Эстәлеккә күсергә

Мартыновка (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мартыновка
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гранитное сельское поселение[d][1] һәм Силәбе өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Урын Ҡыҙыл районы
Халыҡ һаны 140 кеше (2002)[2],
93 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 382 метр
Почта индексы 457617
Карта
 Мартыновка Викимилектә

МартыновкаРәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы ҡасаба. Гранит ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡасабаны йәнәшәләге тораҡ пункттар менән грунт юлдар бәйләй. Район үҙәгенә (Ҡыҙыл) тиклем алыҫлыҡ — 59 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Гранит ҡасабаһына тиклем) — 14 км. Ҡасабаға Мартынов биләмәһендә революцияға тиклем нигеҙ һалына (хужаһы эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнә). Ҡасабаның атамаһы ла шул кешенең исеме менән бәйле. Унда бер нисә ғаилә — Украинанан күсеп килгәндәр төпләнә, улар землянкаларҙы культуралары үҫтереүҙә, һөт малсылығында махсуслаша. Һуңғараҡ һарыҡсылыҡ үҫешә башлай. 1959 йылда статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Мартыновка «Уралец» ҡасаба Советына ҡарай, ул 30 ихатанан тора. 1950—70 йылдарҙа башланғыс мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана төҙөлә ( 1973 йылда Ильинка ҡасабаһына күсерелә). Хәҙер Мартыновкала «Уралец» ауыл хужалығы производствоһы кооперативының 3-сө бүлексәһе урынлашҡан (сәсеү майҙаны— 1000 га; эшмәкәрлектең төп йүнәлеше — иген етештереү)[4]

Мартыновка ҡасабаһы Көньяҡ Урал тауы алдының көньяҡ-көнсығыш сиктәрендә[5], дала зонаһында, Ҡыҙыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡыҙыл ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай (туранан) яҡынса 20 км алыҫлыҡта, Ҡоро йылғаһының уң яҡ яры буйында урынлашҡан. Рельефы — убалы тигеҙлек (Урал һырты армыттары); яҡындағы бейеклек— 467 м; көнбайышҡа ҡарай 4 км алыҫлыҡта Осло тау урынлашҡан (494 м). Мартыновка территорияһында гранит тоҡомдарының өҫкә сығып ятыуы осрай. Ҡасабаның диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 382 метр[6].

Климаты

Климаты эҫе, ҡоро йәйе һәм ҡырыҫ ҡышы менән ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- 266 мм, иң һалҡын айҙа (ғинуар) уртаса температура -17,9°С, иң йылы айҙа (июлдә) — 19,9°С тәшкил итә.

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
14093

Халҡы 140 кеше тәшкил итә. (1959 йылда — 248, 1970 йылда — 276, 1983 йылда — 203, 1995 йылда 185 кеше булған).

Гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, гендер структурала ир-егеттәр халыҡтың 47,4 %-ы, ҡатын — ҡыҙҙар 52,6 % тәшкил иитә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында ҡаҙаҡтар — 39 %; урыҫтар — 33 %; башҡорттар 26 % тәшкил итә.

Ҡасаба ике урамдан тора[9]:

  • Быуа урамы
  • Мәктәп урамы
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Мартыновка
  5. Туристический паспорт Кизильского муниципального района. Официальный сайт Администрации Кизильского муниципального района Челябинской области.
  6. Martynovka. GeoNames.
  7. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Кизильский р-н → Мартыновка п.