Матросова Федосья Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Матросова Федосья Евгеньевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 24 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татарстан Республикаһы
Вафат булған көнө 29 май 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Саранск
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Федосья Евгеньевна Матросова (24 июнь 1924 — 29 май 1987) — совет төҙөлөш тармағы алдынғыһы, СССР Төҙөлөш министрлығының «Саранскжилстрой» тресы 10-сы төҙөлөш идаралығында штукатурҙар бригадиры, Мордва АССР-ы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылда хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районы Ивановка ауылында тыуған. Мордва (эрзя).

Башланғыс белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылда урындағы колхозда трактористка булып эшләй башлай.

1945 йылда Кама йылғаһы буйлап һал ағыҙыуҙа, һуңынан Горький ҡалаһы янында торф сығарыуҙа эшләй.

1954 йылдан алып Саранск ҡалаһында йәшәй, штукатур булып эшләй. 1964 йылда «Отделстрой» идаралығының төҙөүселәр бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Мордовияның баш ҡалаһында уның бригадаһы электролампалар заводында, шулай уҡ бер нисә мәктәп һәм торлаҡ массивтарын биҙәүҙә эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге указы менән, төҙөлөштә юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Федосья Евгеньевна Матросоваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Саранск ҡала советы депутаты итеп һайлана.

1983 йылда хаҡлы ялға сыға.

Саранск ҡалаһында йәшәй. 1987 йылдың 29 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (05.04.1971)

- Ленин ордены (05.04.1971)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.08.1966)

- башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Социалистического Труда — уроженцы Мордовии. Саранск, 1976 год.
  • Мордовия. Энциклопедия. — Саранск, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]