Мартыновка (Ҡурған өлкәһе)
Мартыновка — Ҡурған өлкәһе Сафакүл районындағы ауыл, административ үҙәге — Мартыновка ауыл Советы.
Мейәс йылғаһы ҡушылдығы Сүмләк (Мейәс бассейны) йылғаһы башында урынлашҡан. Сафакүл ауылынан көньяҡ-көньяҡ-көнбайышҡа табан 9 километрҙа һәм Ҡурғандан көнбайыш-көньяҡ-көнбайышҡа табан 190 километрҙа ята. Был яҡтарҙа күлдәр һәм һаҙлыҡтар бик күп (ауыл эсендә һәм янында ғына Тоҙло, Тынсыу, Сүмләк һәм бәләкәйерәк күлдәр урынлашҡан).
Ауыл эргәһенән Щучья — Еткуль автомобиль юлы үтә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
430 |
Милли составы: урыҫтар — 52 %, башҡорттар — 29 % (2002).
Мартыновка ауылында 2004 йылда 862 кеше йәшәй[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Михайловск заводының (хәҙер Свердловск өлкәһенең Михайловск ҡалаһы) ошо урындарға күсенеп килеп төпләнгән тау-завод крәҫтиәндәре 1865-66 йылда нигеҙ һала.
Башта ауыл Мартынов тип атала, аҙаҡтан ауылға Мартыновка (Мартыновский) булып китә. Мартыновка ауылы халҡы, Сафакүл районының башҡа ауылдары халҡы кеүек үк ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Район иҡтисадына «Зауралье» предприятиеһы һәм «Сафакүл» АКХ-һы мөһим өлөш индерә, улар иген игеү һәм һыйыр малы аҫырауға махсуслашҡан. Райондың алдынғы төҙөлөш предприятиеһы «Ритм»да ла эшләй Мартыновка ауылы кешеләре.
Ауылда 1884 йылда Богородица раштыуаһы сиркәүе төҙөлә, 1960-сы йылдарҙа емерелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/Сафакүл_районы