Иҫке Ладога
Иҫке Ладога | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 753 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ладога |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Староладожское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Староладожское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 1954 кеше (2017)[2] |
Почта индексы | 187412 |
Рәсми сайт | staraya-ladoga.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 862 |
Урындағы телефон коды | 81363 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Старой Ладоге[d] |
Иҫке Ладога Викимилектә |
Иҫке Ладога (1703 йылға тиклем Ладога) — Ленинград өлкәһенең Волхов муниципаль районында ауыл, Иҫке Ладога ауыл биләмәһенең административ үҙәге
1703 йылға тиклем Ладога ҡала була. 2003 йылда Иҫке Ладоганың 1250-йыллығы билдәләнә, уның барышында ауыл «Төньяҡ Рустең боронғо баш ҡалаһы» тип иғлан ителә[3].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ладоганың скандинав исеме — Альдейгья, Альдейгьюборг, тәүге яҙма телгә алыныуы[4]. Уның яҡынса 1010 йылдарҙа ижад ителгән Эйольв Дадаскальдтың «Bandadrapa» поэмаһында осрай.
Ладоганан исемен йылға, күл һәм ҡала йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы атама беренсел икәне асыҡ түгел. Ҡала исемен Ладога күле ( фин. *aaldokas, aallokas «тулҡынлана» — баш aalto «тулҡын») исеменән, йәки Ладога йылғаһы (хәҙер Ладожка, фин. *Alode-joki, унда alode, aloe — «түбән урын» һәм jok(k)i — «йылға») исеменән сығаралар
Тел Белгестәре Е. А. Хелимский герман этимологияһын тәҡдим итә. Уның фекере буйынса, тәүге булып күл исеме тора — «иҫке сығанаҡтар буйынса, асыҡ диңгеҙгә оҡшаған». Был гидроним Нева атамаһы менән бәйле, герман телдәрендә — «новая». Аралаш формалар аша *Aldaugja бор.-сканд. Aldeigja һүҙен, ә һуңынан Ладога һүҙен бирә[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылда ауыл биләмәһендә неолит дәүерендәге боронғо кеше торағы табыла, ул беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡ менән даталана[6].
Тупраҡ ҡаласыҡта быраулауҙан һуң 4 метр ҡалынлыҡта торф ҡатламы һәм Ладога трансгрессияһы ҡатламдары табыла. 2000 йыл элек Волховта һыу кимәле абсолют бейеклектә 10 метрға түбән төшә. Буласаҡ Иҫке Ладога территотрияһы йәшәү өсөн һыуҙың артабанғы кәмеүенән һуң I меңйыллыҡ уртаһынан да ҡалмай яраҡлы була[7].
Тупраҡ ҡаласыҡта ер һөрөү VI быуаттан алдараҡ башҡарыла. Беренсе Ладога кешеләренең игенселек менән шөғөлләнеүе бойҙай, арыш, арпа, тары һәм етен орлоҡтарының табылыуы раҫлай[8]. VII быуаттарға 2013 йылда Иҫке Ладогала табылған Меровинг дәүере һырты ҡарай[9]. Славян ултыраҡтары Тупраҡ ҡаласыҡта яҡынса 700 йылдарҙайәки унан да иртәрәк барлыҡҡа килеүе мөмкин.
I яруста өс каркас-бағана конструкциялы торлаҡ («ҙур йорттар») уртаһында усағы менән 753 йыл дендродатаһына эйә[10]. Ҡаласыҡта караптар етештереу һәм ремонтлау оҫтаханалары, күрәһең Төньяҡ Европа кешеләре тарафынан төҙөлгән. Ҡаҙыныуҙар Ладогала беренсе ултыраҡҡа яҡынса скандинавтар нигеҙ һалыуын күрһәтә. (Е. А. Рябинин фекере буйынса— готландтар тарафынан)[11].
Ауыл Волхов йылғаһының һул ярында урынлашҡан
Беренсе архаик иртә ҡала ултырағы гавань тирәләй урынлашҡан, һәм VIII быуат уртаһынан IX быуат уртаһына тиклем нығытмалары булмаған[12]. Тораҡ Төньяҡ Европала аналогтары булған бағана конструкциялы бер нисә ҡаралтынан торған, һәм Любша ҡәлғәһенән көньяҡҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта ҡуйылған[13]. Баштағы Иҫке Ладога торағы майҙаны 2-4 гектар майҙандан артмаған[14]. VIII быуатта ҡатламдарҙа ҡаҙыныуҙарҙа бөтөн етештереү комплексы табыла. Был осорҙа тораҡ урындағы ҡәбиләләр менән һатыу итә. VIII быуат ҡатламдарынан янған амбарҙа бойҙай орлоҡтары табыла: 80 % был двузернянка бойҙай (борай), 20 % — йомшаҡ бойҙай була. Скандинавияла борайҙы бер ҡасан да үҫтермәгәндәр, өҫтәүенә Иҫке Ладога борайы Европаныҡынан ныҡ айырыла, ләкин морфологик яҡтан Волга буйы борайына яҡын тора[15].
760 йылдарҙа Ладога торағы Көньяҡ-көнбайыштан иртә славян мәҙәниәте вәкилдәре тарафынан емерелә һәм бура йорттар һәм ҡоролмалар төҙөлә[16]. Ладогала, Рустең төньяҡ-көнбайышындағы башҡа урындарҙағы кеүек, (Изборск, Камно, Рыуг, Псков) VIII—IX быуатта эзбизташтан ҡойолған формалар киң тарала[17].
Археологик мәғлүмәттәр буйынса Ладога халҡының күпселеге игенселек һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән[18].
780 йылдан Ладогала күҙле мунсаҡтар — беренсе урыҫ аҡсалары эшләнә. Улар өсөн Ладога халҡы ҡиммәтле тире һатып ала. Ә ҡиммәтле тирене көмөш дирһәмдәргә алмаштыра. 786 йылға Ладогала табылған ғәрәп дирһәмдәренең хазинаһы ҡарай. X быуаттың ғәрәп сәйәхәтсеһе бер быяла «мунсаҡ» өсөн ҡолдо һатып алырға мөмкин, тип раҫлай[19].
VIII быуаттың икенсе яртыһында — IX быуат Ладога халҡы бер нисә тиҫтәнән 100-гә тиклем тәшкил итә. Иҫке Ладога Тупраҡ ҡаласыҡтың ҙур булмаған участкаһында урынлаша[10].
Яҡынса 840 йылда тораҡ, дошман баҫып инеүе һөҙөмтәһендә һәләкәткә тарый. Яҡынса 840 — 865 йылдар самаһы, тораҡтың күпселек өлөшө ташландыҡҡа әйләнә. Икенсе өлөшө скандинав традицияларында яңынан төҙөлә.[20].
Яҡынса 870 йылдарҙа Иҫке Ладогала Ладожка йылғаһының Волховҡа ҡойған урынында беренсе ағас ҡәлғә төҙөлә[10].
Тупраҡ ҡаласыҡ ҡатламдарында 870 йылдар башы—890 йылдар аҙағының ҡойолған төйөрсөктәре, сикә балдаҡтары, нәҙек метал ҡалайҙан ҡырҡылған сулпылар табыла, был Ладогала I меңйыллытың икенсе яртыһында Көнсығыш Европаның урман һәм урман-дала зоналарынан славяндарҙың булыуы тураһында һөйләй[21].
IX—X быуаттар сиктәрендә инде Любша ҡәлғәһе[22] функцияһын үтәүҙән туҡтаған мәлдә, ағас нығытмалар урынына шул ваҡыттағы көнбайыш Европа нығытмаларына оҡшаған таш ҡәлғә төҙөлә[23]. Боронғо тораҡтың дөйөм күләме Х быуатта 6-8 гектарҙан ашыу булмай[10].
Варягтарҙың булмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Повесть временных лет» йылъяҙмаларының ҡайһы бер исемлегендә Ладога ҡала тип атала, унда 862 йылда кенәзлеккә варяг Рюрик саҡырыла:
… и придоша къ словѣномъ первое · и срубиша городъ Ладогѫ и сѣде въ Ладозѣ старѣишии Рюрикъ …
… и придоша къ словѣномъ первое · и срубиша городъ Ладогѫ и сѣде въ Ладозѣ старѣишии Рюрикъ …
Иҫке Ладога Елена (Ладожка) йылғаһының Волхов йылғаһы ҡойған урында тора. Ул Новгород Русе осоронда мөһим стратегик урын була.
1499 йылда Ладога Водская пятина китабына ярашлы посад һәм ҡәлғәнән торған, ул Новгород кеүек Никольский, Рязань, Семеновск, Климятский һәм Спасскийға бүленгән.
1590—1595 йылдарҙа рус-швед һуғышы тамаланғандан һуң Тявзин тыныслыҡ килешеүе буйынса Ладога Рәсәйҙеке тип таныла.
1610 йылда Ладоганы швед хеҙмәтендә булған Пьер Делалвиллдең француз ялланыусылары баҫып ала, әммә ике йылдан һуң воевода И.М.Салтыков тарафынан кире яуланып алына[24]. 1613—1617 йылдарҙағы рус-швед һуғышын тамамлаусы Столбово солохонан һуң Швеция Ладогаға дәғүәһенән баш тарта.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл райондың төньяҡ өлөшөндә 41А-006 автомобилдәр юлында урынлашҡан (Зуево — Яңы Ладога) уға 41К-194 (Иҫке Ладога — Кисельня) һәм 41К-196 (Иҫке Ладога — Трусово) автомобиль юлдары йәнәш.
Волхов ҡалаһы административ район үҙәгенә тиклем ара — 12 км[25].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Ладога тарихи-мәҙәни һәм археология музей-ҡурсаулығы, уның составына Иҫке Ладога ҡәлғәһе инә
- Георгий сиркәүе (1165)
- Иҫке Ладога Никола монастыры
- Иоанн Предтеча Раштыуаһы сиркәүе
- Успение монастыры
- Успение соборы (1160-е)
- Ҡурғандар:
- Олег ҡәбере
- Кварц ҡомон сығарыу өсөн яһалма мәмерйәләр
- 2015 йылда Варягтар урамында кенәздәр Рюрик һәм Олегҡа һәйкәл ҡуйыла (скульпторы О. Шоров).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новая Ладога
- Староладожская крепость
- Любшанская крепость
- Рюриково Городище
- Городок на Маяте
- Новгородская земля
- Ильменские словене
- Прибалтийско-финские народы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
- ↑ Административно-территориальное деление Ленинградской области 2017 г. (урыҫ)
- ↑ Президент распорядился… // Стройка, 16.12.2002. архивная ссылка.
- ↑ Комментарии к Повести временных лет (подготовили А. Г. Бобров, С. Л. Николаев, А. Ю. Чернов, А. М. Введенский, Л. В. Войтович) стр. 213 в книге Повесть временных лет, Перевод с древнерусского Д. С. Лихачева, О. В. Творогова. Комментарии А. Г. Боброва, С. Л. Николаева, А. Ю. Чернова при участии А. М. Введенского и Л. В. Войтовича. Статьи А. Г. Боброва, С. В. Белецкого, С. Л. Николаева. Иллюстрации М. М. Мечева; СПб., Вита Нова, 2012.
- ↑ Helimski E. Ladoga and Perm revisited 2015 йыл 22 июль архивланған. // Studia Etymologica Cracoviensia 13 (2008) P. 75-88.
- ↑ В древнейшем городе Руси нашли поселение XXX века до нашей эры
- ↑ Шитов М. В., Бискэ Ю. С., Носов Е. Н., Плешивцева Э. С. Природная среда и человек нижнего Поволховья на финальной стадии ладожской трансгрессии // Вестник Санкт-Петербургского университета. Сер. 7. Вып. 3. 2004
- ↑ Кирпичников А. Н., Курбатов А. В. Новые данные о происхождении Ладожского поселения и о появлении славян в Поволховье // Stratum plus, №5. 2014
- ↑ Старая Ладога оказалась древнее, чем предполагали
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Кузьмин С. Л. Ладога в эпоху раннего средневековья (середина VIII — начало XII в.) 2021 йыл 7 август архивланған. // Исследование археологических памятников эпохи средневековья. — СПб.: Нестор-История, 2008. — С. 69—94.
- ↑ Носов Е. Н. Современные археологические данные по варяжской проблеме на фоне традиций русской историографии 2008 йыл 12 апрель архивланған. // Раннесредневековые древности Северной Руси и её соседей. — СПб., 1999. — С. 151—163.
- ↑ Жих М. И. Восточнославянский политогенез и реформы княгини Ольги // Исторический формат. 2017. № 3-4. С. 175-234
- ↑ Лебедев Г. С. Археология Ладоги // Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси. — СПб.: Евразия, 2005. — ISBN 5-8071-0179-0
- ↑ Лебедев Г. С. Археология Ладоги // Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси. — СПб.: Евразия, 2005. — ISBN 5-8071-0179-0
- ↑ Якубцинер М. М. О составе зерновых культур из Старой Ладоги. — Краткие сообщения о докладах и полевых исследованиях Института истории материальной культуры, LVII, 1955. — 17.
- ↑ Лебедев Г. С. Археология Ладоги // Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси. — СПб.: Евразия, 2005. — ISBN 5-8071-0179-0
- ↑ Лопатин Н. В. О феномене древнейшего летописного упоминания Белоозера и Изборска (Из сборника материалов Международной научной конференции «Северная Русь и проблемы формирования Древнерусского государства», состоявшейся в городах Вологда, Кириллов и Белозерск 6-8 июня 2012 г.)
- ↑ Ляпушкин И. И. Славяне Восточной Европы накануне образования Древнерусского государства (VIII — первая половина IX в.): Историко-археологические очерки // Материалы и исследования по археологии СССР. Л., 1968. № 152, с. 167.
- ↑ См. Комментарии к Повести временных лет, стр. 217.
- ↑ Кузьмин С. Л. Ладога в эпоху раннего средневековья(середина VIII — начало XII в.). 2008 г. 2021 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Григорьева Н. В. Вещи славянской культуры в материалах Ладожского поселения последней четверти IX в. (из раскопок в южной части Земляного городища) // Новые материалы и методы археологического исследования: Материалы III Международной конференции молодых учёных. – М.: ИА РАН, 2015.
- ↑ Жих М. И. Восточнославянский политогенез и реформы княгини Ольги // Исторический формат. 2017. № 3-4. С. 175-234
- ↑ Сурмина И. О. Самые знаменитые крепости России. — Москва «Вече», 2002. — С. 68-75.
- ↑ «Памятная книжка Санкт-Петербургской губернии. 1905 г.», стр. 202
- ↑ Административно-территориальное деление Ленинградской области. — Лениздат. 1990. ISBN 5-289-00612-5. С. 45
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Старая Ладога // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Самохвалов А. Н. Ладога, и не только Ладога // Самохвалов А. Н. Мой творческий путь. — Л.: Художник РСФСР, 1977.
- Бучкин Д. П. О доме творчества «Старая Ладога» // Бучкин Д. П. Гравюры и рассказы. — СПб.: Библиотека «Невского альманаха», 2004.
- Мурашова Н. В., Мыслина Л. П. Дворянские усадьбы Санкт-Петербургской губернии. Южное Приладожье. Кировский и Волховский районы. — СПб.: Алаборг, 2009.
- Кузьмин С. Л. Ладога в эпоху раннего средневековья (середина VIII — начало XII в.) 2021 йыл 7 август архивланған. // Исследование археологических памятников эпохи средневековья. — СПб.: Нестор-История, 2008. — С. 69—94.