Медея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сара Бернар колхида сихырсыһы ролендә, Катюля Мендес пьесаһы, Альфонс Муханың «Медея» плакаты

Медея (бор. грек. Μήδεια; бәлки, сығышы менән бәйле μήδομαι «ниәтләргә, уйлап сығарырға», μῆδος "уй, ниәт) — боронғо грек мифологияһында колхида батшабикәһе, сихырсы һәм аргонавт Ясондың һөйгән йәре.

Ясонға ғашиҡ булып, ул уға алтын руноны ҡулға төшөрөргә ярҙам итә һәм ул уның менән бергә Колхиданан Грецияға ҡаса. Ясон һуңынан башҡаға өйләнергә булғас, Медея көндәшен һәләк итеп, Ясондан булған ике балаһын да үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос алла ебәргән ҡанатлы арбала юғала.

Миф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медея колхида батшаһы ЭЭттың һәм океанида Идияның ҡыҙы[1], хоҙай Гелиостың ейәнсәре, Цирцеяның племянницаһы була.[2] Сихырсы[3], шулай уҡ[4] Гекатаның жрицаһы (йәки хатта ҡыҙы).

Ясон менән осрашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медея, Геркуланумда фреска фрагменты

Аргонавтарҙың башлығы Ясонды яратҡанға, ул тылсымлы эсемлек ярҙамында уға алтын руноны ҡулға төшөрөргә һәм атаһы ҡушҡан бөтә һынауҙарҙы үтергә ярҙам итә. Башта Ясон баҫыуҙы тындары ут бөркөп торған үгеҙҙәр менән һөрөргә, шунан уға аждаһа тештәрен сәсергә тейеш ине. Тештәрҙән яугирҙәр үҫеп, тотош ғәскәр барлыҡҡа килә. Әммә Медея Ясонды алдан киҫәткәнгә Ясон ғәскәр уртаһына таш ташлай, һуғышсылар бер-береһен үлтерә башлай (сағ. Кадм). Шунан бергә Медея үҙенең үләндәре ярҙамында алтын тирене һаҡлаған драконды йоҡлата, Ясон алтын тирене урлай ала. (Мифтың ҡайһы бер версияһылары буйынса, Гераның Афродитаға биргән бойороғо арҡаһында ғына Медеяның йөрәгендә Ясонға ҡарата мөхәббәт ҡабына. Алиһә үҙе ҡурсалаған батырға кем дә булһа алтын тирене ҡулға төшөрөргә ярҙам итеүен теләй). Пиндар уны аргонавтарҙың ҡотҡарыусыһы тип атай[5].

Медея һәм Ясон. Джон Уильям Уотерхаус,1907

"Арго"ла йөҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медея энеһе Апсиртты үҙе менән алып, аргонавтар менән Колхиданан ҡаса. Атаһының карабы "Арго"ны ҡыуып етә башлағас, Медея ҡустыһын үлтереп, тәнен киҫәктәргә бүлеп, диңгеҙгә ырғыта. Атаһының туҡтап, улының ҡалдыҡтарын йыясағын белеп, уны тотҡарлар өсөн шулай эшләй. (Икенсе вариант: Аспирт Медея менән ҡасмай, ә уны эҙәрлекләгән колхтарҙы етәкләй. Сихырсы Медея ҡустыһын алдатып, тоҙаҡҡа килтерә, ә Ясон уны үлтерә)

Аргонавт Аталанта етди яраланған була. Медея уны дауалай. Карапта Ясонға кейәүгә сыға, сөнки феакиҙар ҡасҡынды кейәүгә сығып өлгөрмәгән хәлдә генә кире биреүҙәрен талап итәләр. Ҡарап Медеяның инәһе Цирцеяның утрауында туҡтай, Цирцея үлтереү гөнаһынан таҙартыу йолаһын үткәрә.

Аргонавтар Иолкҡа ҡайтып еткәндә унда һаман Пелий тәхеттә ултыра. Ул Ясонға батшалыҡты биреүҙән баш тарта. Ясон атаһы, барлыҡ туғандары Пелий тарафынан үлтерелгәнен белә. Медея ярҙамында Ясон Пелийҙан үс ала. Медея Пелийҙың ҡыҙҙарына атайығыҙҙы йәшәртергә теләһәгеҙ, киҫкеләп, ҡайнап торған ҡаҙанға ташлағыҙ, ти. Улар ышанһын өсөн тәкәне өлөштәргә киҫкеләп ҡаҙанға ырғыта ла аҙаҡ уны терелтә. Ҡыҙҙар ышанып, аталарын үлтерәләр, ләкин Медея Пелийҙы терелтмәй.

Пелийҙың үлеменән һуң Ясон менән Медея Коринфҡа ҡасырға мәжбүр булалар.

Коринфта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ясон һәм Медея Коринфта батшалыҡ итәләр тигән версия бар.

Төп версия буйынса, улар Коринфта Креонт батшала йәшәй башлайҙар. Уларҙың ике улы Мермер һәм Ферет тыуа. Унда 10 йыл бәхетле ғүмер итеп ҡалалар. Ясон Креонт батшаның ҡыҙы Главкҡа өйләнергә була. Ташланған, хыянаттан ярһыған Медея тылсымлы үләндәр һутына мансып көндәшенә бүләккә затлы пеплос ебәрә. Батша ҡыҙы уны кейеү менән күлдәк яна башлай, һәм Главка үҙен ҡотҡарырға маташҡан атаһы менән бергә һәләк була. Шунан Медея үҙҙәренең бәләкәй йәштәге улдарын (Мермер һәм Фересты) Ясондың күҙ алдында үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос хоҙай (йәки Гекато) ебәргән ҡанатлы аттар (аждаһалар) егелгән арбала осоп китә[6].

Ясондан ҡасҡас, Медея Фиваға йүнәлә, унда ул Гераклды (шулай уҡ боронғо аргонавт) балаларҙы үлтергәндән һуң аҡылынан шашыуынан терелтә[7]. Батыр рәхмәт йөҙөнән уға ҡалала ҡалырға рөхсәт итә, ләкин ярһыған фивандар сихырсы һәм енәйәтсе ҡатынды ҡалдырырға теләмәй ҡыуып ебәрәләр.

Афинала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Медея», Ф. Сэндис картинаһы

Медея Афинаға килә һәм Эгей батшаның ҡатыны була. Афинала Гиппот, Коринф Креонтының улы уны хөкөмгә бирә, ләкин Медеяны аҡлайҙар[8]. Ул Эгейға Медей исемле ул таба.

Уларҙың ғаиләһен Тесейҙың пәйҙә булыуы емерә. Ул йәшерен тыуған һәм Трезендә үҫкән батша вариҫы. Тесей атаһына үҙен танытмай ҡунаҡҡа килә, батша был йәш кеше уға кем булғанын белмәй. Медея үҙенең улының батша булып ҡалыуына ҡурҡыныс янағанын һиҙенеп, Эгейҙы ҡунаҡты үлтерергә өгөтләй. Батша Тесейға ағыу һалынған шараплы кубок бирә, ҡунаҡ уны ирендеренә лә килтереп өлгөрмәй, Эгей уның билендә тәүге балаһының әсәһенә ҡалдырған ҡайышты күреп ҡала. Ул шарапты улының ҡулынан бәреп төшөрә. Медея улы менән бергә Афинанан ҡаса һала.

Медея тыуған яғына Колхидаға аждаһалы арбала әйләнеп ҡайта. Юлда ул Абсорида ҡалаһын йыландарҙан азат итә[9]. Тыуған илендә атаһын ҡустыһы Перс тәхеттән бәреп төшөрөп, хакимлыҡ итә. Медеяның улы Медей Персты үлтереп, тәхеткә ултыра. Медей һуңынан Азияның байтаҡ өлөшөн яулай.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Медея сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Медея — действующее лицо трагедий Софокла «Колхидянки» (фр.337-346 Радт), «Скифы» (фр.546-549 Радт), «Зельекопы» (фр.534-536 Радт, описано приготовление ядовитых трав), Еврипида «Медея» и «Эгей» и Сенеки «Медея». Трагедии «Медея» писали также Антифрон, Еврипид Младший, Меланфий, Неофрон Сикионский, Диоген Синопский, Каркин Младший[10], Дикеоген, Морсим, Феодорид, Биот, неизвестный автор, Энний («Медея изгнанница»), Акций («Медея, или Аргонавты»), Помпей Макр, Овидий и Лукан. Известно семь комедий, включая Эпихарма и Ринфона[11]. Овидий сочинил также письмо Медеи Ясону (Героиды XII).
  • Чосер, «The Legend of Good Women» (1386)
  • Корнель, «Медея», трагедия (1635)
  • Ф. В. Готтер, «Медея»
  • Жозе Антониу да Силва, пьеса «Чары Медеи» (1735)
  • Ф. М. Клингер — драмы «Медея в Коринфе» (1786) и «Медея на Кавказе» (1791)
  • Л. Тик, «Медея»
  • Дж. Б. Никколини — трагедия «Медея» (1825)
  • Франц Грильпарцер — пьеса «Золотое руно» (1822)
  • Пауль Хейзе — новелла «Медея»
  • Уильям Моррис — поэма «Жизнь и смерть Ясона» (1867)
  • Катюль Мендес — трагедия «Медея»
  • Жан Ануй, драма «Медея» (1946)
  • Ф. Т. Чокор, «Медея»
  • Maxwell Anderson — «The Wingless Victory»
  • Robinson Jeffers — «Medea»
  • Ханс Хенни Янн, «Медея»
  • Хайнер Мюллер — «Medeamaterial and Medeaplay» 1982)
  • Криста Вольф — роман «Медея. Голоса» (1993)
  • A. R. Gurney — «The Golden Fleece»
  • Marina Carr — «By the Bog of Cats»
  • Дарио Фо — пьеса «Медея» (1979)
  • Дане Зайц — драма «Медея» (1988)
  • Улицкая, Людмила Евгеньевна — «Медея и её дети» (1996)
  • КЛИМ — пьеса «Театр Медеи» (2001)
  • Том Лануа — пьеса «Мама Медея» (2001)
  • Сара Стридсберг — драма «Medealand» (пост. 2009 в Драматен, в заглавной роли — Нуми Рапас)
  • Cherrie Moraga — «The Hungry Woman: A Mexican Medea»
  • Michael Wood — «In Search of Myths & Heroes: Jason and the Golden Fleece»
  • Percival Everett — «For Her Dark Skin»
  • Роберт Холдсток — «Кельтика»
  • Лёха Никонов — поэма «Медея» (2012)
  • Людмила Разумовская — пьеса «Медея» (1980-е годы)

Музыка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Франческо Кавалли — опера «Ясон» (Giasone, 1649)
  • Марк-Антуан Шарпантье — музыкальная трагедия «Медея», 1693
  • Жан-Филипп Рамо — кантата «Медея»
  • Родольф, Жан-Жозеф — Ясон и Медея (балет), 1763 год, Штутгарт, первая постановка Ж.-Ж. Новерра, там же; эта постановка стала предвестником всего современного классического балета
  • Иржи Бенда — мелодрама «Медея», 1775
  • Луиджи Керубини — опера «Медея», 1797
  • Симон Майр — опера «Медея в Коринфе» (исп.1813)
  • И. Г. Науман, «Медея»
  • Саверио Меркаданте — опера «Медея» (1851)
  • Э. Кшенек — «Медея»
  • Д. Мийо — опера «Медея», 1939
  • Самуэл Барбер — Medea Ballet Suite Op. 23, Medea’s Meditation & Dance of Vengeance (1946)
  • Фридхельм Дёль — опера «Медея» (1987/1990)
  • Паскаль Дюсапен — опера «Медея-материал», либретто Хайнера Мюллера (1990)
  • Chamber Made — опера «Медея», 1993
  • мюзикл «Marie Christine» на сюжет Медеи, но в Новом Орлеане XIX в. и вуду
  • Микис Теодоракис — опера «Медея» (19881990)
  • Балет Джона Ноймайера «Медея» на музыку Баха, Бартока, Шнитке (1990)
  • Рольф Либерман — опера «Медея» (1995)
  • Оскар Страсной — опера «Мидея» (2000)
  • группа «Зломрак» — песня «Медея»
  • группа Хорги — песня «Медея»
  • группа Insomnium — песня «Medeia»
  • Тамара Гвердцители — «Медея» (песня на грузинском языке)
  • песня Виены Тенг «My Medea»
  • Балет Анжелена Прельжокажа «Сон Медеи» на музыку Мауро Ланца (2004)
  • A Filetta — «Медея» (2006, на корсиканском языке)
  • Панк-опера «Медея. Эпизоды». (Постановка: Джулиано Ди Капуа, Медея: Илона Маркарова, монологи: Лёха Никонов, поэма «Медея», музыка: «Uniquetunes», «Последние Танки В Париже», Андрей Сизинцев, Духовое трио: Эмиль Яковлев, Леон Суходольский, Сергей Смирнов, Санкт-Петербург, 2010)
  • Ариберт Райманн — опера «Медея» (2010)
  • Алина Новикова (композитор) и Дарья Жолнерова (реж.), Санкт-Петербург — опера «Медея» (2011)
  • Alai Oli — Медея (2013)
  • Ex Libris (группа) — альбом Medea (Ex Libris) (2014)

Рәсем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Скульптура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Медея алтын руно менән — Батуми (Грузия) ҡалаһында һәйкәл.
  • Медея — Пицунда (Абхазия) ҡалаһында скульптура. Автор Зураб Церетели

Кинематограф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

    • «Комплекс Медеи» — иногда употребляемое название для матерей, в особенности разведённых, убивающих или причиняющих боль своим детям.
    • Генетическая манипуляция Maternal effect dominant embryonic arrest (аббревиатура Medea) названа в честь этого мифического персонажа.
    • Медея хөрмәтенә (212) Медея астероиды атала, 1880 йылда табылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аполлоний Родосский.
  2. Гигин. Мифы. Введение 37
  3. Медея — БСЭ — Яндекс.(недоступная ссылка)
  4. Диодор Сицилийский.
  5. Пиндар.
  6. Сенека. Медея 1024
  7. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 55, 4
  8. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 55, 5
  9. Гигин. Мифы 27
  10. Аристотель.
  11. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.47

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]