Эстәлеккә күсергә

Майлыкүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Майлыкүл (күл, Силәбе өлкәһе) битенән йүнәлтелде)
Майлыкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта
 Майлыкүл Викимилектә

Майлыкүл (Малакүл)[2]Силәбе ҡалаһының көнсығыш ситендә урынлашҡан тигеҙлек тибындағы күл. Күлдең майҙаны — 18,5 км², күләме — 0,145 км³, максималь тәрәнлеге — 10,5 м, уртаса тәрәнлеге — 7,7 м. Күл ҡаҙаны ярым эллипс формаһында. Ярҙары тигеҙ, ныҡ телгеләнмәгән; көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш ярҙары сағыштырмаса бейек. Утрауҙар юҡ. Төбөнә ләмле тығыҙ ҡом түшәлгән[3]. Майлыкүлдән көньяҡ-көнсығышта Шелюгин, көнсығыштараҡ — Икенсе күл, уларҙан һуң Өсөнсө һәм Дүртенсе күлдәр бар.

Күл исеме башҡортса Малакүл тәүге атамаһынан килеп сыҡҡан. Ҡала пландарында һәм XX быуат карталары башында уҡ Беренсе атамаһы ҡулланылған да инде. XX быуаттан башлап интенсив антропоген йоғонтоһона тиклем күлдең дәүмәле бәләкәй генә, ҡоролоҡ йылдарында кибеүгә дусар ителгән тоҙло һыулы була[4].

Объекттар төҙөлөшө барышында күл юғалған, ҡасаба ҡала кварталдарына ҡушылған. Уның булыуы тураһында һаҙлыҡлы урын ғына иҫкә төшөрә.

Күл Силәбе ҡалаһының Трактор заводы районы сиктәрендә урынлашҡан. Күлдән көнсығыштараҡ, уның муйынында һәм Икенсе күле араһында Чурилов ауылы һәм Межозёрный тимер юл станцияһы, көньяҡта Чурилов ҡасабаһы урынлашҡан.

Күлдең тирә-яғында ҡурғанлы ҡәберлектәр, мәҫәлән, Чурилов-II ҡәберлеге табылған[5].

Антропоген йоғонто

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930-сы йылдарҙа Беренсе күленә сәнәғәт ҡалдыҡтары ағыҙыла башлай. Әле күл Силәбе трактор заводы, Силәбе 2-се йылылыҡ-электр үҙәге (ТЭЦ-2), Тимер-бетон изделиелар заводы һәм шымартыу изделиелары заводынан ағып төшкән һыуҙы ҡабул итә; ул етерлек кимәлдә таҙартылмаған ҡалдыҡтар өҫтәмәһе булараҡ файҙаланыла. Һыу балансында ағынты һыуҙарҙың өлөшө 86 %-ҡа етә[3].

Күлде артығы менән тултырмау маҡсатында, 1958 йылда Мейәс йылғаһына ағыҙыу каналы ҡаҙыла, ул 1984 йылға тиклем даими файҙаланыла. Әлеге ваҡытта йыл әйләнәһенә канал буйынса Мейәс йылғаһына һыу ағыҙыла. Бынан тыш, күлдән Силәбе предприятиеларының техник ихтыяждарына һыу алыу ойошторола.

Рекреацион маҡсатта файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбенең төньяҡ-көнсығыш районында төҙөлөш алып барыу менән бәйле, күлдең рекреацион әһәмиәте артты. Күп һанлы ҡомло пляждар, балыҡтың күп булыуы (күлдә алабуға, сабаҡ, шырт балыҡ (этеш), табан балыҡ, пелядьтереклек итә) арҡаһында, ҡала халҡы күл буйында ял итергә ярата.

Һәләкәттәр менән бәйле бысраныуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың 16 июлендә Силәбенең «Һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү производство берекмәһе» муниципаль унитар предприятиеһы Мамин тыҡрығындағы коллекторҙа сүп-сар тығылыуын асыҡлай. Ул район халҡы тарафынан үҙағышлы канализация коллекторына рөхсәт бирелмәгән төҙөлөш һәм көнкүреш сүп-сарын (пластик шешәләр, сепрәк-сапраҡ, автомобиль шиналары, таҡталар, ҡырсынташ) түгеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Сүп-сарҙы бөтөрөүгә бер тәүлек кәрәк булған. Аварияны бөтөрөүҙә ағынты һыуҙарҙы һурҙырыу һәм сығарып түгеү өсөн ассенизатор машинаһы файҙаланылған. Беренсе күлгә эләккән ағынты һыуҙарҙың яҡынса күләме 72 м³ тәшкил иткән[6]. Ошо хәлгә бәйле, аллергик дерматит билдәләре менән тире-венерология диспансерына 80-гә яҡын Силәбе кешеһе мөрәжәғәт иткән[7]. -->

Һыуының ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең һыуы хлоридлы, уның дөйөм минераллашыуы 0,9-1,5 г/л сиктәрендә үҙгәрә. Күлдә хлорид, сульфат, аммоний азоты, нефть продукттары, фенол, баҡыр һәм цинктың рөхсәт ителгән сикке концентрация (ПДК) артыуы даими билдәләнә. Фитопланктондың биомассаһы 5-7 мг/л артмай, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр күп түгел. 2016 йылға ҡарата күлдең һыуы 3-сө сифат класына («бысраҡ») ҡарай[8].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. МАЛАКУЛЬ, поселок
  3. 3,0 3,1 Калишев В. Б., Кривопалова З. Ф. Первое, озеро «Силәбе» энциклопедияһында
  4. Ю. Латышев. «Настоящее море, даже с прибоями. И целебными грязями» 2022 йыл 2 март архивланған. // 29.08.2021 г. Znak.com.
  5. Перечень объектов культурного наследия, включенных в Единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации. mincult.gov74.ru. Дата обращения: 1 апрель 2022.(недоступная ссылка)
  6. В Челябинске проводится проверка по факту попадания сточных вод в озеро Первое (недоступная ссылка — история). РИАНА «Урал-пресс-информ» (21 июль 2006). Дата обращения: 30 июнь 2008. Архивировано 1 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  7. 80 челябинцев искупались в озере с нечистотами и заработали дерматит. ИА REGNUM (24 июль 2006). Дата обращения: 30 июнь 2008. Архивировано 4 март 2016 года.
  8. 2.2.6. Качество водных объектов. mineco.gov74.ru (29 август 2016). Дата обращения: 1 апрель 2022.(недоступная ссылка)