Малинин Сергей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малинин Сергей Александрович
Тыуған көнө

25 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Вафат көнө

7 август 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (83 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Малинин Сергей Александрович (25 ғинуар 1923 йыл — 7 август 2006 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ белгесе; Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған (1951), юридик фәндәр докторы, диссертацияһы ядро ҡоралы хоҡуҡи проблемалары тураһында яҡланған (1967); Ленинград дәүләт университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире һәм профессоры, университет проректоры; РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге йылдары. Һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Александрович Малинин 1923 йылдың 25 ғинуарында Карелия Республикаһы Пряжинский районы Ведлозеро ҡасабаһында тыуған. Әсәһе урындағы урта мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән; Сергей бик иртә атаһын юғалта. Бөйөк Ватан һуғышы башында 18 йәшлек Сергей Петрозаводск ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа Ҡыҙыл Армияның (РККА-ның) 3-сө Белорус фронтының истребителдәр батальоны составында ҡатнаша. 1945 йылда капитан дәрәжәһендә ул Кенигсберг өсөн барған һуғышта fesh яралана— хәрби госпиталдә бер йылдан оҙаҡ ваҡыт дауалана (инвалидлыҡ ала). Хәрби ҡаҙаныштары өсөн өс Ватан һуғышы ордены, "Почет Билдәһе"ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнә.

Ленинград дәүләт университеты. Проректор.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң, 1946 йылда, Малинин ике юғары уҡыу йорттарына имтихандарҙы уңышлы тапшыра: СССР Сит ил эштәреенең Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) уҡырға инә, һәм Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты ,Малинин һуңғы уҡыу йортон һайлай. Ленинградта уҡыу осоронда ул «бик яҡшы» билдәләренә генә уҡый, Ленин стипендиаты була. 1951 йылда юридик факультетты отличие билдәһе менән тамамлай. Беренсе курста уҡығанда факультеттың комсомол бюроһы секретары итеп һайлана, һуңғараҡ ул Ленинград дәүләт университетының комсомол комитеты секретары булып китә.

1955 йылда Малинин Ленинград дәүләт университетында «Проблема разоружения в международном праве на современном этапе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Был дәрәжәне алғандан һуң, Малинин Ленинград дәүләт университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында уҡыта башлай. 1967 йылда шул уҡ Ленинград дәүләт университетында «Халыҡ-ара хоҡуҡта атом проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Уның фәнни тикшеренеү эше донъя юриспруденцияһында был мәсьәләләргә ҡағышлы СССР-ҙа табылған яңылыҡ булып тора.

1978 йылда Малинин халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире профессор Роман Бобровты вазифаһында алмаштыра. Бынан тыш, 1963—1964 йылдарҙа Малинин юридик факультеттың деканы булып китә һәм ун йыл дауамында был эштә ҡала. 1984—1975 йылдарҙа профессор Малинин Ленинград дәүләт университетының беренсе проректоры вазифаһын башҡара. Бер нисә тапҡыр Ленинград халыҡ депутаттары ҡала советының (Ленсовет)депутаты була, бында законлылыҡты һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса комиссия рәйесе вазифаһын биләй. 1980 йылдың октябрендә ул «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1994 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1991) Рәсәйҙә Малининға күренекле ғалимдар өсөн Рәсәй Президенты булдырған Дәүләт ғилми стипендияһы бирелә. Бынан тыш, Малинин бер нисә Совет халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһының вице-президенты була, советтар (һуңыраҡ — Рәсәй халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы).

Малинин шәхсән Бөтә донъя халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы ағзаһы була; ул БМО-ға булышлыҡ итеү Рәсәй халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһының Санкт-Петербург бүлексәһе президенты була. Бынан тыш, «Российского ежегодника международного права» юридик журналының редакция коллегияһы составына инә, уның юридик журналы «Рәсәй халыҡ-ара хоҡуҡ ежегодник» журналының редколлегия ағзаһы була. Ленинград дәүләт университетының диссертация һәм фәнни-консультация советтарының ағзаһы була. 2006 йылдың 7 авгусында С. А. Малинин вафат була һәм Санкт-Петербургтың Смоленск зыяратында ерләнә. Малинин үлгәндән һуң, уның тол ҡатыны (профессорҙың васыятына ярашлы) Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетына Малининдың юриспруденция буйынса китапханаһын тапшыра.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Малинин 120-нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 140-тан ашыу) ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы һәм авторҙашы; уның эштәре сит телдәргә тәржемә ителгән. 40 кандидатлыҡ һәм унға яҡын докторлыҡ диссертацияһының ғилми консультанты була. Халыҡ-ара хоҡуҡ белгесе, Ленинград (һуңынан Санкт-Петербург) халыҡ-ара хоҡуҡ мәктәбенә ингән төп белгестәрҙең береһе, халыҡ-ара ойошмаларҙың хоҡуҡи мәсьәләләре һәм статусы тәбиғәтен, норматив юридик акттарҙың, халыҡ-ара учреждениеларҙың, шулай уҡ БМО-ның, хоҡуҡи хәлен өйрәнеүсе.

  • «Организация Объединенных Наций» (Л., 1959) (в соавт.);
  • «Международное сотрудничество в области мирного использования атомной энергии» (М., 1961);
  • «Правовые основы разоружения» (Л., 1966);
  • «Мирное использование атомной энергии (международно-правовые вопросы)» (М., 1971);
  • «Правовые проблемы морской атомной деятельности» (Л., 1974) (в соавт.);
  • Глава 3. «Право международной безопасности» в учебнике «Курс международного права» (Т. 4; М., 1990)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]