Сафакүл
Ауыл | |
Сафакүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Рәхимов Рәжәп Нәсибулла улы |
Нигеҙләнгән | |
Бейеклеге |
177 м |
Халҡы | |
Милли состав | |
Телефон коды |
+7 35243 |
Почта индексы |
641080 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Рәсми сайт | |
Сафакүл (рус. Сафакулево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының һәм Сафакүл ауыл советының административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә күл — Ҡаҡсарлы, Ҡамышлы һәм Сафакүл буйҙарында урынлашҡан. Ауылдан Силәбе — Ҡурған йүнәлешендәге Щучье тимер юл станцияһына тиклем алыҫлыҡ 32 км, ә Ҡурған өлкәһе үҙәгенә тиклем — 210 км тәшкил итә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1782 йылда нигеҙләнгән. Риүәйәттәр буйынса ауылдың атамаһы был ерҙәргә тәүге тапҡыр килеп урынлашыусы Сафа Йомағоловҡа бәйле — уның исеме менән Сафакүл күле аталған. Ыснында ауылдың атамаһы Сафакүл күле атамаһынан («саф» — таҙа, үтә күренмәле) барлыҡҡа килгән һәм ул «таҙа күл» тип аңлатылған.
Революцияға тиклем Баязит ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә, ә 1926 йылдан ошо райондың административ үҙәге була. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Сафакүл ауылы Ялан-Ҡатай районына керә һәм уның үҙәге була. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сафакүл ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә һәм уның үҙәге булып китә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә. 1961 йылда Сафакүл районы бөтөрөлә, уның биләмәләре Щучье районы составына бирелә. 1963 йылда Сафакүл районы яңынан тергеҙелә.
Советтар Союзы осоронда Сафакүл ауылында Жданов исемендәге колхоз була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1866 | 1900 | 1916 |
---|---|---|
610 | 875 | 1233 |
Халыҡ иҫәбе | |||
---|---|---|---|
1926 | 1989[2] | 2002[3] | 2010[1] |
991 | ↗4557 | ↘4286 | ↘3629 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса татарҙар (59 %), урыҫтар (23 %), башҡорттар (15 %) йәшәй.
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу . Дата обращения: 20 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Сафакулевский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.
Был Ҡурған өлкәһе географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |