Майсыбыҡ
Майсыбыҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Phlomis L. | ||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||
Phlomoides Moench | ||||||||||||||
|
Майсыбыҡ — ирен сәскәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда сәнскеле майсыбыҡ үҫә. Далала, болондарҙа, ҡоро һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә. Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарында осрай.
Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡарағусҡыл шәмәхә төҫөндә, төклө, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, төҙ, бейеклеге 50—80 см. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет йәки ланцет формаһында, оҙон һаплы; һабаҡ япраҡтары оҙонса тар ланцет формаһында, ҡыҫҡа һаплы; ос япраҡтары ланцет, ултырма. Сәскәләре зәңгәрһыу ал төҫтә, ултырма, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ялған суҡтарҙа. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы сәтләүек, июль—августа өлгөрә. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге.
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Составында С, В2, Е, К витаминдары, каротиндар, алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Таксономия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тағы 14 ғаилә (согласно Системе APG II) | тағы 80 ырыуҙан күберәк | ||||||||||||||
порядок Баллыбабай сәскәлеләр | аҫ ғаилә Баллыбабайҙар | ||||||||||||||
100-ҙән артыҡ төр | |||||||||||||||
отдел Сәскәлеләр йәки ябыҡ орлоҡлолар | ғаилә Ирен сәскәлеләр | ырыуы Майсыбыҡ | |||||||||||||
ещё 44 порядка цветковых растений (согласно Системе APG II) | тағы ла 7 аҫ ғаилә | ||||||||||||||
Иҫкәмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Майсыбыҡ GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2009)
- Майсыбыҡ: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2009)
- Майсыбыҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2009)