Хәҡиҡәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[File:Time Saving Truth from Falsehood and Envy.jpg|thumb|''Ваҡыт хаҡиҡәтте ялғандан һәм көнсөллөктән һаҡлай, Франсуа Лемуан, 1737]]
[[File:Time Saving Truth from Falsehood and Envy.jpg|thumb|''Ваҡыт хаҡиҡәтте ялғандан һәм көнсөллөктән һаҡлай, Франсуа Лемуан, 1737]]


'''Хаҡиҡәт''' — фекерләүҙең предметҡа сағалашын күрһәткән [[Гносеология|гносеологик]] характеристика. Әгәр, фекер предметҡа тап килһә, хаҡиҡәт тип иҫәпләнә<ref>{{книга|заглавие=Философия: Энциклопедический словарь|ссылка=http://www.fidel-kastro.ru/filosofy/ihtik_ivin_slovar.htm|ответственный=под ред. [[Ивин, Александр Архипович|А. А. Ивина]]|место=М.|издательство=Гардарики|год=2004|страниц=1072|isbn=5-8297-0050-6}}</ref>.
'''Хәҡиҡәт''' — фекерләүҙең предметҡа сағылашын күрһәткән [[Гносеология|гносеологик]] характеристика. Әгәр фекер предметҡа тап килһә, шул хәҡиҡәт тип иҫәпләнә<ref>{{книга|заглавие=Философия: Энциклопедический словарь|ссылка=http://www.fidel-kastro.ru/filosofy/ihtik_ivin_slovar.htm|ответственный=под ред. [[Ивин, Александр Архипович|А. А. Ивина]]|место=М.|издательство=Гардарики|год=2004|страниц=1072|isbn=5-8297-0050-6}}</ref>.


Хаҡиҡәткә ҡаршы төшөнсә ялған була.
Хәҡиҡәткә ҡаршы төшөнсә ялған була.


Хәҡиҡәт ул — белем. Ләкин һәр белем хәҡиҡәт түгел әле. Хәҡиҡәт предметтарҙың һәм күренешләрнең сифаттарын дөрөҫ сағылдырыусы белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше — яңылышлыҡ, ҡайһы предметтарының һәм күренештәренең сифаттарын дәрес сағылдырмай торған белем. Хәҡиҡәтнең ҡапма-ҡаршы күренеше яңалыш шәкелендә лә сағыла. Ялған яңылышлыҡтан ниндәйҙер субъектив маҡсатка нигеҙләнгән булыуы менән айырыла. Хәҡиҡәт — ғәйәт ҡатлаулы күренеш. Ул объектив, йәғни субъекттың аңынан, ихтыярынан ни дәрәжәлә ирекле? Был һорауға яуаптар төрлөсә. Ҡайһы бер ғалимдәр хәҡиҡәтте фәҡәт субъектив күренеш тип кенә бәйәләҙәр, хәҡиҡәттең объектив була алыуын инҡар итәләр. Ысынлыҡта иһә хәҡиҡәттең объективлығы шиккә ҡуйылырға тейеш түгел.
Хәҡиҡәт ул — белем. Ләкин һәр белем хәҡиҡәт түгел әле. Хәҡиҡәт предметтар һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырыусы белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше — яңғылышлыҡ, ҡайһы бер предметтарҙың һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырмай торған белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше яңғылыш шәкелендә лә сағыла. Ялған яңылышлыҡтан ниндәйҙер субъектив маҡсатка нигеҙләнгән булыуы менән айырыла. Хәҡиҡәт — ғәйәт ҡатлаулы күренеш. Ул объективмы, йәғни субъекттың аңынан, ихтыярынан ни дәрәжәлә ирекле? Был һорауға яуаптар төрлөсә. Ҡайһы бер ғалимдар хәҡиҡәтте фәҡәт субъектив күренеш тип кенә баһалай, хәҡиҡәттең объектив була алыуын инҡар итә. Ысынында иһә хәҡиҡәттең объективлығы шик тыуҙырырға тейеш түгел.


== Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт ==
== Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт ==

09:34, 8 октябрь 2019 өлгөһө

Ваҡыт хаҡиҡәтте ялғандан һәм көнсөллөктән һаҡлай, Франсуа Лемуан, 1737

Хәҡиҡәт — фекерләүҙең предметҡа сағылашын күрһәткән гносеологик характеристика. Әгәр фекер предметҡа тап килһә, шул хәҡиҡәт тип иҫәпләнә[1].

Хәҡиҡәткә ҡаршы төшөнсә ялған була.

Хәҡиҡәт ул — белем. Ләкин һәр белем хәҡиҡәт түгел әле. Хәҡиҡәт предметтар һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырыусы белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше — яңғылышлыҡ, ҡайһы бер предметтарҙың һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырмай торған белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше яңғылыш шәкелендә лә сағыла. Ялған яңылышлыҡтан ниндәйҙер субъектив маҡсатка нигеҙләнгән булыуы менән айырыла. Хәҡиҡәт — ғәйәт ҡатлаулы күренеш. Ул объективмы, йәғни субъекттың аңынан, ихтыярынан ни дәрәжәлә ирекле? Был һорауға яуаптар төрлөсә. Ҡайһы бер ғалимдар хәҡиҡәтте фәҡәт субъектив күренеш тип кенә баһалай, хәҡиҡәттең объектив була алыуын инҡар итә. Ысынында иһә хәҡиҡәттең объективлығы шик тыуҙырырға тейеш түгел.

Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт

Философияла хәҡиҡәт проблемаһы боронғо осорҙарҙан башлап уҡ ғалимдарҙың иғтибары үҙәгендә булып килә һәм был проблема тирәһендә бәхәстәр өҙөлмәй, улар әле лә дауам итә. Боронғо грек философияһы вәкилдәре (Демокрит, Аристотель, Эпикур) хәҡиҡәтте ысынбарлыҡтың үҙенә тура килгән белем тип ҡарағандар. Шул уҡ замандың идеалистары (Платон, Августин) хәҡиҡәтте идеаль объекттарҙың мәңге үҙгәрмәүсән сифаттары тип иҫәпләгәндәр. Яңы заман философтары (Бэкон, Спиноза), һуңыраҡ XVIII быуат француз ғалимдәре (Дид-ро, Гельвеций) хәҡиҡәтте аңлатыуҙа материалистик позицияны яҡлап сығалар. Кант, үҙенең төп фәлсәфәүи ҡараштарына тоғро булараҡ, хәҡиҡәтте априорлык теорияһына бәйләп эш итә. Һуңыраҡ йәшәгән немец классик философияһы вәкилдәре, бигрәк тә Гегель хәҡиҡәтте диалектик процесс тигән нөктәнән сығып ҡарай. XIX-XX быуат субъектив идеализм тарафтарҙары хәҡиҡәтте субъекттың һиҙеү, фекерләү сифаттарына бойһондороп аңлатырга тырышалар. Диалектик материализм вәкилдәре өсөн хәҡиҡәт — объектив ысынбарлыҡтың сағылышы.

«Субъектив хәҡиҡәт» тигән термин фәҡәт билдәле бер мәғәнәлә генә ҡабул ителергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр предмет, шулай ук күренеш бер үк ваҡытта төрлө функцияларға эйә булып йәшәргә мөмкин. Әйтәйек, сәнғәт. Уның асылы — бер, ул да ысынбарлыҡтың эмоциональ-образлы сағылышы булыу. Ә функцияһы — бер нисә. Сәнғәт ул — кешеләргә эстетик ләззәт биреүсе күренеш тә, кешеләрҙе тәрбиәләү сараһы ла, уларҙың үҙ-ара аралашу ысулы ла... Сәнғәттең бурыстарын күреүҙә һәр индивид уны үҙенең субъектив ҡарашынан сығып билдәләй ала. Берәү өсөн ул, беренсе сиратта, эстетик ләззәт биреүсе күренеш, икенсе берәү өсөн — тәрбиәләү сараһы, өсөнсө, дүртенсе һәм тағын кемдәрҙер өсөн — тағы ниндәйҙер «саралар». Күренеүенсә, һәр осракта ла хәҡиҡәт юҡ түгел, ул — бар. Ләкин ул — субъектив хәҡиҡәт.

Иҫкәрмәләр

  1. Философия: Энциклопедический словарь / под ред. А. А. Ивина. — М.: Гардарики, 2004. — 1072 с. — ISBN 5-8297-0050-6.

Әҙәбиәт

  • Истина // Православная Богословская Энциклопедия. Том 5. Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник» за 1904 г.
  • Батищев Г. С. Истина и ценности // Познание в социальном контексте. — М.: ИФ РАН, 1994.
  • Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6