Мелиссанти
| Мелиссанти | |
| юнан. Μελισσάνθη юнан. Ήβη Κούγια-Σκανδαλάκη | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 7 апрель 1907 |
| Вафат булған көнө | 9 ноябрь 1991 (84 йәш) |
| Һөнәр төрө | шағир, журналист, яҙыусы, уҡытыусы, романист, тәржемәсе |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мелиссанти (юнан. Μελισσάνθη, псевдоним Єва Кугія-Скандалакі / юнан. Ήβη Κούγια - Σκανδαλάκη; 8 апрель 1910[2], Афина — 9 ноябрь 1991) — грек педагогы, журналисы һәм яҙыусыһы. [3] Ҡайһы бел сығанаҡтар буйынса 1990 йылда үлгән. [4] Уның исеме Ivi йәки Hebe ; уның фамиляһы ла Koúyia йәки Koughia булып яҙылғаны осрай.[3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ева Кугия-Скандалаки 1910 йылда Афинала тыуған, бала саҡтан музыка, рәсем төшөрөү, бал һәм классик бейеү сәнғәтен өйрәнгән. 1923 йылдан 1924 йылға тиклем Швейцария санаторийына урынлаша һәм унда туберкулёздан дауалана.[2]
Афина институттарында француз, немец һәм инглиз телдәрен өйрәнә[4]. Һуңынан Афина мәктәптәрендә француз телен уҡыта башлай. Шул уҡ ваҡытта гәзит һәм әҙәби журналдар өсөн тәнҡит мәҡәләләрен яҙа. 1932 йылда грек Яннис Скандалакисҡа (юнан. Ιωάννη Σκανδαλάκη) кейәүгә сыға.[2]
Мелиссанти псевдонимы менән билдәле булған Ева Кугия-Скандалаки 1991 йылда вафат була, ҡайһы бер сығанаҡтар 1990 йылда вафат булған тип тә бирә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мелиссантиның «Phōnes entomou» («Бөжәктәр тауыша») тигән беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда нәшер ителә. Дөйөм алғанда ул ун йыйынтыҡ нәшер итә. «Ta poiimata tis Melissanthis 1930-1974» («Стихи Мелиссанти шиғырҙары») тигән китап 1976 йылда ғына баҫыла. « O mikros adhelfos» («Бәләкәй ҡустым») тигән балалар пьессаһы өсөн Сикиаридио премияһына лайыҡ була. Сит ил шағирҙары Роберт Фрост , Эмили Дикинсон[2] и Райнер Мария Рильке шиғырҙарын грек теленә тәржемә итә. [4]
Уның иртә поэзияһы дини темаларҙан илһам ала, һуңыраҡ яҙылған шиғырҙары экзистенциаль концепциялар йоғонтоһонда яҙыла. [4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һайланған библиография [2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Phōnes entomou («Бөжәктәр тауышы») (1930)
- Profiteies («Пәйғәмбәрлек») (1931, 1940)
- O gyrismos tou asotou («Юлдан яҙғандың әйләнеп ҡайтыуы») (1935)
- Lyriki Exomologisi («Лирик тәүбә ҡылыу») (1945)
- Anthropino Schima («Кешегә ишара») (1961)
- To fragma tis Siopis («Барьер тишины») (1965)
- Ta poiimata tis Melissanthis 1930-1974 («Стихи Мелиссанти») (1976)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1054108110, Record #103173374 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- 1 2 3 4 5 6 Wilson Katharina M. An Encyclopedia of Continental Women Writers. — 1991. — Vol. Volume 1. — P. 815–16. — ISBN 0824085477.
- 1 2 Women in World History: A Biographical Encyclopedia. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- 1 2 3 4 Merry Bruce. Encyclopedia of Modern Greek Literature. — 2004. — P. 269.
- ↑ Parker Alan. Who's Who in Twentieth Century World Poetry. — 2005. — P. 216.