Иҫке Ладога ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Ладога ҡәлғәһе
Нигеҙләү датаһы 862
Рәсем
Нигеҙләүсе Рюрик[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иҫке Ладога
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Старая Ладога[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Волховский проспект, 36
Карта
 Иҫке Ладога ҡәлғәһе Викимилектә

Староладожский ҡәлғәһе — Иҫке Ладога ҡәлғәһе. Ул Ладожка (Елена) йылғаһының Волхов йылғаһына ҡушылған ерҙә, Ладога ҡултығы янындағы Иҫке Ладога ауылында, урынлашҡан. Ҡәлғә Вещий Олег заманында, IX—Х быуаттар сиктәрендә төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә туристар өсөн асылған[2][3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

753 йылдар тирәһендә[4], Иҫке Ладога Готланд утрауынан килгән кешеләр тарафынан нигеҙләнгән, ул Любша ҡәлғәһенән Волхов йылғаһының ағымы буйлап 2 км өҫтәрәк урынлашҡан. Был кешеләр үҙенсәлекле урта европа сығышлы славян мәҙәниәте вәкилдәре булған[5], ә ауыл, үҙ сиратында, 700 йылдарҙа урындағы фин-прибалттарҙан тартып алынған. 760-сы йылдарҙа Ладога ауылы төньяҡ-көнбайышта: Поднестровье, Днепрҙың һул яры, Дунай буйы, Днепр крайы, йәки Волга һәм Көнбайыш Двина (прага, пеньков йәки колочин мәҙәниәтенә оҡшаш) иртә славян мәҙәниәте вәкилдәре тарафынан емерелгән һәм улар урынына бура конструкциялы йорттар менән ҡабаттан төҙөлгән (быстрая айырмалы рәүештә скандинавтарҙың бағанаға ултыртып төҙөлгән конструкциялы йорттарҙан айырмалы рәүештә) һәм унда «глазчатый (күҙле, тишекле)» муйынсаҡтар эшләп башҡалар менән тауар алмаштырыу ойоштороп ебәрелгән. Был тораҡ 830 йылға тиклем торған һәм яңынан варяг-скандинавтар тарафынан баҫып алынған.

Артабан "Повесть временных лет" ошо хәлдәрҙе былай тип бәйән итә:

Изгнали варяг за море, и не дали им дани, и начали сами собой владеть, и не было среди них правды, и встал род на род, и была у них усобица, и стали воевать друг с другом. И сказали себе: «Поищем себе князя, который бы владел нами и судил по праву». И пошли за море к варягам, к руси. Те варяги назывались русью, как другие называются шведы, а иные норманны и англы, а ещё иные готландцы, — вот так и эти. Сказали руси чудь, словене, кривичи и весь: «Земля наша велика и обильна, а порядка в ней нет. Приходите княжить и владеть нами». И избрались трое братьев со своими родам, и взяли с собой всю русь, и пришли, и сел старший, Рюрик, в Новгороде, а другой, Синеус, — на Белоозере, а третий, Трувор, — в Изборске. И от тех варягов прозвалась Русская земля. Новгородцы же — те люди от варяжского рода, а прежде были словене[6].

Ипатьевский һәм Радзивилловский йылъяҙмалары хәбәрҙәрендә 862 йылда Ладожка йылғаһының Волховҡа ҡойған урынында бында кенәзлеккә саҡырылған Рюрик ағас ҡәлғә төҙөтә, унда дружинаһы менән бергә үҙе урынлаша. Был Рюриктың Волхов йылғаһы буйлап көньяҡҡа, Рюрик ҡаласығына, күсеүенән алда була. Йылъяҙмаларҙа датаны билдәләләүҙәге хаталарҙы күҙаллалағанда ла, был йыл археология буйынса танылған мәғлүмәт булып тора[7]. Шулай итеп, беренсе урында ағас ҡәлғәнең нығытмалары бары тик IX быуаттың 60 -сы йылдарында төҙөлгән[8]. Шул ваҡытта ғы нығытма ултыраҡтың бер өлөшөн генә һаҡлаған, сөнки ул тәүҙә бары тик кенәз дружинаы өсөн генә хеҙмәт иткән. Олег Вещий идаралыҡ иткән саҡта, IX—X быуаттар сиктәрендә, ағас ҡәлғә нығытма урынына таш ҡәлғә төҙөлгән, ул шул ваҡыттағы көнбайыш европа оборона ҡоролмаларына оҡшаш булған[9].

x быуатта Иҫке Ладога ҡәлғәһенең стратегик әһәмиәте Балтик диңгеҙенән урыҫ ерҙәренә һөжүм итеү юлдарын ҡаплап тороуҙан ғибәрәт. Тарихта был ҡәлғәнең нисә тапҡыр дошман һөжүменән урыҫ ерҙәрен һаҡлап ҡалыуы мәғлүм түгел. Әммә 997 йылда[10] норвег Эйриктың (норв. Eirik Håkonsson), ҡәлғәне оҙайлы ҡамауҙа тотҡандан һуң, баҫып алғаны һәм емергәнлеге билдәле.

Xi быуат башында ағас ҡәлғә яңынан төҙөкләндерелә.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Староладожский ҡәлғәһе. Изге Георгий сиркәүенең ишек алды



Фотоһүрәт С. Прокудин-Горскийҙыҡы. 1909 йыл.

1884-1885 йылдарҙа Н. Е. Бранденбург, харабаларҙы ҡаҙып, Иҫке-Ладога ҡәлғәһен тикшерә, өйрәнә. Уның хеҙмәт һөҙөмтәһе булып «Иҫке Ладога» (СПб., 1896) тигән фәнни хеҙмәте тора.

1909-1910 йылдарҙа археологик ҡаҙыу эштәре алып барыла, ә 1911-1913 йылдарҙа — Иҫке Ладогалағы Ер ҡаласыҡ системалы ҡаҙыла. Уның етәксеһе - Рус Этнография музейының ғилми хеҙмәткәре Н. И. Репников[11].

1931 йылда Иҫке Ладога ҡәлғәһен археологик тикшеренеүҙәр системалы рәүештә В. А. Богусевич етәкселегендә алып барыла, артабан был эште П А. Раппопорт дауам итә.

Музей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ладога ҡәлғәһе. Тергеҙелгән Воротной һәм Климентовский манаралары, улар араһында- диуар ҡойма. (архитекторҙар А. А. Драга, Г. Г. Носков, Э. А. Экк, 1960-1976).

1970-сы йылдарҙа реставрациялау эштәрен Э.А. Экк (1929-1975) етәкселегендә алып барыла. Музей экспозицияһын асыуға, беренсе Староладожский ҡәлғә 1971 йылдың 15 июлендә Иҫке Ладога ҡәлғәһенең беренсе музей экспонаттары ҡуйыла һәм Иҫке Ладога тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла .

1972 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институтының археология экспедицияһы А. Н. Кирпичников етәкселегендә ҡәлғәлә ҡаҙыныуҙар башлай.

1984 йылда Иҫке Ладога тыуған яҡты өйрәнеү музейы федераль әһәмиәткә эйә тарихи-архитектура һәм археологик музей-ҡурсаулығы статусын ала.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Старая Ладога. Староладожская крепость(недоступная ссылка)
  3. Средневековые замки и крепости. Староладожская крепость, Старая Ладога
  4. Это наиболее ранняя дендрохронологическая дата, полученная на староладожском городище.
  5. Лебедев Г. С. Археология Ладоги//Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси СПб.: Евразия, 2005. ISBN 5-8071-0179-0
  6. «Повесть временных лет» в переводе Д. С. Лихачева
  7. Кузьмин С. Л. Ладога в эпоху раннего средневековья (середина VIII — начало XII в.) 2021 йыл 7 август архивланған. // Исследование археологических памятников эпохи средневековья. — СПб.: Нестор-История, 2008. — С. 69—94.
  8. К. А. Михайлов «Сравнительная топография первых древнерусских городов IX—X вв. (к юбилею одной статьи)» 2016 йыл 4 март архивланған. в сборнике «Северная Русь и проблемы формирования Древнерусского государства. Сборник материалов международной научной конференции» под ред. С. Д. Захарова. Вологда — Кириллов — Белозерск, 6-8 июня 2012 г.
  9. Сурмина И. О. Самые знаменитые крепости России. — Москва «Вече», 2002. — С. 68-75.
  10. Согласно сообщению саги об Олаве Трюггвасоне, вошедшей в состав «Круга Земного».
  11. Фотовыставка «К 130-летию Н. И. Репникова (1882—1940)». Дата обращения: 3 декабрь 2019. Архивировано 11 апрель 2013 года. 2013 йыл 11 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Опыт реконструкции
  2. План крепости