Маликов Борис Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маликов Борис Зөфәр улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Южно-Сахалинск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө юрист
Эш биреүсе Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Хәрби звание полковник[d]

Маликов Борис Зөфәр улы (29 октябрь 1947 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (2006). Эске хеҙмәт полковнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Зөфәр улы Маликов 1947 йылдың 29 октябрендә Южно-Сахалинск ҡалаһында тыуа. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала. Уҡыу йортон 1974 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын 1975 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы системаһында башлай. 1990 йылдан Өфө юридик институтында эшләй. Тәүҙә ғилми хеҙмәткәр була, һуңынан — холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы начальнигы урынбаҫары вазифаһында. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Һарытау юридик институтында, 2001—2008 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Һамар юридик и нститутында эшләй, 2003 йылдан енәйәт-башҡарма хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 2009 йылдан Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтының енәйәт хоҡуғы, процесс һәм криминалистика кафедраһы мөдире булып эшләй. Һуңғы эш урыны — Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы профессоры[2].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Маликовтың ғилми эшмәкәрлеге яза теорияһы проблемаларын тикшереүгә, енәйәт яуаплылығының асылына һәм формаларына бағышлана. Ул 150-нән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Юстиция министрлығының һәм Рәсәй Федерацияһының Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең ведомство миҙалдары[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]