Эстәлеккә күсергә

Македон проблемалары тураһында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Китаптың тышлығы

«Македон проблемалары тураһында», тәржемәнең икенсе варианты ― «Македон мәсьәләһе» (макед. За македонцките работи) Крсте Мисирков арафынан яҙылған һәм 1903 йылда Софияла баҫылып сыҡҡан китап, унда автор Македония мәсьәләһенә үҙенең ҡараштарын тәҡдим итә македонлыларҙы айырым халыҡ булараҡ раҫлау ихтыяжын дәлилләй. Был китап македония телендә беренсе әҙәби әҫәр булып тора, шулай итеп ул уның стандартлаштырыу кәрәклеген иҫбатлай.

«Македон проблемалары тураһында» исемле китап македонлаларҙың милли үҙенсәлек хис-тойғоһон белдереүҙең беренсе ынтылышын һәм македон әҙәби теле нормаларын формалаштырыуын билдәләй[1]. Мисирков македон грамматикаһына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһай һәм телде кодлаштырыу һәм уны мәғариф системаһында ҡулланыу буйынса һуңғы маҡсатын белдерә. Әҙәби тел нигеҙенә автор прилеп-бритоль диалектын тәҡдим итә. Әммә был ғәмәлдәр 1940 йылдарға тиклем ҡабул ителмәй[2][3]. Мисирков ғосман властарына айырым македон милләтен таныуҙы һорап (әммә ул македон славяндарының күпселеге үҙҙәрен болгарҙар тип таныуын белә һәм македондарҙы, кәрәкле тарихи шарттар барлыҡҡа килгәс, айырым халыҡ итеп иҫәпләргә бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй) мөрәжәғәт итә[4][цитата 1].

Софиялағы Сербия илселегенең Сербия сит ил эштәре Министрлығына китаптың 50 данаһын һатып алыу тураһындағы хаты

1903 йылдың ноябрендә Мисирков Рәсәй империяһынан Софияға үҙенең китабын баҫтырыу маҡсатында килә — китап шул уҡ йылдың аҙағында донъя күрә. Баҫылғандан һуң күп тә үтмәй, уның күпселек күсермәләре болгар полицияһы һәм Эске македон-адрианополь революцион ойошмаһы активистары тарафынан конфискациялана йәки юҡ ителә[5]. Һөҙөмтәлә, 1903 йылдың декабрендә, Мисирков Белградҡа килә, унда ул Сербия сит ил эштәре министры Стоян Новакович менән таныша[6]. Новакович Софиялағы Сербия дипломатик агентлығына китаптың 50 данаһын һатып алырға ҡуша, улар дипломатик каналдар аша Македонияға ебәрелә[7]. Әммә Мисирков тере саҡта китаптың әһәмиәте булмай тиерлек һәм 1940-сы йылдар уртаһына тиклем популярлыҡ менән файҙаланмай[8].

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Мисирков принциптары Икенсе донъя һуғышыынан һуң македон телен стандартлаштырыуҙа хәл иткес роль уйнай, шул уҡ ваҡытта Лоринг Данфорт фекеренсә, 1944 йылда әҙәби македон теле нормаларын булдырған лингвистар Мисирковтың эшен бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырған[9].

Икенсе донъя һуғышынан һуң македон тарихсылары Мисирковтың эшен айырым македон этник төркөмөнөң булыуы тураһында дәлил итеп йыш килтерә башлай. Әммә китап яҙылғандан һуң ике йыл үткәс, автор үҙ позицияһын үҙгәртә һәм македон славяндарының болгар оҡшашлығы тураһында мәҡәләләр серияһын баҫтыра[10][11][12].

  1. Цитата из книги:
  1. Kramer 1999
  2. Friedman & Garry 2001
  3. Usikova 2005
  4. Tchavdar Marinov, «Between Political Autonomism and Ethnic Nationalism: Competing Constructions of Modern Macedonian National Ideology (1878—1913)», p. 3.
  5. Loring M. Danforth. The Macedonian Conflict: Ethnic Nationalism in a Transnational World. — Princeton University Press, 1997. — P. 64. — ISBN 0-691-04356-6.
  6. Веселин Трайков, Кръсте Мисирков и за българските работи в Македония, 2000, София, изд. Знание, ISBN 954-621-177-X стр. 8.
  7. Крсте Мисирков, Записки за България и Руско-Българските отношения, ред. Цочо Билярски, изд. «Анико», 2001, ISBN 9789548247160, стр. 12.
  8. Klaus Roth. Region, Regional Identity and Regionalism in Southeastern Europe. — LIT Verlag Münster, 2008. — P. 139. — ISBN 978-3-8258-1387-1.
  9. Loring M. Danforth — The Macedonian Conflict: Ethnic Nationalism in a Transnational World, p. 67
  10. Historical Dictionary of the Republic of Macedonia, Dimitar Bechev, Scarecrow Press, 2009, ISBN 0810862956, p. 153.
  11. Contested Ethnic Identity: The Case of Macedonian Immigrants in Toronto, 1900—1996, Chris Kostov, Peter Lang, 2010, ISBN 3034301960, pp. 66-67.
  12. Serving the Nation: Historiography in the Republic of Macedonia (FYROM) After Socialism, Historein, vol. 4 (2003-4) Ulf Brunnbauer.
  • Victor Friedman, Victor, Carl & Jane, eds., "«»", Garry: 435–439 
  • Christina Kramer, Christina, «», DOI Mitkovska 
  • «», сс. 102–139