Любша ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Любша ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сельцо-Горка[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Волховский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться примыкает к городищу
Карта
 Любша ҡәлғәһе Викимилектә

Николай Рерихтың «Заморские гости» картинаһында Любша ҡәлғәһенә күренеш[2]

Любша ҡәлғәһе — Волхов йылғаһының элекке тамағында урынлашҡан Боронғо Русь [3] ҡәлғәһе, Иҫке Ладоганан 2 км алыҫлыҡта ята.

Ҡәлғәнең төҙөлөүен VII—VIII быуаттың беренсе яртыһында Ладога янында славян халҡының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр.

Археологик тикшеренеүҙәр ҡәлғәһе тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәлғә Любша тип хәҙерге археологтар тарафынан уның урынлашыуы буйынса аталған, ул Волхов ярының уң ҡалҡыулығында Любша йылғаһының Волховҡа ҡойған урынында, Иҫке Ладога ауылынан төньяҡҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта ята[4].

Беренсе ҡаҙыныу эштәрен 1960—1970 йылдарҙа археологтар С.Орлов, Г.Лебедев һәм В.Петренко үткәрә. Шул ваҡытта ҡәлғә валының таш конструкциялары табыла һәм мәҙәни ҡатламы характеристикаһы билдәләнә.[5]

1997[6] йылда археолог Е.А. Рябинин экспедицияһы ҡаҙыу эштәрен башлай, шул саҡта ҡомартҡының әһәмиәте тулы күләмдә асыҡлана[5]. Ҡаҙыныу эштәре тәнәфестәр менән биш йыл дауам итә. 2002 йылда [7] һәм 2003 йылда[8][9] ҡаҙыныуҙар тураһында хәбәрҙәр баҫылып сыға, әммә материалдар Рябининдың ауырыуы арҡаһында тулыһынса (2004-сы йылға ҡарата) баҫылмай[10].

2003 йылда И.Л.Воинова ҡәлғәнең тышҡы күренешен реконструкциялай[8][9]. 2010 йылда реконструкциялау һәм топологик төшөрөү нигеҙендә 1970 йылдарҙа А.А. Фролкин ҡәлғәнең өс үлсәмле реконструкцияһын төҙөй.

2011 йылда Иҫке Ладоганың тарихи-архитектура һәм археология музей ҡурсаулығының рәсми сайтында музей хеҙмәткәрҙәре «Волховтағы боронғо таш ҡаланың» торошо менән бәйле борсолоу белдерә[11].

Ҡомартҡы тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

45×45 м ҙурлыҡтағы ҡаласыҡ һаҡланған, яҡынса 70 метр оҙонлоҡтағы һәм 18 м киңлектәге вал менән уратып алынған, борон заманда таш панцирь һалыуын ҡулланып фортификация менән нығытылған. Һалыуы 2,2 м тиклем бейеклектә һаҡланған, шулай уҡ диуарҙарының өҫтәмә ҡалдыҡтары һәм валдың өҫтө буйлап ағас нығытмалары ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған[5].

Ҡәлғәлә меңдән ашыу төрлө әйбер табылған, улар араһында — ҡойолған формалар, металдан биҙәүестәр һәм төҫлө металдарҙан ҡойолмалар, ярымфабрикаттар табылған. Биҙәүестәр формаһы иртә славян мәҙәниәте өсөн хас. Шулай уҡ тораҡтың характерын интерпретациялау өсөн быяла эшләнгән әйберҙәр мөһим булып тора: зәңгәр быяланан егерменән ашыу куб рәүешле мунсаҡтар һәм ҡатламда Ладогаға хас булған «ҡырҡылған сәйләндең» бөтөнләй булмауы. Тимерселек һөнәре үҫешкән, тимерҙән эшләнгән изделиелар табылған. Табылған ҡайһы бер башҡа деталдәр Скандинавия диңгеҙселәре менән хеҙмәттәшлек итеүгә күрһәтә[5].

Таш ҡәлғә аҫтында иртә ағас-тупраҡ вал һәм ағас тындарҙан торған нығытмаларҙың ҡалдыҡтары табыла. Был нығытмаларҙың радиоуглеродлы даталаныуы, таш нығытма барлыҡҡа килеүҙең VII — VIII быуаттарҙың беренсе яртыһына ҡарағанлығын һөйләй. Бик күп балыҡ һөйәктәре[12], һылап эшләнгән керамика, һөйәк ҡоралдар, усаҡтар менән был нығытмаға тап килгән мәҙәни ҡатлам  иртә тимер быуат өсөн типик[5].

Археологик табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Г. Лебедев Любша нығытмаһының үҙенең китабында Ладога археологияһы буйынса тикшеренеүҙәре тарихына бүлектә байтаҡ өлөш арнай[5], ул 2005 йылда сыға. Әммә бынан да алда ҡомартҡының археологик тикшеренеү һөҙөмтәләренең интерпретацияһы менән Е.А. Рябинин һәм А. Чернов шөғөлләнә. Черновытң фәнни-популяр мәҡәләләре 1999 йылда "Огонек", "Знание — сила" журналдарында һ.б[13]. баҫылып сыға [14]. Чернов тикшеренеү материалдарын “Повесть временных лет” (ПВЛ) китабында телгә алынған тарихи ваҡиғалар менән бәйләй, һәм 2012 йылда уның һығымталары археолог С.В.Белецкий , Л.В.Войтович һ.б. ҡатнашлығында ПВЛ китабының аңлатмаларында баҫылып сыға[15] Ҡомартҡының альтернатив интрепретацияһын 2005 йылда үҙенең диссертацияһында В. Фомин тәҡдим итә һәм артабанғы эштәрендә үҫтерә[16][17][18].

Любшан ҡәлғәһе тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табылдыҡтар характеры һәм мәҙәни ҡатлам уның халҡының иртә Европа сығышлы булыуына һәм Балтик диңгеҙе буйының көнбайыш славяндар, славяндар һәм кривичтар менән бәйләнешенә ҡарауын һөйәлй[19]. Был Новгород ерендәге славян-урыҫ халҡы үҫешенең айырымлығына күрһәтә[5]. Рябинин ҡәлғәнең таш нигеҙҙә яңынан ҡоролоуын яҡынса 700 йыл тип билдәләй. Любша ҡәлғәһенә яҡын аналогтарҙы Рябинин Үҙәк Европала, көнсығыш славяндар йәшәгән ареалда — Дунайҙан алып Балтик диңгеҙе буйына тиклем күрә[7].

Яҡынса 753 йылда икенсе ярҙа, Волхов буйлап утрауҙан 2 км өҫтәрәк, скандинав (фараз буйынса готландтар нигеҙ һалған — Готланд утрауынан) нығытылмаған ауыл — буласаҡ Ладога барлыҡҡа килә. Бында 780 йылдарҙан быяланан мунсаҡ һәм бисер етештереү ойошторола. Әммә, Иҫке Ладогала һәм Любшала табылған мунсаҡ төрҙәре айырыла. Зәңгәр куб рәүешле быяла мунсаҡтар (20 мунсаҡ табылған, ә Ладоганала 4 дана ғына билдәле[5], 810-840 йылдар менән билдәләнә[20]) Ладогала етештерелмәгән, ләкин Любша халҡының Бөйөк Ебәк юлы менән бәйләнешенә күрһәтә. Киреһенсә, Ладогала етештерелгән туралған сәйлән Любша территорияһында табылмай. Күрәһең Любша ҡәлғәһе ҡарауыл функцияларын үтәй, Волхов тамағы өҫтөнән хәрби-административ контролде башҡара. Хәйер, Любшаның киң торағы әлегә тикшерелмәгән[21][22]

Әйтергә кәрәк, вендель осороноң боронғо ҡомартҡыларына оҡшаш скандинав тибындағы ҡаралтылар һәм әйберҙәр (инструменттар) уға иртә славян мәҙәниәте тарафынан нигеҙ һалынғандан һуң 10 йыл үткәс Ладоганан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Был ултыраҡ, үҙ сиратында, 840 йылда ҡот осҡос янғын кисерә[5], шунан һуң тораҡта скандинав ирҙәр субкультураһы элементтары кеүек интерпретацияланған табылдыҡтар барлыҡҡа килә[23]. Киләһе һәләкәт 865 йылда була һәм ПВЛ китабында һүрәтләнгән ваҡиғаларға тап килә. Рябинин һәм Чернов был ваҡиғаларға тап килгән уҡтарҙың табылыуы тураһында хәбәр итә. (840 йылда — скандинавия уғы һәм һәм 865 йылда — урындағы уҡтар төрө)[7][14].

IX быуат икенсе яртыһында Боронғо Русь дәүләте барлыҡҡа килеүенең башында Любшща ҡәлғәһе йәшәүҙән туҡтай. Версияларҙың береһе буйынса[24][14][15][25], уны төбәктәге гидрологик режимы үҙгәреү арҡаһында ҡалдыралар — Ладога күле кимәлен кәметә[26] һәм төньяҡҡа сигенә, Любша йылғаһы һайыға. Һөҙөмтәлә ҡәлғә Волховта үҙенең һаҡлау вазифаһы әһәмиәтен юғалта. Һәр осраҡта ҡәлғә эшмәкәрлеге Ладогалағы үҙгәрештәр менән бәйле[5].

Любша ҡәлғәһе сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Рерих үҙенең «Заморские гости» (бер нисә варианты 1901 — 1910 йылдарҙа яҙыла) картинаһында сусаҡты һүрәтләй. Картинаның өҫкө мөйөшөндә шул ваҡытта әле билдәле булмаған Любша ҡәлғәһе һүрәтләнгән[2].

Боронғо ҡәлғәгә йәнәш Бестужевтарҙың нәҫелдән килгән боронғо имениеһы урынлашҡан.[27] 1946 йылдан ошо уҡ имениела рәссамдарҙың ижад йорто «Иҫке Ладога» урынлаша[28]. Любша йылғаһының икенсе ярында Долгов-Собуровтарҙың (Любша усадьбаһы) имениеһы урынлаша, петербург рәссамдар академияһының профессоры В.Максимов был усадьбаны үҙенең «Всё в прошлом» картинаһында һүрәтләй[29]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Решение Исполкома Ленинградского областного совета народных депутатов № 271 от 10.07.1978
  2. 2,0 2,1 В. Л. Мельников. О культурологических идеях Н. К. Рериха // Петербургский Рериховский сборник: выпуск II—III: Н. К. Рерих. — Самара: Издательский дом «Агни», 1999. — 800 с. — ISBN 5-89850-019-7.
  3. Подобные каменные конструкции известны сегодня лишь в Изборске; см. Лебедев, Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси, 2005.
  4. Селин А., Шитов М., Волковицкий А., Бойцова О.Городище в устье реки Любша. Музей-заповедник “Старая Ладога”.Дата обращения: 17 апреля 2015.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Лебедев, Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси, 2005
  6. Ладога — Отчеты о полевых исследованиях Любшанского городища в 1997 годуРябинин Е. А. Отчет о полевых исследованиях Любшанского городища в 1997 год. www.ladogamuseum.ru. Дата обращения: 2 ғинуар 2018.
  7. 7,0 7,1 7,2 Рябинин Е. А., Дубашинский А. В. Любшанское городище в Нижнем Поволховье (предварительное сообщение) // Ладога и её соседи в эпоху средневековья.. — СПб., 2002. — С. 196—203.
  8. 8,0 8,1 Рябинин Е. А. У истоков Северной Руси: Новые открытия. — СПб.: Блиц, 2003. — С. 178. — 223 с. — ISBN 5-86789-129-1.
  9. 9,0 9,1 Е. А. Рябинин, И. А. Коротенко. Русь изначальная. — СПб.: Русская классика, 2003. — С. 178. — 216 с. — ISBN 5-93205-010-1.
  10. Selin A.A «Ладожские древности сегодня — исследования и конъюнктура» = Staraja Ladoga: A Medieval Russian Town in a Post-Soviet Context // Russian history. Histoire russe. — 2009. — Т. 32. — № 3/4. — С. 479—489.
  11. Селин А., Шитов М., Волковицкий А., Бойцова О.Городище в устье реки Любша. Музей-заповедник “Старая Ладога”.Дата обращения: 17 апреля 2015.
  12. Тарасов И. И. Обзор промысловой ихтиофауны Новгородской земли в средние века по данным археологии // Исследование археологических памятников эпохи средневековья / отв. ред. А. В. Виноградов. — СПб.: Нестор-История, 2008.
  13. Рябинин Е. А.Раскопки Любшанского городища в Нижнем Поволховье: (предварит. результаты археол. исслед.) // Культура, образование, история Ленинградской области.— СПб., 2002.— С. 53-58.
  14. 14,0 14,1 14,2 Чернов А. Загадки озерных людей // Огонек. — 1999. — № 9. — С. 28-31. Архивировано из первоисточника 14 апрель 2015.
  15. 15,0 15,1 Повесть временных лет / Пер. с древнерусского Д. С. Лихачева, О. В. Творогова. Коммент. А. Г. Боброва, С. Л. Николаева, А. Ю. Чернова при участии А. М. Введенского и Л. В. Войтовича. — СПб.: Вита Нова, 2012. — С. 213. — 512 с. — ISBN 978-5-93898-386-1.
  16. В. Фомин. Голый конунг. Норманнизм как диагноз. — М.: Алгоритм, 2013. — 320 с. — (Наша Русь). — 2000 экз. — ISBN 978-5-4438-0430-9.
  17. Клейн Л. С. Спор о варягах. История противостояния и аргументы сторон. — СПб.: Евразия, 2009. — 201 с.
  18. Мурашева В. В. «Путь из ободрит в греки…» (археологический комментарий по «варяжскому вопросу») // Российская история. — 2009. — В. 4. — С. 174—180.
  19. Рябинин Е. А. Предисловие к альбому археологических находок в Старой Ладоге и на Любше. У истоков Северной Руси. Новые открытия. Санкт-Петербург, 2003, стр 17.
  20. Лебедев, Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси, 2005
  21. Просмотр Селин А., Шитов М., Волковицкий А., Бойцова О. Городище в устье реки Любша. Музей-заповедник “Старая Ладога”. Дата обращения: 17 апрель 2015.
  22. Чернов А.Любша и Ладога. Хронология по материалам раскопок Е. А. Рябинина 1973—2001 гг.Дата обращения: 17 апреля 2015.
  23. Кузьмин С. Л. Пожары и катастрофы в Ладоге: 250 лет непрерывной жизни? // Ладога — первая столица Руси. 1250 лет непрерывной жизни : Сборник статей. — СПб.: «Нестор-История», 2003. — С. 45–57.
  24. Селин А., Шитов М., Волковицкий А., Бойцова О. Городище в устье реки Любша. Музей-заповедник “Старая Ладога”. Дата обращения: 17 апреля 2015.
  25. Чернов А.Любша и Ладога. Хронология по материалам раскопок Е. А. Рябинина 1973—2001 гг..Дата обращения: 17 апреля 2015.
  26. Алина Купцова Ладога - 2005 // Журнал «Санкт-Петербургский университет». — СПб., 2005. — № 24-25 (3715-3716).
  27. Н. В. Мурашова, Л. П. Мыслина. Дворянские усадьбы Санкт-Петербургской Губернии. Южное Приладожье. Кировский и Волховский районы. — СПб.: Алаборг, 2009. — 368 с. — ISBN 978-5-86983-011-7.
  28. Стенографический отчёт заседания Правления ЛССХ совместно с Правлением Ленизо и Художественным фондом по обсуждению плана работ на 1945 год и о подготовке к выставке 1945 года // Центральный Государственный Архив литературы и искусства. СПб. Ф.78. Оп.1. Д.49, Л.8.
  29. В. Максимов. — Москва: Де Агостини, 2011. — Т. 47. — С. 14—19. — 32 с. — (50 художников — шедевры русской живописи).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алещукин Л. В., Рябинин Е. А., Шитов М. В. Палеопочвы Любши – свидетельство ландшафтно-геохимических условий Нижнего Поволховья в раннем средневековье // Вестн. / С.-Петерб. ун-та. Сер. 7: Геология. География. – 2003. – № 2. – С. 52 – 63.
  • Губанов И.Б. «Призвание варягов» в свете социально-исторических аналогий, внешнеполитической ситуации в Европе IX века и археологических материалов из городищ Любши, Старой Ладоги, Псковского и Рюрикова городища // Скандинавские чтения 2012 года: Этногр. и культур.-ист. аспекты: (Сб. ст.). – СПб., 2014.
  • Косых А.М. Янтарная находка из Любши и европейский путь лиры // Antiquitas Iuventae: Сб. науч. ст. студентов и аспирантов. – Саратов, 2007. – № 3. – С. 301 – 308.
  • Лебедев Г.С. Археология Ладоги // Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси. — СПб.: Евразия, 2005. — С. 459 – 481. — 640 с. — ISBN 5-8071-0179-0.
  • Лебедев Г.С. Верхняя Русь по данным археологии и древней истории // Очерки исторической географии: Северо-Запад России: Славяне и финны: [Сб. ст.] – СПб., 2001. – С. 31 – 58.
  • Львова З.А. Стеклянные бусы Любши // Краеугольный камень: Археология, история, иск-во, культура России и сопредел. стран: 80-летию А.Н. Кирпичникова посвящается. – М., 2010. – Т. I. – С. 467 – 478.
  • Миляев П.А. Городище Любша: Планиграфия и стратиграфия // Новое в археологии Старой Ладоги: Материалы и исслед. – СПб., 2018. – С. 207 – 232. – (Тр. ИИМК РАН; Т. LIII).
  • Миляев П.А. Городище Любша в Нижнем Поволховье: (По материалам архивов ИИМК РАН и ИА РАН) // Ладога и Ладожская земля в эпоху средневековья. – СПб., 2015. – Вып. 5. – С. 108 – 124.
  • Миляев П.А. Изделия североевропейского облика в материальной культурегородища Любша IX – начала X в.: (Предварит. сообщение) // Elite ou Egalite…: Сев. Русь и культур. трансформации в Европе VII – XII вв. – СПб., 2017. – С. 225 – 244.
  • Михайлова Е.Р. Древности второй половины I тыс. вокруг Финского залива: К предыстории Пути из варяг в греки // Новгородский исторический сборник. – Велик. Новгород, 2016. – Вып. 16 (26). – С. 4 – 32.
  • Петренко В.П., Шитова (Сениченкова) Т.Б. Любшанское городище и средневековые поселения северного Поволховья // Средневековая Ладога: Нов. археол. открытия и исслед. – Л., 1985. – С. 181 – 191.
  • Поветкин В.И. Старое и новое в музыкальной археологии Северо- Запада России // Новгород и Новгородская земля: История и археология: Материалы науч. конф. ... – Великий Новгород, 2002. – Вып. 16. – С. 69 – 77. – Любша: С. 75 – 77, рис. 12.
  • Розанова Л.С., Терехова Н.Н., Рябинин Е.А., Щеглова О.А. Металлографическое исследование железных изделий Любшанского городища // Ладога и Ладожская земля в эпоху средневековья. – СПб., 2008. – Вып. 2. – С. 13 – 48.
  • Рябинин Е.А. Любша // Древняя Русь в средневековом мире: Энцикл. – М., 2014. – С. 471.
  • Рябинин Е.А., Дубашинский А.В. Любшанское городище в нижнем Поволховье: (Предварит. сообщение) // Ладога и ее соседи в эпоху средневековья: Сб. науч. ст. – СПб., 2002. – С. 196 – 203.
  • Рябинин Е.А. Отчет Волховской экспедиции ИИМК РАН о полевых исследованиях Любшанского городища в Волховском районе Ленинградской области в 2000 г. СПб. // Архив ИА РАН. Ф. 1. Д. 1. № 22206.
  • Рябинин Е.А. Раскопки Любшанского городища в Нижнем Поволховье: (Предварит. результаты археол. исслед.) // Культура, образование, история Ленинградской области: Тез. науч.-практ. конф. – СПб., 2002. – С. 53 – 57.
  • Рябинин Е.А., Коротенко И.А. Русь изначальная. – СПб.: Рус. классика, 2003. – 216 с. – Любша: С. 172 – 178.
  • Рябинин Е.А. У истоков Северной Руси: Нов. открытия: Альбом. – СПб.: БЛИЦ, 2003. – 225 с. – Любшанское городище: С.16 – 19, 212 – 213.
  • Сениченкова Т.Б. Керамика Любшанского городища // Acta archaeologica Albaruthenica: Навук. выданне. – 2010. – Vol. 6. – С. 68 – 94.
  • Сениченкова Т.Б. Керамика Любшанского городища // Истоки славянства и Руси: Сб. ст. по материалам Х чт. памяти А. Мачинской. – СПб., 2012. – С. 256 – 278.
  • Сениченкова Т.Б. Несколько замечаний о формировании ладожского керамического комплекса, (середина VIII – начало X в.) // Археология и история Пскова и Псковской земли: Семинар имени акад. В.В. Седова. – М., 2011. – Заседание 26 (56). – С. 211 – 228.
  • Щеглова О.А. Свинцово-оловянные украшения VIII – X вв. из Старой Ладоги и Любшанского городища и их восточноевропейские параллели // Ладога и истоки Российской государственности и культуры. – СПб., 2003. – С. 38 – 46.
  • Щеглова О.А. Свинцово-оловянные украшения VIII – X вв. на Северо-Западе Восточной Европы // Ладога и ее соседи в эпоху средневековья: [Сб. ст.]. – СПб.: ИИМК РАН, 2002. – С. 134 – 150.
  • Щеглова О.А. Тисненые изделия и инструменты для их изготовления в раннесредневековых Любше, Ладоге и Изборске // Восточная Европа в средневековье: К 80-летию В.В. Седова. – М., 2004. – С. 263 – 271.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]