Эстәлеккә күсергә

Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы
Тыуған көнө:

15 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Вафат булған көнө:

4 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (33 йәш)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы
СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик,тәржемәсе

Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (15 март 1909 йыл4 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир, прозаик һәм тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әҫәрҙәре 1934 йылда баҫыла башлай. 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн ҡорбан була.

  • Салют. Шиғырҙар һәм тәржемәләр.Өфө,1941 йыл
  • «Сүлдәр эсендә» исемле поэмаһы һәм шиғырҙары («Йыр сафта ҡала» коллектив йыйынтыҡта, Өфө, 1960 йыл).

Ҡара йөҙҙәр бөтмәҫ һәм төкәнмәҫ
Асыу ҡаҡлай икән илемә;
Сәғәт, минут һайын ынтыла икән
Тап һалырға Совет еремә.
Ҡояш яҡтыһылай илебеҙҙе
Ҡанлы күҙҙәр көн дә күрәләр,
Тик ҡорос стенаны үтәлмайҙар,
Юлдар ҡыҙыу сиккә терәлә!

Мансуров Зөфәр Хәйретдин улының шиғыр юлдары.

Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡорт дәүләт университеты талиптары өсөн башҡорт шағир — фронтовиктарға бағышланған «Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ — мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә» исемле әҙәби композиция формаһындағы асыҡ дәрес үтте (2015). Талиптар ябай уҡыусыға билдәһеҙ булған, Бөйөк Ватан һуғышында ғүмерен биргән башҡорт шағирҙары тураһында йөкмәткеле докладтар әҙерләнеләр. Ғәли Әхмәти, Зиннәт Ҡотип, Хөрмәт Хәйри, Әхмәт Шакири, Нур Исмағилов, Сабир Кинйәкәй араларында Зөфәр Мансуровтың исеме лә яңғыраны[1].

  1. [1] 2019 йыл 6 июль архивланған.