Көньяҡ Урал — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
29 байт өҫтәлгән ,  2 года назад
[[Ағиҙел]] йылғаһы үҙәне көнбайышҡа табан бер нисә параллель рәүештә килгән бейек ҡаялы тау сылбырҙарын айыра. Ул һыҙатта иң бейек һырттар – [[Егәлге]] һәм [[Машаҡ]], ә иң бейек тау массивтары – [[Ямантау]] һәм [[Ирәмәл]]. Улар бик ҡаты кварц ҡомташтарҙан һәм балсыҡлы сланецтан тора. Тау битләүҙәре 1 100 м бейеклеккә тиклем ылыҫлы урмандар менән ҡапланған, ә өҫтәрәк таш һибелмәләр өҫтөнлөк итә. <ref name=autogenerated2 />.
 
Көнбайышҡараҡ уртаса бейеклеге 1 000 м тәшкил иткән тау сылбырҙары китә, бик һирәктәре генә бейегерәк. Тау сылбырҙары үҙ-ара киң йылға үҙәндәре менән айырыла, тар ғына үҙәндәр һәр тармаҡты һырттарға һәм массивтарға бүлә. Төп һырттары [[Елмерҙәк (һырт)| Елмерҙәк]], [[Юрматау]], Колу, Ҡаратау <ref name=autogenerated2 />.
 
Көнсығыштараҡ Көньяҡ Урал һырттары: [[Ирәндек]] һәм [[Ҡырҡтытау]] теҙелеп китә. Улар ултырма ғына түгел, вулкандан ҡалған тау тоҡомдары арҡаһында ла ҡатмарлы төҙөлөшлө. Тауҙар ныҡ емерелгән, һырттары шыма, әммә вулканлы тоҡомдар яланғасланған урындарҙа ҡаялар, ташлыҡтар килеп сыға<ref name=autogenerated2 />.Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә көньяҡта тауҙар бөтә һәм дала, арыраҡ ярымсүллектәр башлана.
22 191

үҙгәртеү

Навигация