Күбәкәй
Уҡыу көйләүҙәре
| Ауыл | |
| Күбәкәй | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Халҡы | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Бахарево
Күбәкәй (рус. Бахарево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы ауыл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡортостан мөхтәриәтенең (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Ялан кантоны составына керә.
1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Халыҡ иҫәбе | ||
|---|---|---|
| 1989 | 2002 | 2010[2] |
| 375 | 362 | 246 |
2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар (85,8 %), башҡорттар (7,1 %), урыҫтар — (7,1 %) йәшәй.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892—1937) — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры. РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).