Мария Сволу
Мария Сволу | ||
грек. Μαρία Σβώλου[1] | ||
| ||
---|---|---|
11 май 1958 йыл — 2 ноябрь 1963 йыл | ||
Тыуған: | 1892[1] Афина, Греция | |
Үлгән: | 3 июнь 1976[1] | |
Ерләнгән: | Беренсе Афина зыяраты | |
Супруг: | Александрос Сволос[d] | |
Партия: | Единая демократическая левая партия[d] |
Мария Сволу (ҡыҙ фамилияһы: Десипри, Δεσύπρη, 1892, Афина — 3 июнь, 1976) — грек ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәне һәм феминисткаһы. Берҙәм демократик һул партия (ΕΔΑ) ағзаһы. 1958—1963 йылдарҙа Афинанан Греция парламенты депутаты.[2] Сәйәсмән Александрос Сволостың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 1892 йылда Афинала (йәки Пирейҙа[3]) тыуа. Ғаиләләге биш ҡыҙҙың береһе була (Ница, Νίτσα 1903 йылда Лариса ҡалаһында тыуған). Атаһы Георгиос Десиприс (Γεώργιος Δεσύπρης, 1851—1913), Тинос утрауыннан, әсәһе София Эммануил (Σοφία Εμμανουήλ Εμμαήλ) Пирейҙан. Ғаилә Пирейҙа йәшәй, Георгиос Десиприс Грецияның Милли банкы бүлегендә бухгалтер булып эшләй, һуңынан Грецияның Лаариса ҡалаһына күсенә, унда атаһы 1898 йылда Греция Милли банкының Лариса бүлексәһе директоры була.[3]
1907 йылда Лариса ҡалаһында Арсакион шәхси ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбен тамамлай.[3].
Мария, Милли иҡтисад министрлығының хеҙмәт буйынса инспекторы булараҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡот осҡос хеҙмәт шарттарын яҡтыртыуға ҙур ҙур иғтибар бүлә. Һуғыш-ара осорҙа ул ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте етәкселәренең береһе булып китә. 1920 йылда Авра Теодоропулу инициативаһы менән ойошторолған Грек ҡатын-ҡыҙҙары хоҡуҡтары өсөн Лигаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм шул ойошманың секретары була. 1925 йылда Мария Сволу инисциативаһы буйынса киске эшсе ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе асыла, был уҡыу йорто 1965 йылға тиклем эшләй. Ул контролләүсе министрлыҡтарҙан был мәктәптең эшләүенә рөхсәт ала, уҡыу биналары таба, бигерәк тә тәүге йылдарҙа финанстар эҙләп табыу, уҡытыусыларҙы ялллау менән дә шөғөлләнә. 1932 йылда Никос Бизакис проекты буйынса Экзархия районының Колетти урамында мәктәп өсөн бина төҙөлә. 1940—1945 йылдарҙа, Греция оккупацияла булғанда, бинаны немецтар тартып ала. Һуғыштан һуң бина мәктәпкә ҡайтарып бирелә һәм 1961 йылға тиклем эшләй. Хәҙерге ваҡытта унда Афинаның 35-се муниципаль башланғыс мәктәбе урынлашҡан. 1928 йылда Мария Сволу уйынсыҡтар һәм декоратив сәнғәт мәктәбен аса, был уҡыу йорто «Папастратос мәктәбе» булараҡ танылыу яулай. Мария Сволу 1932 йылда Грек ҡатын-ҡыҙҙары хоҡуҡтары өсөн лиганан китә.[2]
Оккупация ваҡытында Грецияның Милли-азатлыҡ фронты (ΕΑΜ) ағзаһы һәм Берҙәм бөтә грек йәштәр ойошмаһының (ΕΠΟΝ) үҙәк баҫмаһы органы булған Νέα Γενιά йәшерен гәзит редакцияһы ағзаһы була. 1944 йылдың апрелендә һайлауҙарҙа юғары закондар сығарыу органы — Милли совет депутаты итеп һайлана. 1958 йылдың 11 майында һәм 1961 йылдың 29 октябрендә Берҙәм демократик һул партиянан Афған округыбуйынса парламент депутаты итеп һайлана.[2]
1964 йылда Бөтә грек ҡатын-ҡыҙҙар союзын (Πανελλαδικήpanda Γυναικών, ΠΕΓ) ойоштороуҙа ҡатнаша.
1922 йылда социалистик сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре Александр Сволосҡа (1892—1956) кейәүгә сыға.[3]
1922 йылда Афинала уның «Ҡатын-ҡыҙ һәм социаль тәьминәт» китабы баҫылып сыға.
1976 йылдың 3 июнендә вафат була. Беренсе Афина[3] зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://greekarchivesinventory.gak.gr/index.php/s7xr-z855-tehn
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Εσπερινή Σχολή Γυναικών Υπαλλήλων 1925 - 1965 (грек). Дата обращения: 12 апрель 2020. Архивировано 12 апрель 2020 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Γεώργιος Δεσύπρης (1851–1913) (грек). Ελευθερία (7 август 2016). Дата обращения: 12 апрель 2020. Архивировано 22 апрель 2021 года.