Мачин тауҙары
Мачин тауҙары | |
---|---|
рум. Munții Măcin | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 11 242,3144 гектар[1] |
Урынлашыуы | |
45°12′36″ с. ш. 28°21′21″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Мачин тауҙары Викимилектә |
Мачин тауҙары (шулай уҡ Мачин ҡалҡыулығы, Мэчин, Мачин; румын.: Мунций Мячин) — хәҙерге Румынияның Добруджа (Тулча) тарихи-мәҙәни өлкәһендә урынлашҡан боронғо, хәҙерге көндә ныҡ емерелгән тау сылбыры. Был ҡалкыулыҡтың көнбайыш һәм төньяғын Дунай йылғаһының түбәнге ағымы урап үтә. Көнсығыш яғы Ҡара диңгеҙ менән сикләнгән. Тау сылбыры ел эрозияһына, диңгеҙ һәм ҡоро ер өҫтөндәге температура кимәле үҙгәреүгә ныҡ емерелгән. Гранит тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар балсыҡлы ултармалар менән тулған. Мачин тауҙарының төньяҡ өлөшө Мачин ҡалҡыулығына һәм көньяғы Прикопан ҡалҡыулығына айырыла. Бынан тыш, вағыраҡ рельеф формаларын бүлеп ҡарарға була. Тачин тауҙары Болгариның төньяғынлағы Лудогие платоһына барып тораша.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мачин тауҙары 400 млн йылдар элек (кайназой эраһында) формалашҡан һәм Европалаға иң боронғо тау булып иҫәпләнә. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән ни бары 467 м (Цуцуяту һәм Гречь тауы) булыуға ҡарамаҫтан, Дунай үҙәненән Мачин тау һырты кеүек күренә. Башҡа түбәләр — Приопча тауы (410 м.) һәм. Якова тауы (341 м.). Ҡоролоҡло дала ландшафта өҫтөнлөк алған. Уртаса яуым-төшөм кимәле 400—500 мм. Йылғалар аҙ һыулы һәм күп түгел: Таица (57 км), Телица (48 км), Слава (38,3 км). Июндең уртаса температураһы +22 (1968 йылда Юриловка ауылында максималь температура +38 °C); ғинуарҙың уртаса температураһы −1,5 °C һәм −1,9 °C. Йыш ҡына ел иҫә.
Тарихи әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мачин ҡалҡыулығының төньяғында ҙур булмаған Мачин биҫтәһе бар. Был биҫтә 1787—1791 йылдарҙаға Урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында 1791 йылдың 28 июнендә (9 июль) Рәсәй тарихына инеп ҡалған. Ғосман империяһы ваҡытында Мачин тауҙары оборона ҡоролмаһы хеҙмәтен үтәгән. 1878 йылдан үҙаллы Румыния составында.
- ↑ Nationally designated areas (CDDA) (ингл.)