Эстәлеккә күсергә

Аждаһалар күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аждаһалар күпере
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған аждаһа
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна[d]
Урын Любляна
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Тимербетон һәм Тимер
Һүрәтләнгән объект аждаһа
Архитектура стиле модерн[d] һәм Вена сецессионы
Рәсми асылыу датаһы 10 апрель 1901
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Любляница
Мираҫ статусы словенский памятник локального значения[d][1]
Оҙонлоҡ 45 метр
Карта
 Аждаһалар күпере Викимилектә

Аждаһалар күпере (словен. Most Zmajski) — Любляна ҡалаһында Любляница йылғаһы аша автомобилдәр күпере, Словения баш ҡалаһының иң билдәле һәм танылған иҫтәлекле урындарының береһе, архитектура ҡомартҡыһы[2].

Любляница йылғаһы аша беренсе ағас күпер 1819 йылда төҙөлә. 1895 йылдағы ер тетрәүҙән ныҡ зыян күрә. 1901 йылда австрия инженеры Йозеф Мелан һәм архитектор Юрий Занинович етәкселеге аҫтында вена модерны стилендәге яңы өс тороҡло аркалы күпер төҙөлә[3]. Аждаһа күпере беренсе европа тимер күпер була, тамамланыу мәленә күперҙең аркаһы ҙурлығы буйынса Европала өсөнсө була[4]. Любляна реконструкцияһының киң планының өлөшө булараҡ, ул «Император Франц Иосиф I юбилей күпере» тип атала һәм Австрия-Венгрияның 40 йыллығына арнала[5]. Әммә рәсми атамаһы ҡабул ителмәй — ул күперҙең ике яғында пьедесталдарҙа ҡуйылған Аждаһаларҙың дүрт бронза статуяһы арҡаһында Аждаһа күпере булараҡ билдәле.

Римлеләр ваҡытында Люблянаның символы булып урындағы тәңкәләрҙә һүрәтләнгән грифон тора. XIII быуатта ҡала мисәтендә ҡанатлы арыҫлан һүрәтләнә. XV быуат та ул һарай өҫтөндә ҡанаттарын йәйгән йәшел драконға әйләнә. Бөгөнгө көндә был аждаһа өс ҡатлы башнялағы Любляна гербында тора[6]. Аждаһа тураһында риүәйәт иллирийҙарға барып тоташа. Уның образы аргонавтарар менән бәйле, улар алтын һарыҡ йөнө менән Колхиданан Дунай йылғаһы буйлап өйгә ҡайталар. Тап бында, Любляница йылғаһы яры буйында аргонавтарҙың юлбашсыһы Ярон ҡанатлы аждаһаны еңә һәм урындағы халыҡты мәңгелек ҡурҡыуҙан азат итә[7].

Шулай уҡ күперҙе һаҡлаусы аждаһалар менән бәйле яңы легенда ла бар: әгәр күпер аша ғиффәтле ҡыҙ үтһә, аждаһалар ҡойроҡтарын ҡыбырлата башлай[8][9].

  1. (unspecified title)Ministry of Culture of Slovenia.
  2. Ерёмина Л.М. Все столицы мира: Популярный справочник. — Москва: Дрофа, 2001. — С. 66—68. — 304 с. — ISBN 5-7107-3085-8.
  3. .
  4. Мост Змея (англ) 2008 йыл 11 декабрь архивланған.
  5. Любляна — город под крыльями дракона (англ) 2008 йыл 10 апрель архивланған.
  6. Райская птица на крепостной стене. Гербы Венгрии, Хорватии, Словении 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. .
  8. Steve Fallon. Slovenia. — Lonely Planet, 2004. — P. p65. — ISBN 1741041619.
  9. Robin McKelvie, Jenny McKelvie. Slovenia: The Bradt Travel Guide. — ROBIN MCKELVIE, 2005. — P. p84. — ISBN 1841621196.