Маклаков Вячеслав Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маклаков Вячеслав Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө юрист
Эш урыны Мәскәү дәүләт юридик университеты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт юридик университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Маклаков Вячеслав Викторович (27 октябрь 1936 йыл) — юрист, донъя илдәренең һәм Европа союзының конституцион хоҡуҡтары буйынса белгес; юридик фәндәр докторы, профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маклаков Вячеслав Викторович 1936 йылдың 27 октябрендә Мәскәүҙә тыуған; 1965 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлай, ә дүрт йылдан һуң «журналистика» һөнәре буйынса Мәскәү полиграфия институтын тамамлай. 1967 йылдың ноябренән 1970 йылдың ноябренә тиклем Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтында (көндөҙгө форма, хәҙер Мәскәү дәүләт юридик университеты) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында аспирантурала уҡый. 1971 йылда «Механизм формирования представительных учреждений во Франции (1946—1970 гг.)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (етәксеһе профессор Август Мишин), — юридик фәндәр кандидаты була.

1960 йылдан алып 1967 йылға тиклем Маклаков Мәскәү ҡалаһы Эске эштәр идаралығында тәфтишсе булып эшләй; 1971 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтында уҡыта башлай: уҡытыусы, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларын биләй; был юғары уҡыу йортоноң профессор итеп һайлана, сит илдәрҙең конституцион хоҡуғы кафедраһы мөдире урынбаҫары вазифаһын биләй. 1982 йылда «Буржуаз дәүләттәр конституцияһы» йыйынтығын һәм 1992 йылда институт нәшриәтендә «Хәҙерге сит илдәр конституцияһы» баҫтырып сығара. СССР тарҡалғандан һуң Малаков 1990 йылда, Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтында «Буржуазные конституции: основные тенденции развития (сравнительный анализ)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Рәсәйҙә, 1999 йылда РФ Конституия суды ҡарамағында ойошторолған ғилми-консультация советының штаттан тыш ағзаһы: совет составында Рәсәй гражданлығы тураһында закон проекты эшендә ҡатнаша. В.А. Туманов исемендәге премия лауреаты кеүек диплом менән бүләкәләнә; «МГЮА ветераны» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуаттың һуңғы тиҫтә йылында Маклаков Европа союзы илдәренең конститутцион хоҡуғы мәсьәләләре менән шөғөлләнә — 1992 йылдан 2001 йылға тиклем осорҙа шул проблематика буйынса биш хеҙмәтен баҫтырып сығара: «Избирательное право стран — членов Европейских сообществ», «Конституционный контроль», «Парламенты», «Референдум в странах — членах Европейского союза»,шулай уҡ — «Европейский парламент». Эштәре РФА ижтимағи фәндәр буйынса ғилми мәғлүмәт институтында проект өлөшө булараҡ тормошҡа ашырыла. Евросоюздың ойоштороу документтарын тәжемәләү буйынса шөғөлләнә:

  • «Конституции буржуазных государств» (М., 1982);
  • «Современные зарубежные конституции» (М., 1992);
  • Учебное пособие «Иностранное конституционное право» (1996);
  • Словарь «Конституционное право» (2002).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.
  • Юридическая энциклопедия / Р. Л. Хачатуров ; Волж. ун-т им. В. Н. Татищева. — Тольятти : Волж. ун-т им. В. Н. Татищева, 2003.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вячеслав Викторович Маклаков (неопр.). law.edu.ru. Портал «Юридическая Россия» (3 декабря 2014). Дата обращения 10 декабря 2019.