Мария Бах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мария Бах
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Austria.svg Австрия
Тыуған көнө 1 март 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Австро-Венгрия, Вена
Вафат булған көнө 26 февраль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2] (81 йәш)
Вафат булған урыны Австрия, Вена
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө композитор, рәссам, пианист
Уҡыу йорто Венский университет музыки и исполнительского искусства[d]
Кемдә уҡыған Маркс, Йозеф[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Commons-logo.svg Мария Бах Викимилектә

Баронесса Мари́я Эми́лия фон Бах (нем. Marie Emilie Freiin von Bach; 11 март 1896, Вена — 26 февраль 1978, шунда уҡ) — Австрия пианисы, скрипкасыһы, композиторы һәм рәссамы

.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мария музыкаль ғаиләлә тыуа: уның атаһы, Роберт Бонавентура Майкл Венцель фон Бах, адвокат була, шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм музыка менән шөғөлләнә, әсәһе, Элеонора Жозефа Мария Терезия Огюст Бах, композитор һәм йырсы була. 1897 йылда ғаилә Баденға күсеп килә. Ҡыҙ биш йәштән шәхси педагогта музыка менән шөғөлләнә башлай, бер үк ваҡытта фортепиано һәм скрипкала уйнарға өйрәнә [3]. Атаһының йорт оркестрында икенсе скрипка була. Музыка мәктәбен пианист булараҡ тамамлай, 1919 йылдан 1925 йылға тиклем Вена музыка академияһында уҡый, унда уның уҡытыусылары Йозеф Маркс (композиция), Пауль де Конна (фортепиано) һәм Иван Бутников (дирижер) була [4].

Марияның манераһы һуңғы романтиктар, Мусоргский, Скрябин һәм Стравинский йоғонтоһо аҫтында формалаша. 1921 йылда тенор һәи оркестр өсөн «Шутовские песни» (нем. Narrenlieder) циклы менән композитор булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1920-30 йылдарҙа ул фортепиано квартеты, фортепиано квинтеты, виолончель һәм фортепиано өсөн соната, башҡа камера һәм вокал музыкаһын яҙа

1952 йылда итальян рәссамы Артуро Чьячеллиға кейәүгә сыға, һәм шулай уҡ һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә башлай, башлыса пейзаж яҙа. Һуңынан эштәрен күргәҙмәләргә ҡуя башлай, хатта музыкант булыуға ҡарағанда ла, ҙурыраҡ танылыу ала.

1978 йылдың 26 февралендә күнкүреш газының сығып тороуынан ағыуланып вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119524007 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. FemBio: Банк данных о выдающихся женщинах, Frauerdatenbank
  3. Cecelia Hopkins Porter Five Lives in Music — University of Illinois Press, 2012-08-01. — ISBN 9780252037016, 9780252094132.
  4. Cecelia Hopkins Porter Five Lives in Music — University of Illinois Press, 2012-08-01. — ISBN 9780252037016, 9780252094132.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]