Эстәлеккә күсергә

Махатма Ганди һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Махатма Ганди һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Карта

Махатма Ганди һәйкәле Мәскәүҙә Ломоносов проспектында Индира Ганди майҙанынан алыҫ түгел ҡуйылған.

Махатма Ганди һәйкәле Һиндостан хөкүмәтенән һәм халыҡтарынан Мәскәүгә бүләк. Уны асыу тантанаһы 1988 йылдың 8 июлендә үтә.

Һәйкәлдең авторы һинд скульпторы Гаутам Пал, һәйкәл өсөн постаментты архитекторҙар В. В. Пасенко һәм И. П. Круглов проектлай, ә уны башҡарыусы конструктор В. Е. Кореи.

Һәйкәл Махатма Ганди скульптуралары өсөн традицион булған стилистика буйынса эшләнгән: ул дәрүиштәрҙең традицион кейемендә хаж таяғына таянып киң аҙымдар менән атлап барыусы итеп һүрәтләнгән. Был образ Гандиҙың юғары рухлы ҡаһарманлығын, уның хәҡиҡәт эҙләүҙә фиҙаҡәрлеген кәүҙәләндерә. Постаментта ябай нескәлекһеҙ яҙыу килтергән

МАХАТМА ГАНДИ

Тәүҙә Махатма Ганди күҙлек кейеп һүрәтләнгән була, ләкин улар онтала һәм урынына кире ҡайтарылмай. Шулай уҡ таяғы вандаль атакаға дусар була һәм уны яңынан тергеҙергә тура килә.

Һәйкәл эргәһендә плита ҡуйылған, унда ҡыҫҡаса Махатма Ганди тураһында әйтелгән һәм һәйкәлдең авторҙары күрһәтелгән.