Мария Бакалова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Бакалова
болг. Мария Вълчева Бакалова
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Bulgaria.svg Болгария
Тыуған көнө 4 июнь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (26 йәш)
Тыуған урыны Бургас, Болгария[1]
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Национальная академия театрального и киноискусства[d]
URL-да тасуирланған nytimes.com/2020/11/11/m…
Фолловерҙар һаны 27 674
Commons-logo.svg Мария Бакалова Викимилектә

Мария Бакалова (болг. Мария Бакалова, 4 июнь 1996 йыл) — Болгария актрисаһы. «Борат 2» псевдодокументаль комедия фильмында уйҙырма ҡаҙаҡ репортеры Борат Сагдиевтың ҡыҙы Тутар Сагдиева ролен башҡарыусы булараҡ билдәле. Был фильм арҡаһында Мария «Оскар», «Алтын глобус», «BAFTA», киноактерҙарҙың Америка Гильдияһы бүләктәренә һәм Critics' Choice Movie Award "Икенсе пландағы иң яҡшы актриса номинацияһында премияға лайыҡ булған беренсе болгар актрисаһы булып тора[2][3][4][5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мария Бакалова алты йәшендә йыр һәм һыбыҙғыла уйнау дәрестәрен ала башлай.[6]

Бургаста Милли сәнғәт мәктәбен «драма» һөнәре буйынса тамамлай. Һуңғараҡ Крастьо Сарафов исемендәге театр һәм кино сәнғәтенең Милли академияһында драма сәнғәте курсын тамамлай һәм 2019 йылда уҡыуын тамамлай[6]

Актёрлыҡ карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Болгар фильмдарҙа төшөп, актерлыҡ карьераһын башлай, «Трансгрессия» (2018) һәм «Һуңғы ҡыңғырау» (2020) фильмдарында төшә. Билдәлелекте «Борат 2» фильмында Тутар Сагдиева ролен башҡарып ала. Республика сәйәси эшмәкәре Руди Джулианиға интим шарттарҙа ул интервью алырға тәҡдим иткән эпизод уға бөтә донъяға танылыу килтерә[7][8][9]. Бакалованың уйыны тәнҡитселәр тарафынан юғары баһалана: IGN журналы фильмда актрисаһының күренеүен «фантастик табыш» тип иҫәпләй[10], ә LA Times тип уның башҡарыуын «иҫ киткес» тип баһалай[11]. Мария «Оскар», «Алтын глобус», «BAFTA», киноактерҙарҙың Америка Гильдияһы бүләктәренә һәм Critics' Choice Movie Award "Икенсе пландағы иң яҡшы актриса номинацияһында премияға лайыҡ булған беренсе болгар актрисаһы булып тора[2][3][4][5].

2020 йылдың ноябрендә Бакалова Creative Artists Agency менән контракт төҙөй[12].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Фильмдың исем Ролдәр Режиссёр
2017 XIIa Милена Магдалина Ралчева
2018 Ангел Анжела Лечезар Петров
2018 Трансгрессия Яна Вал Тодор
2019 Көтөлмәгән хәл арҡаһында Таксилағы ҡыҙ Петр Чивийский
2019 Хыял ҡыҙы Хыял ҡыҙы Петр Чивийский
2019 Атай Валентина Кристина Грозева

Петр Вальчанов

2020 Һуңғы ҡыңғырау Александра Ивайло Пенчева
2020 Борат 2 Тутар Сагдиева Джейсон Волинер

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Nolan E. Who is Maria Bakalova? Borat's Daughter in Rudy Giuliani Hotel Scene (билдәһеҙ) // NewsweekNew York City: 2020. — ISSN 0028-9604; 2572-5343
  2. 2,0 2,1 Maria Bakalova Becomes Bulgaria’s First Golden Globe Nominee (билдәһеҙ). Balkan Insight (3 февраль 2021). Дата обращения: 5 февраль 2021.
  3. 3,0 3,1 The 27th Annual Screen Actors Guild Awards | Screen Actors Guild Awards (билдәһеҙ). www.sagawards.org. Дата обращения: 7 апрель 2021.
  4. 4,0 4,1 2021 EE British Academy Film Awards: The Nominations (билдәһеҙ). www.bafta.org (9 март 2021). Дата обращения: 7 апрель 2021.
  5. 5,0 5,1 Oscar Nominations 2021 Announced by Priyanka Chopra and Nick Jonas: Watch Full Video - Oscars 2021 News | 93rd Academy Awards (билдәһеҙ). ABC. Дата обращения: 7 апрель 2021.
  6. 6,0 6,1 Who Plays Borat's Daughter?. Glamour.
  7. Rosen, Christopher Who Plays Borat's Daughter in Borat 2? Introducing Maria Bakalova. Vanity Fair.
  8. Chang, Justin Review: Sacha Baron Cohen takes on Trump and coronavirus in clever, scattershot ‘Borat' sequel. LA Times (21 Oct 2020). Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 21 октябрь 2020 года.
  9. Shoard, Catherine Rudy Giuliani faces questions after compromising scene in new Borat film. The Guardian. Дата обращения: 22 октябрь 2020.
  10. Borat Subsequent Moviefilm Review. IGN (October 22, 2020). Дата обращения: 27 октябрь 2020.
  11. Meet Maria Bakalova, the 'Borat' star in that Giuliani scene. Los Angeles Times (October 23, 2020). Дата обращения: 27 октябрь 2020.
  12. Justin Kroll, Justin Kroll. ‘Borat 2’ Breakout Star Maria Bakalova Signs With CAA (билдәһеҙ). Deadline (10 ноябрь 2020). Дата обращения: 20 ноябрь 2020.