Мария Монтессори

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Монтессори
итал. Maria Montessori
Тыуған көнө

31 август 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Италия, Марке провинцияһы, Кьяравалле ҡалаһы

Вафат көнө

6 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Нидерланд, Ноордвейк-ан-Зе ҡалаһы

Ғилми даирәһе

педагогика

Ниндәй өлкәлә танылған

бөтә донъяға билдәле педагогика системаһы авторы

Мария Монтессори һүрәте менән 1 000 Итальян лир номиналындағы Италия банкнотаһы

Мари́я Монтессо́ри (итал. Maria Montessori; 31 август 1870(18700831) — 6 май 1952) — итальян табибы, педагог, ғалим, философ, гуманист.

1988 йылда ЮНЕСКО ХХ быуатта педагогик фекерләүҙе билдәләгән дүрт педагог исемлегенә Джон Дьюи, Георг Кершенштейнер, Макаренко Антон Семёнович менән бер рәттән Мария Монтессорины ла индерелә[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Монтессори 1870 йылдың 31 авгусында Италияның Кьяравалле ҡалаһында тыуған. Монтессори Италия тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүгеләрҙән булып медицина курстарын тамамлай һәм фәндәр докторы ғилми дәрәжәһен йөрөтә.

Мария Монтессори үҙ педагогика системаһын төҙөп бөтә донъяла танылыу ала. Тәүге «Монтессори мәктәбе» 1907 йылдың 6 ғинуарында Рим ҡалаһында уның менән асыла. Был мәктәптең эше тәжрибәһе нигеҙендә ҡулланылған ысулдар һуңыраҡ уңышлы үҫтерелә һәм артабанғы йылдарҙағы тәнҡитҡә ҡарамаҫтан күп кенә илдәрҙә танылғанлыҡ ала. 1913 йылда Төньяҡ Америкала Монтессори ысулына иғтибар итәләр, әммә аҙаҡтан уның менән ҡыҙыҡһыныу кәмей бара.

Башта Монтессори аҡыл яғынан артта ҡалған балалар менән эшләй, артабан ул ябай балаларҙы уҡытып махсус педагогиканан уртаҡ педагогикаға күсә.

Италиянан башҡа Мария Монтессори оҙаҡ йылдар буйы Испания провинцияһы Каталонияла һәм Нидерландта йәшәгән һәм эшләгән. 1929 йылда Голландияла Халыҡ-ара Монтессори Ойошмаһына[2] (AMI) нигеҙ һалына.

1936 йылда Теософ Йәмғиәте саҡырыуы буйынса Монтессори Нидерландтарҙан Һиндостанға бара, һәм Мадрас, Карачи һәм башҡа ҡалаларҙа лекциялар уҡый, ә аҙағыраҡ Кодайканалда үҙенең мәктәбен аса. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Нидерландҡа күсә һәм бында 1952 йылдың 6 майында Ноордвейк-ан-Зе ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]