Маршал Баграмян проспекты (Ереван)
Маршал Баграмян проспекты | |
әрм. Մարշալ Բաղրամյան պողոտա | |
Кем хөрмәтенә аталған | Баграмян Иван Христофорович |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Нимә менән тоташа | улица братьев Галоян[d], площадь Франции[d] һәм улица Дереника Демирчяна[d] |
Оҙонлоҡ | 2200 метр |
Киңлек | 17 метр |
Маршал Баграмян проспекты (Ереван) Викимилектә |
Маршал Баграмян проспекты (әрм. Մարշալ Բաղրամյան պողոտա) — Еревандағы проспект (Әрмәнстан Республикаһы). Проспекттың ҙур өлөшө ҡаланың Үҙәк админитсратив округына тура килә, шулай уҡ Арабкир административ округы буйынса ла үтә. Урам күренекле совет полководецы, милләте буйынса әрмән Иван Баграмян исемен йөрөтә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маршал Баграмян проспекты — Еревандың үҙәк өлөшөнөң төп транспорт артерияларының береһе. Ул А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән академия опера һәм балет театры урынлашҡан Франция майҙанынан башланып, Дуҫлыҡ майҙанында тамамлана. 1970 йылдан проспект Дуҫлыҡ проспекты тип атала.
Проспектта Әрмәнстандың Милли йыйылышы һәм президент резиденцияһы урынлашҡанлыҡтан, йыш ҡына ул митингылар урынына әйләнә. 2015 йылда электр энергияһына тарифтарҙы күтәреү сәбәпле ойошторолған ҡаршылыҡ акциялары ваҡытында проспект бер-нисә аҙнаға ябыла.
Объекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маршал Баграмян проспектында түбәндәге йорттар һәм объекттар урынлашҡан:
- Әрмәнстан Республикаһы президенты резиденцияһы
- Әрмәнстандың Милли йыйылышы бинаһы
- Әрмәнстан Республикаһының Конституцион суды
- Швеция, Сүриә, Бөйөк Британия, Ҡытай һәм Таиланд илселектәре.
- Әрмәнстан Республикаһының Милли фәндәр академияһы: президиумдар биналары; геология фәнжәле, механика, математика, сәнғәт, тарих, шәрҡиәтте өйрәнеү институттарының; фундаменталь фәнни китапхана
- Әрмәнстандың Америка университеты
- Арам Хачатуряндың йорт-музейы
- Әрмәнстан Яҙыусылар союзы
- Әрмәнстан Архитекторҙар союзы
- 55-се (Чехов исемендәге), 76-сы (әрмән-аргентина), 78-се һәм 172-се мәктәптәр.
- Ғашиҡтар паркы
- Әрмән евангелие сиркәүе
- Дуҫлыҡ һәм Маршал Баграмян метро станциялары
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам йәйүәлеләр һәм транспорт өсөн тәғәйенләнгән, транспорт өсөн һәр яҡҡа өсәр һыҙат эшләнгән. Урамда ике метро станцияһы, шулай уҡ автобус туҡталыштары бар.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Әрмәнстан Республикаһы президенты резиденцияһы
-
Әрмәнстандың Милли йыйылышы бинаһы
-
Әрмәнстан Республикаһының Конституцион Суды
-
Әрмәнстандың Америка университеты (Парамаз Аветисян исемендәге корпус)