Мария Тереза Нуццо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мария Тереза Нуццо
ингл. Maria Teresa Nuzzo
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Malta.svg Мальта
Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия
Тыуған көнө 11 май 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Королевство Великобритания[d], Валлетта
Вафат булған көнө 17 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Королевство Великобритания[d], Мальта, Хамрун[d]
Һөнәр төрө табип, монахиня

Мария Тереза Нуццо (англ. Maria Teresa Nuzo, мальт. Marija TereERa Nuzzo; 11 май 1851, Валлетта, Мальта, Бөйөк Британия — 1923 апрель, Хамрун, Мальта, Бөйөк Британия) — католик ҡатын-ҡыҙ монах, Изге Йөрәк Ҡыҙҙары (D. S. H.) конгрегацияһына нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мария Тереза Нуццо 1851 йылдың 11 майында Валлеттала тыуа һәм икенсе көндө үк суҡындырыла. Ул Паоло Нуцо менән Луизаның ете балаһы араһында икенсеһе була, әммә уның өлкән ағаһы холеранан вафат була. Һигеҙ йәшендә Мария Тереза донъя миропомазание (https://foma.ru/chto-takoe-miropomazanie.html) ҡабул итә.

Шул ваҡыттағы Мальта балаларынан айырмалы рәүештә, Мария Тереза инәһе Валлетта Розина етәкселек иткән шәхси мәктәптә белем алыу бәхетенә ирешә. Тереза 16 йәшендә етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, сөнки Розина тиҙҙән бөтөнләй һуҡырая һәм күп тә үтмәй вафат була.

Тереза монахинялар анты ҡабул итергә планлаштыра, әммә мәктәпкә етәкселек итергә тура килеү, бынан тыш атаһына өйҙә ярҙам кәрәк булыу арҡаһында был мөмкин булмай, шуға күрә ул рухани Пьетро Паче кәңәше буйынса ярлылыҡ, бөтөнлөк һәм тыңлаусанлыҡ анты ҡабул итә. Ике йылдан һуң, Терезаға егерме биш йыл булғанда, уның атаһы , ә биш йылдан һуң әсәһе вафат була. Мария Тереза монастырға китергә йыйына, әммә монсеньор Пьетро Паче, уға бер ҙә оҡшамай, тип иҫәпләй. 1902 йылға тиклем ул мәктәптә эшләй һәм катехизаторлыҡ эшмәкәрлеге алып бара, ә 1903 йылда монах конгрегацияһы булдыра.

Мария Тереза Нуццо Әсә 1923 йылда Хамрунда вафат була.

Изге Йөрәк Ҡыҙҙары конгрегацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1903 йылдың 21 ноябре Ватикан яғынан 1988 йылда рәсми хуплау алған Изге Йөрәк Ҡыҙҙары конгрегацияһына нигеҙ һалыныу датаһы булып иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта был конгрегацияға ҡараған монастырҙар Мальтала ғына түгел, ә Италия, Һиндостан, Кения, Танзания, Уганда, АҠШ, Филиппин, Ирландия, Ливия һәм Көньяҡ Корея[1]ла бар.

Конгрегация ҡатын-ҡыҙ монахтары тәрбиәүи һәм мәғариф эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, тәү сиратта Марс башланғыс мәктәбендә, Хамрун балалар баҡсаһында, Зуррик балалар йортонда һәм Зейтун һәм Меллихала балалар өсөн көндөҙгө ял үҙәгендә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марста (Мальта) башланғыс мәктәп һәм Руиру (Кения) башланғыс мәктәп Мария Тереза Нуццо исеме менән атала.

2003 йылдың 2 майында Мария Тереза Нуццо Әсәне батификациялау процесы башланыуы тураһында иғлан ителде[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Madre Maria Teresa Nuzzo  (инг.).
  2. Zammit, Joe. Candidates for canonisation  (инг.), Times of Malta (22.05.2015).