙгәртә[7][5][8]. Үҙ ағымының башында ул Трбуховица (слов. Trbuhovica) тип атала, һуңынан Обрх (слов. Obrh), Стржень (слов. Stržen), Рак (слов. Rak), Пивка (слов. Pivka), Уница (слов. Unica) һәм тик Врхника ҡалаһынан түбәндә генә Любляница исемен ала[9][10].
Йылғаның оҙонлоғо Врхника ҡалаһынан алып Сава йылғаһына ҡойған урынға тиклем 41 км[11]. Бассейндың һыу йыйыу майҙаны 1890 км²[7]. Йылға киңлеге 25-30 м, максималь тәрәнлеге 12 м тиклем.[12]. Ағымының яҡынса 20 км уның ер аҫты карст мәмерйәләре аша аға. Любляница һыу йыйыу сиктәрендә карст бифуркацияһы табыла, уларҙа һыу бер участканан бер үк ваҡытта төрлө яҡҡа аға. Любляницала, уның Сава йылғаһына ҡойған урындан 10 км алыҫлыҡта Словенияның баш ҡалаһы Любляна урынлашҡан. Һыу сығымы 4,3 алып 132 м³/с тиклем үҙгәрә һәм уртаса 39 м³/с тәшкил итә[5].
Геологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға бассейнының ҙур өлөшө эзбизташ аҡбур һәм юра һәм триас доломиттары осороноң ҡеүәтле ҡатламынан тора[13]. Шулай уҡ дүртенсел ултырмалары бар, уларҙың ҡеүәте Планин яланында 25 метрға етә, ә уртаса 5 метр тәшкил итә.[5]. Бассейндың Врхникаға тиклем көньяҡ өлөшө динар карсттан тора, ул башлыса эзбизташтан. Төньяҡ-көнбайышта Альп алды йәки доломиттан текә битләүҙәр менән карст өлкәһе урынлаша. Һыу йыйыуҙың ҙур өлөшө йырғыланған карст һыу алып килеүсе горизонттарҙан тора, ул ер аҫты һыуҙарының сығанаҡтары (Любляна һаҙлыҡтары) кеүек файҙаланылыусы ҙур булмаған һыу алып килеүсе горизонттар барлыҡҡа килтерә. Һыу йыйыу бассейнының төньяҡ өлөшө Сава йылға башынан алыҫ түгел урынлашҡан[7].
Любляница башы һәм Планин яланы араһындағы участкала, яҡынса 150 км² майҙанда 800-ҙән ашыу мәмерйә билдәле[14].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға бассейнында йылына ямғырлы 100-150 көн иҫәпләнә, ошо ваҡыт эсендә 1300 мм алып 3000 мм-ға тиклем яуым-төшөм яуа. Рекордлы тәүлек һаны 300 мм тәшкил итә. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ҡышҡы һәм көҙгө ташҡын була. Яҙғы ташҡындар юғары таулы яйлаларҙа ҡар иреү арҡаһында була[5].
Археологик тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағында Любляница йылғаһында Карел Дежман тарафынан водолаз археологик тикшеренеүҙәр башлана. Тимер ҡорал һәм бронза һауыттар табыла[12].
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Любляница аша Аждаһа күпере[15] үтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #4099719-4 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.
- ↑ Snoj M. Etimološki slovar slovenskih zemljepisnih imen. Založba Modrijan. — Ljubljana :: Založba ZRC, 2009. — С. 238–241. — 978-961-241-360-6 с.
- ↑ Torkar S. O nastanku in pomenu krajevnega imena Ljubljana in njegove nemške oblike Laibach (словен.) // Glasilo Mestne občine Ljubljana. — 2008. — Т. XIII. — № 8, 9. — С. 1318—797X.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Bonacci O. Karst hydrogeology/hydrology of dinaric chain and isles (инг.) // Environmental Earth Sciences. — 2015. — В. 1. — Т. 74. — С. 37–55. — ISSN 1866-6299&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1866-6280, 1866-6299. — DOI:10.1007/s12665-014-3677-8
- ↑ Bezlaj F. Slovenska vodna imena, 1. knjiga.. — Ljubljana: Slovenska Akademija Znanosti in umetnosti, 1956. — С. 349–351.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Sapač K., Rusjan S., Šraj M. Assessment of consistency of low-flow indices of a hydrogeologically non-homogeneous catchment: A case study of the Ljubljanica river catchment, Slovenia (инг.) // Journal of Hydrology. — 2020. — Т. 583. — С. 124621. — DOI:10.1016/j.jhydrol.2020.124621
- ↑ Blaž Lesnik, Radio Ognjišče. Reka sedmerih imen (словенск.). Radio Ognjišče. Дата обращения: 3 января 2021.
- ↑ Blaž Lesnik, Radio Ognjišče. Reka sedmerih imen (словенск.).Radio Ognjišče.Дата обращения: 3 января 2021.
- ↑ Ljubljanica.ksh.fgg.uni-lj.si.Дата обращения: 3 января 2021.
- ↑ Ljubljanica.ksh.fgg.uni-lj.si.Дата обращения: 3 января 2021.
- ↑ 12,0 12,1 Gaspari A. Archaeology of the Ljubljanica River (Slovenia): early underwater investigations and some current issues (инг.) // The International Journal of Nautical Archaeology. — 2003. — В. 1. — Т. 32. — С. 42–52. — DOI:10.1006/ijna.2003.1080
- ↑ Blatnik M., Mayaud C., Gabrovšek F. Groundwater dynamics between Planinsko Polje and springs of the Ljubljanica River, Slovenia (англ.)// Acta Carsologica.— 2019.— Vol. 48, iss. 2.— ISSN 0583-6050 1580-2612, 0583-6050.— doi:10.3986/ac.v48i2.7263.
- ↑ Blatnik M., Mayaud C., Gabrovšek F. Groundwater dynamics between Planinsko Polje and springs of the Ljubljanica River, Slovenia (инг.) // Acta Carsologica. — 2019. — В. 2. — Т. 48. — ISSN 0583-6050&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1580-2612, 0583-6050. — DOI:10.3986/ac.v48i2.7263
- ↑ Ерёмина Л.М. Все столицы мира: Популярный справочник. — Москва: Дрофа, 2001. — С. 66—68. — 304 с. — ISBN 5-7107-3085-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Condition of Ljubljanica . Архивировано 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған.