Эстәлеккә күсергә

Маризь Кемаль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маризь Кемаль
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Raissa Kemaikina
Тыуған көнө 13 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Малое Маресево[d], Чамзинский район[d], Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университеты
 Маризь Кемаль Викимилектә

Маризь Кемаль (ысын исеме Раиса Степановна Кемайкина; 13 август 1950 йыл) — эрзә шағиры, яҙыусы. 1996 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Раиса Степановна Кемайкина 1950 йылдың 13 авгусында хәҙерге Мордва Республикаһының Чамзин районы Малое Маресево ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1965 йылда тыуған ауылы мәктәбендә һигеҙ класс тамамлағандан һуң ике йыл Большемаресевский мәктәбендә уҡый. Огарёв исемендәге Мордовия университетының филология факультетын тамамлай, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын ала.

1972 йылдан 1975 йылға саҡлы тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Рус әҙәбиәте буйынса сәғәттәр етмәгәнлектән, йәш уҡытыусыға өҫтәмә рәүештә немец һәм эрзә телдәрен уҡытыуҙы тәҡдим итәләр. Башта ул уҡытыу туған телен уҡытыуҙан баш тартып та маташа — уның һөнәре түгел, әммә урыҫлашҡан ҡыҙ һуңғараҡ туған теленең матурлығын һәм халыҡ ауыҙ-тел ижадының иҫ киткес байлығын, уның рухи көсөн аңлай.

1975 йылдың йәйендә Саранскиға күсеп килә һәм ике йыл дауамында «Эрзянь правда» гәзите хәбәрсеһе була. Хеҙмәт юлын корректор вазифаһынан башлай. Был вазифала Раиса Кемайкина эрзә грамотаһын тулыһынса үҙләштерә, һәм уны Г. П. Ласкин етәкселегендәге мәҙәниәт бүлегенә күсерәләр. Тағы бер йылдан Н. М. Симдянов етәкселегендәге партия тормошо бүлегенә күсерелә.

1980 йылда тәүге шиғырҙары баҫыла. Артабан А. С. Пушкин исемендәге Мордва республика китапханаһында ете йыл ярым эшләй.

1985 йылдан 1988 йылға саҡлы — «Сятко» журналында шиғриәт бүлеге мөдире, 1989 йылдан «Чилисема» эрзә балалар журналының яуаплы мөхәррире була.

"Сятко"ның 1980 йылдың август айындағы һанында «Эйкакшчинь лавсь» («Бала саҡ сәңгелдәге») шиғыры баҫылған. Шул уҡ ваҡытта йәш яҙыусыларҙың йыл һайын була торған семинарында ҡатнашҡан. «Сятко» журналы уның шиғырҙарын баҫыуын дауам иткән.

1987 йылда дүрт авторҙың «Маней васолкст» тигән дөйөм йыйынтығы баҫылып сыға, һәм унда шағирәнең ҙур шиғырҙар шәлкеме ингән. 1988 йылда Мордва китап нәшриәте уның бала сағы һәм үҫмер йылдары тәьҫораттары һөҙөмтәһе булып торған «Лавсь» («Сәңгелдәк»)тигән тәүге йыйынтығын сығара.

Икенсе йыйынтығы, «Штатол» («Шәм», 1994), шағирәнең боронғо эрзә халҡының тормош, мөхәббәт, яҙмыш тураһында һәм авторҙың был халыҡтың бер киҫәге булараҡ мәнәсәбәте булғанлығы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарынан ғибәрәт. Бында лирик һәм публицистик характерҙағы лирик шиғырҙары, шулай уҡ, милли ысынбарлыҡты тойоуы үҫешкән һәм өлгөрөп еткән шәхес булыуын сағылдырған «Мон — эрзән!» («Мин — эрзә ҡыҙы!») поэмаһы ингән.

Күп йылдар дауамында эрзәләрҙең фольклорын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү һөҙөмтәһе булып ул төҙөгән эрзә халҡынан сыҡҡан билдәле һәм күренекле кешеләре тураһында «Евксонь кужо» («Әкиәт аҡланы») әкиәттәр китабы һәм «Сынь ульнесть эрзят» («Улар эрзә булғандар») очерктар йыйынтығы тора.

1998 йылда уның шиғырҙары «Ниле ават — ниле морот» («Четыре женщины — четыре песни» Таллин) йыйынтығында сыҡҡан.

Маризь Кемаль йәмәғәт эшмәкәрлегенә лә күп ваҡытын һәм көсөн бирә. 1989 йылда ул «Масторава» мәҙәни-ағартыу йәмғиәтен төҙөү инициаторҙарының береһе һәм уның беренсе секретары була, 1993 йылдың декабренән 1997 йылға саҡлы — «Эрзява» ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен ойоштороусы, «Ламзурь» үҙешмәкәр фольклор-этнографик ансамбленә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе.

Публицистика ҙур иғтибар бүлә, мәҙәниәт, дин, эрзә халҡы традициялары тураһында проблемалы мәҡәләләр яҙа, «Сятко», «Чилисема» журналдарында, «Эрзянь Мастор» гәзитендә баҫыла