Эстәлеккә күсергә

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Медаль «За оборону Ленинграда» битенән йүнәлтелде)
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 22 декабрь 1942
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә "Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Проектлаусы Николай Москалёв[d]
Изображение орденской планки
Һаны 1 470 000
Лауреаттар категорияһы Категория:«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
 «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы — СССР дәүләт наградаһы, Ленинград ҡалаһын һаҡлаусыларҙы (хәрбиҙәрҙе һәм ябай халыҡты) бүләкләү өсөн булдырылған.

1942 йылдың 22 декабрендә булдырыла һәм хәрби осорҙағы тәүге совет миҙалдарының береһе («Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бер рәттән).

1942 йылдың көҙөндә СССР НКО-һы СССР Юғары Советы Президиумына Ленинград, Сталинград, Севастополь һәм Одесса ҡалаларын обороналаған өсөн миҙалдар булдырыу буйынса үтенес меәнән мөрәжәғәт итә[1]. 1942 йылдың 24 ноябрендә Юғары Советтың миҙалдарҙың әлеге төрө, положениеһы, уларҙың өлгөләре һәм тасуирламаһы буйынса указ сығара: бер үк ваҡытта указға ярашлы бөтә ошо төр миҙалдар менән ҡалаларҙы обороналауҙа ҡатнашҡан бөтә хәрбиҙәрҙе һәм ябай халыҡты бүләкләү ҡарала[2].

Миҙал авторы — рәссам Н. И. Москалев. Раҫланған варианттан тыш, тағы ла 7 миҙал проекты эшләнә[3]:

  • Б. Г. Бархиндың эскизында Адмиралтейство фонында Финляндия вокзалы эргәһендәге Ленин һәйкәле төп элемент булып тора, уның уң яғында — зенит орудиеһының күтәрелгән туп көбәге;

«Боробин» оҫтаханаһының рәссамдар бригадаһы өс проект әҙерләй, һәр береһендә — ҡаланың архитектура символы һәм «За оборону Ленинграда» яҙыуы:

  • Беренсеһендә — Пётр I һәйкәле, уның аҫтында — атакаға күтәрелгән штыктар һәм пулемёт, түңәрәк буйлап яҙыу урынлашҡан;
  • Икенсе эскизда — Адмиралтейство, яҙыуҙың остары аҫ яҡтан лавр ботаҡтары менән ҡаймаланған;
  • Өсөнсөһөндә яҙыу үҙәктә урынлашҡан, өҫтә — Петропавловск ҡәлғәһе, аҫта — ике арҡыс-торҡос винтовка.

А. А. Кабаковтың ике эскизы:

  • беренсеһендә атакаға барған ҡыҙылфлотсы һәм ҡыҙылармеец һәм һул яҡтан «Отстоять город Ленина» яҙыуы; реверста — Ленин портреты һәм «За оборону Ленинграда» һүҙҙәре;
  • Икенсеһендә алға эйелгән винтовкалар менән бер нисә яҡлаусы алыш алдынан, һулдан — «За Ленинград» яҙыуы; миҙалдың кире яғында — «За оборону Ленинграда» һүҙҙәре.

Н. А. Конгисер эскизында ҡыҙылармеецтар колоннаһы, уларҙың артында — Петропавловск соборы һәм Ленин һәйкәле.

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән Ленинградты обороналауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләкләнә:

  • Туранан-тура ҡаланы обороналауҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты частары, берләшмәләре, учреждениелары хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре;
  • ҡаланы обороналауҙа хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан, предприятиеларҙа, учреждениеларҙа үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән ҡаланы һаҡлауҙа булышлыҡ иткән, обороналау ҡоролмаларын төҙөүҙә, ПВО-ла, коммуналь хужалыҡты һаҡлауҙа, дошман авиацияһының һөжүмдәренән янғын менән көрәштә, транспорт һәм элемтәне ойоштороуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә, йәмәғәт туҡланыуын ойоштороуҙа һәм тәьмин итеүҙә, халыҡҡа мәҙәни-көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙә, яралы һәм ауырыуҙарҙы ҡарауҙа, балалар бағыуын ойоштороуҙа һәм ҡаланы обороналау буйынса башҡа сараларҙа ҡатнашҡан эшселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм ябай граждандар.

Миҙал менән бүләкләү тәүге тапҡыр 1943 йылдың 3 июнендә Смольныйҙа тантаналы йыйылышта үтә. 1945 йылға тиклем яҡынса 600 000 Ленинградты обороналауҙа ҡатнашыусы бүләкләнә. 1945 йылға ҡарата ошо кешеләр буйынса Ленинград блокадаһы музейында һаҡланған, барыһы бүләкләнеүселәрҙең фамилиялары менән 6 том була. Һуңынан был документтар юғалтыла[4].

1985 йылға «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән яҡынса 1 470 000 кеше бүләкләнә. Улар араһында — 15 мең блокада балалары һәм үҫмерҙәре.

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙал менән бүләкләнгән кешеләр һуңғараҡ булдырылған «Ленинградтың 250-йыллығы иҫтәлегенә» исемле юбилей миҙалы менән бүләкләнеүгә хоҡуҡлы булалар.

Миҙалдың тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы тутыҡмаусы ҡоростан эшләнергә тейеш була, әммә 1943 йылдың 27 мартында әлеге материал баҡыр иретмәһенә (еҙ) алмаштырыла. Миҙал 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала.

Миҙалдың алғы яғында, Адмиралтейство бинаһы фонында — винтовкаларҙы эйеп тотҡан ҡыҙылармеецтар, ҡыҙылфлотсылар, эшселәр һүрәте. Миҙалдың өҫкө өлөшендә — биш осло йондоҙ һәм миҙал ситенән «ЗА ОБОРОНУ ЛЕНИНГРАДА» яҙыуы. Миҙалдың алғы яғы ҡабарынҡы ҡайма менән уратылған.

Миҙалдың кире яғынада — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Яҙыу өҫтөндә ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән.

Бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Таҫманың 1-се варианты

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған ебәк иуар таҫма менән уратылған. Башта таҫма ҡыҙыл төҫтә, уның ике ситенән һәр береһе 4 мм-лыҡ көмөш буйҙар булырға тейеш булған. 1943 йылдың 19 июнендәге указға ярашлы яңы таҫма билдәләнә — һарғылт-йәшел (зәйтүн) төҫтәге таҫма уртаһынан 2 мм киңлегендә йәшел буй үтә[5].

«Ленинградты обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары биш мөйөшлө ҡалыпта йөрөтөү өсөн раҫланған тәүге совет наградалары бүла. наградаһына беренсе булып совет, пятиугольный на колоде йөрөтөү өсөн ойошторола. Башта уларҙы күкрәктең уң яғында йөрөтөү ҡаралған була, һуңынан, 1943 йылдың 19 июнендәге Указға ярашлы ҡалаларҙы обороналаған өсөн миҙалдар күкрәктең һул яғында, башҡа наградалар менән бер рәттән, йөрөтөү ҡарала.

Бүләкләнеүсенең башҡа миҙалдары булған осраҡта «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы « Одессаны обороналаған өсөн» миҙалынан уң яҡта урынлаштырыла, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы булдырылғандан һуң — ошо миҙалдың уң яғынан[6].

  • Миҙал танытмаһы тышлығында — фронтовик- шағир Борис Лихаревтың шиғыр юлдары: "«Твой дальний внук с благоговеньем медаль геройскую возьмёт…»[7][7][8]. Шулай уҡ Вадим Шефнерҙың «За оборону Ленинграда» шиғыры менән тышлыҡтар осрай[9].
  • 1-се һанлы миҙал менән Андрей Жданов бүләкләнә.
  • 2009 йылдың ғинуарында Санкт-Петербург ҡалаһында Ленинград блокадаһын тулыһынса бөтөрөүҙең 65-йыллығына арналған акцияһы үткәрелә. Әлеге таҫма тулыһынса «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалының таҫмаһын ҡабатлай[10][11][12].
  • «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы — сит ил статутында телгә алынған берҙән-бер совет наградаһы. «Нацизм менән көрәшеүсе» Израиль миҙалы статутына ярашлы ошо миҙал менән бүләкләнгәндәр һәм Израиль гражданлығына эйә булыусылар Израиль миҙалы менән бүләкләнеүгә хоҡуҡ алалар[13].
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Об учреждении медалей «За оборону Ленинграда», «За оборону Одессы», «За оборону Севастополя» и «За оборону Сталинграда» и награждении этими медалями участников обороны Ленинграда, Одессы, Севастополя и Стадинграда» от 22 декабря 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 30 декабря (№ 47 (206)). — С. 1.
  2. Текст указа в викитеке
  3. Григорьев, 2008, с. 12
  4. И. Ю. Милова Моя блокада. IV. Салют победы // История Петербурга : Журнал. — СПб., 2009. — В. 3 (49). — С. 58—59.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19 июня 1943 г. «Об утверждении образцов и описания лент к орденам и медалям СССР и правил ношения орденов, медалей, орденских лент и знаков отличия»
  6. Изотова М. А., Царёва Т. Б. Награды России и СССР. Популярная энциклопедия. Ордена, медали, нагрудные знаки. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 462—463. — ISBN 978-5-9567-0961-0.
  7. 7,0 7,1 Ордена и медали Великой Отечественной войны. Медаль «За оборону Ленинграда»
  8. О судьбе одной из медалей, которой был награждён Н. П. Тужик рассказано в очерке: Кокосов В. Н. Ключей к нему в других столицах нет! / Санкт-Петербургский курьер, 26 сентября — 2 октября 2013 года, № 25 (658). С.20. (Очерк "Судьба награды № 21925).
  9. Медаль «За оборону Ленинграда — 1». sssr.online.ua. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
  10. 19 января стартует акция «Ленточка Ленинградской Победы»
  11. «Заседание оргкомитета по подготовке к празднованию 65-летия полного освобождения Ленинграда от фашистской блокады» на официальном портале Администрации Санкт-Петербурга. Дата обращения: 27 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 11 май 2009 года. 2009 йыл 11 май архивланған.
  12. Страница акции «Ленточка Ленинградской области» на официальном портале Администрации Санкт-Петербурга. Дата обращения: 4 август 2009. Архивировано из оригинала 14 август 2009 года. 2009 йыл 14 август архивланған.
  13. קבלת הכרה כותיק מלחמת העולם השניה
  • Виктор Григорьев Первые медали Великой Отечественной войны и их первоначальный вид после утверждения // Санкт-Петербургский коллекционер. — 2005. — № 2 (32). — С. 20.
  • Владимир Холкин Редкие наградные документы к медали «За оборону Ленинграда» // Петербургский коллекционер. — 2010. — № 5 (61). — С. 54—55.
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 54—55. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Григорьев В. С. История одной награды. — М.: РИЦ «Кавалер», 2008.
  • Изотова М. А., Царёва Т. Б. Награды России и СССР. Популярная энциклопедия. Ордена, медали, нагрудные знаки. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 462—463. — ISBN 978-5-9567-0961-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 73—75.
  • Знак «Жителю блокадного Ленинграда»