Эстәлеккә күсергә

Мона Лиза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мадонна Лиза битенән йүнәлтелде)
Леонардо да Винчи
Лиза Джокондо ханым һүрәте
Мона Лиза
, 15031519
Ritratto di Monna Lisa del Giocondo
Таҡта (тирәк), майлы буяу. 76,8×53 см
Лувр, Париж

«Мо́на Ли́за», шулай уҡ «Джоко́нда»; (итал. Mona Lisa, La Gioconda, франц. La Joconde), тулы исеме — Портре́т госпожи́ Ли́зы дель Джоко́ндо, итал. Ritratto di Monna Lisa del Giocondo) — Леонардо да Винчи картинаһы, Лувр музейында һаҡлана, Париж, Франция. Донъяла бер иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәренең береһе[1][2]. Флоренцияла ебәк һатыусы Франческо дель Джокондоның ҡатыны Лиза Герардини портреты булып иҫәпләнә. 15031505 йылдар тирәһендә яҙылған.

Картинала яртылаш боролоп ултырған ҡара кейемдәге ҡатын төшөрөлгән. Ул кресло таянысына бер ҡулы менән таянып, икенсе ҡулын өҫтөнә ҡуйып, тамашасыға тура ҡарап ултыра. Был билдән төшөрөлгән картина. Кресло балконда йәки лоджияла тора. Элегерәк картина киңерәк булған тип иҫәпләнә. Ситтәге ике ҡырҙа лоджия колонналары яртылаш ҡына күренә.

Сәнғәтте өйрәнеүсе Борис Виппер Мона Лиза йөҙөндә квадроченто модаһы эҙҙәре булыуын билдәләй: уның ҡаштары һәм маңлайының өҫтөндә сәсе йолҡолған[3].



Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.