Тәлмәрйендәр: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл: 29 юл:


Бер һыу ятҡылығында бер нисә йөҙ баҡа йыйыла ала. Ыуылдырыҡ бөртөктәрен ярҙан эскәрәк ҙур өйөмләп һалалар. Бер инә баҡа 12 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгө сәсә.
Бер һыу ятҡылығында бер нисә йөҙ баҡа йыйыла ала. Ыуылдырыҡ бөртөктәрен ярҙан эскәрәк ҙур өйөмләп һалалар. Бер инә баҡа 12 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгө сәсә.

Ыуылдырыҡтан тышҡы һәм эске төҙөлөшө буйынса өлкән заттарҙан бөтөнләй айырылып торған личинка — сүмесбаш хасил була. Ыуылдырыҡтан личинканың хасил булыуы һәм уның артабанғы үҫеше бары һыу мөхитендә генә бара ала.


Метаморфоз 3-4 ай дауам итә. Тереклегенең 3-4 йылында енси яҡтан өлгөрәләр.
Метаморфоз 3-4 ай дауам итә. Тереклегенең 3-4 йылында енси яҡтан өлгөрәләр.

16:31, 17 ғинуар 2021 өлгөһө

Тәлмәрйендәр
Тәлмәрйендәр
'
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ер-һыу хайуандары
Отряд: Ҡойроҡһоҙҙар
Ғаилә: Тәлмәрйендәр
Латинса исеме
Ranidae Rafinesque, 1814
ITIS 173433
NCBI 8397
Тәлмәрйендәрҙең бик күп төрҙәре аҙыҡ итеп ҡулланыла

Тәлмәрйендәр, баҡалар (лат. Ranidae, рус.  Настоящие лягушки ) — ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһе (Anura). Көньяҡ Америка, Австралияның көньяғы һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә ерҙә лә таралған.

Күл баҡаһы (R. ridibunda) асыҡ урындағы һыуҙа, шулай уҡ республиканың бөтөн биләмәһе буйлап ҙур урман һыулыҡтарында осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 13,5 см-ға тиклем, ауырлығы 165 г.

Өҫтө йәшелдән алып ҡуйы көрән төҫтә, арҡаһында ҙур түңәрәк ҡара таптар бар. Ҡорһак яғы асыҡ төҫтә, ваҡ таплы

Кәүҙәнең буйына бот һәм балтыр перпендикуляр торған ваҡытта, балтыр быуандары яңынан ҡапланалар. Үксә төйөрө тәбәнәк.

Ата заттар ауыҙ ситендә урынлашҡан һөйәлдәре һәм ҡара төҫтәге резонаторҙары менән айырылып торалар.

Май уртаһынан үрсеү осоро башлана. Шул ваҡыттан алып сентябрь урталарына тиклем бөтөн һыуҙа ла ата баҡалар тауышын ишетергә мөмкин.

Бер һыу ятҡылығында бер нисә йөҙ баҡа йыйыла ала. Ыуылдырыҡ бөртөктәрен ярҙан эскәрәк ҙур өйөмләп һалалар. Бер инә баҡа 12 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгө сәсә.

Ыуылдырыҡтан тышҡы һәм эске төҙөлөшө буйынса өлкән заттарҙан бөтөнләй айырылып торған личинка — сүмесбаш хасил була. Ыуылдырыҡтан личинканың хасил булыуы һәм уның артабанғы үҫеше бары һыу мөхитендә генә бара ала.

Метаморфоз 3-4 ай дауам итә. Тереклегенең 3-4 йылында енси яҡтан өлгөрәләр.

Быуа тәлмәрйене (R. lessonae) бөтөн ерҙә таралған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 8 см-ға тиклем. Арҡаһы асыҡ йәшел төҫтә, ҡара тимгелдәре бар. Ҡорһағында ҡара таптары юҡ. Балтыр быуындары тоташмайҙар. Артҡы аяҡтарының эске үксә төйөрө бейек. Ата заттарының резонаторҙары аҡ төҫтә.

Яҙын быуа тәлмәйене күл баҡаһынан һуңыраҡ күренә башлай. Май урталарында яр ситтәрендә ыуылдырыҡ сәсә. Инә баҡа 1-1,8 мең ыуылдырыҡ һала,. Үҫеше 130 көнгә тиклем дауам итә. 2-3 йылдан енси яҡтан өлгөрәләр.

Ҡоро ерҙә яңғыҙ йәки соҡорҙарҙа, ағас төптәре аҫтында төркөмләп ҡышлай. Өҫтө ҡара көрәндән алып асыҡ һары төҫтә, парлашҡан ваҡытта ата баҡалар зәңгәрһыу йәки күк төҫкә керәләр.

Арҡа уртаһы буйлап, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ төҫтәге буй үтә, ә башының артында А-һамаҡ фигура бар. Боғаҙы аҡһыл, йыш ҡына мәрмәр төҫлө биҙәге була. Танауы осло.

Артҡы ослоҡтарын кәүҙә буйлап һуҙғанда балтыр быуандары күҙҙәренә ҡәҙәр етә. Өлкән заттар иртән иртән һәм кис ваҡытында әүҙемдәр.

Апрель аҙағы - май башында үрсейҙәр. Тәлмәрйендәрҙең башҡа төрҙәрендәге кеүек үк, был ваҡытта ата заттарының алғы аяҡтарында махсус «туй» һөйәлдәре килеп сыға.

Инә баҡа ыуылдыраҡты бер нисә өлешләп сәсә, барлығы 2800 -ҙән артыҡ ыуылдырыҡ һала.

Иҫкәрмәләр


Сығанаҡ

Әҙәбиәт